А?мулла-??р заманда ха? мулла. Мифтахетдин А?мулла “Н?сих?тт?р”.


Башҡортостан республикаһыМиәкә районы «Мәнәүезтамаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе»
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Дәрес темаһы: Аҡмулла-һәр заманда хаҡ мулла.
Мифтахетдин Аҡмулла “Нәсихәттәр”.
Дәрес төҙөүсеһе:башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлләмова Зөлфиә Марс ҡыҙы, 1 категория

2016 йыл
6 синыфта башҡорт дәүләт теле.
Тема:Аҡмулла-һәр заманда хаҡ мулла.
Мифтахетдин Аҡмулла “Нәсихәттәр”.
Маҡсат:
Белем биреү:
М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыуҙы дауам итеү,
өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү аша уҡыусыларҙы иманлы,аҡыллы,әҙәпле,шөкөр,сабыр,ихлас булырға өйрәтеү;
Үҫтереү:
Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен,һүҙ байлығын үҫтереү,үҙ фекерҙәрен аныҡ итеп әйтергә,сығыш яһарға өйрәтеү.
Тәрбиәүи:
Аҡмулланың тормошо өлгөһөндә уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш уятыу,әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреү.
Йыһазландырыу:
М.Аҡмулланың портреты,китаптар күргәҙмәһе , ғилми –эҙләнеү эше,
презентация”Аҡмулла”, “Башҡорт телен өйрәнәм”(“Я учу башкирский язык”) йыры, карточкалар.
Дәрес барышы
I.Ойоштороу мәле .Һаумыһығыҙ,уҡыусылар!
1)психологик комфорт тыуҙырыу
- “Башҡорт телен өйрәнәм”(“Я учу башкирский язык”) йырын тыңлау,ҡушылып йырлау;
-хор менән шиғыр әйтеү
(1 слайд)
Минең телем-башҡорт теле,
Яратам һине телем.
Рәхмәт һиңә, һинең аша
Алам мин яҡшы белем.
II . Уңыш ситуацияһын ойоштороу. (2 слайд)
Шиғырҙы уҡыу.
Меңле еренең күгендә
Изге ай тулған була.
Фәҡәт 1831-ҙә
Тыуған беҙҙең Аҡмулла.
Аҡмулла тип яҡын күреп
Халыҡ ҡушҡан изге исем.
Ерҙе гиҙеп, атын егеп,
Таратҡан аҡыл-ғилем.
Данына юҡтыр тиңдәштәр –
Илде әйләп буйланы.
Наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәш
Аманаттай яңғыраны.
Ҡайтһын ине һәр кемгә лә
Матур һүҙең: аҡыл, иман.
Улар беҙҙең күңелдәргә
Ләззәт менән яҙылған.
Ләғнәт уҡығанда байың,
Аҡ һүҙ таптың һин үҙең.
Ғилем тигән юлды табып,
Алға әйҙәй һәр һүҙең.
Ошо шиғыр юлдарында ниндәй исем яҙылған?
(Мифтахетдин Аҡмулла). (3 слайд) Тимәк бөгөнгө дәресебеҙҙе кемгә бағышлайбыҙ? (Мифтахетдин Аҡмуллаға)
Кем ул Мифтахетдин Аҡмулла?(уҡыусыларҙың яуаптары)
Бөгөнгө дәресебеҙҙе (4 слайд) “Аҡмулла-һәр заманда хаҡ мулла” тип алдым.
Декабрь айында уҙғарылған “Аҡмулла көндәрендә” беҙ һеҙҙең класташығыҙ Ғәлишина Азалия менән “Мифтахетдин Аҡмулланың ижади мираҫы”тигән ғилми-эҙләнеү эшен башҡарҙыҡ һәм беренсе урын яуланыҡ. Ошо эште башҡарған ваҡытта беҙ “ Юғалған дәфтәр” хикәйәтенә тап булдыҡ. Иғтибар менән тыңлағыҙ. Хәҙер һүҙҙе уға бирәбеҙ. (5-9 слайдтар)
(Азалия сығыш яһай)
Уҡытыусы: Бына ошо хикәйәттәге йор һүҙле шәкертебеҙ-Аҡмулла үҙе инде.Беҙҙең Мәнәүезтамаҡ мәҙрәсәһендә уҡып киткән була ул.Ниндәй ғорурлыҡ бит! Аҡмулла кеүек бөйөк шағир,мәғрифәтсе беҙҙең ауылда уҡып китһен әле! Беҙҙең мәктәп алдында Мифтахетдин Аҡмуллаға таҡтаташ ҡуйылған. (10 слайд)
-Һорауҙарығыҙ бармы?(әңгәмәләшеү)
-Беҙ Аҡмулланың ниндәй әҫәрҙәрен беләбеҙ?
(“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” , “Нәсихәттәр”)
III. Уҡытыусы һүҙе. Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла. Ул халҡыбыҙҙы белемгә,яңы тормошҡа саҡырған.Уның һүҙҙәре бөгөнгө көндә лә актуаль,сөнки белемлеләргә генә һәр ерҙә юл асыҡ. (11 слайд)
Ғилемле кеше-ҡанатлы ҡош.
Белемле бөлмәҫ,белемһеҙ көн күрмәҫ.Белеү-нур,белмәү-хур.
Наҙанлыҡтан ҡурҡырға кәрәк ,ти ул.Уҡыусылар бына ошо шиғыры менән таныштырып китегеҙ әле.(12 слайд)
“Башҡорттарым,уҡыу кәрәк!”шиғыры яттан һөйләнелә (ҡыҫҡаса фекер алышыу)
Уҡытыусы һүҙе. Мифтахетдин Аҡмулла , үҙ заманы өсөн ысын мәғәнәһендә әхлаҡ -тәрбиә нигеҙе тыуҙырып, халыҡҡа ошо өгөт-нәсихәтен ҡанатлы шиғриәт юлдарына һалып, “Нәсихәттәр”ҙә ижад иткән. Әйтерһең дә был һүҙҙәрҙе халыҡ күңеленә рухи хазина итеп ҡалдырған.
IV.Дәреслек менән эш.
Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу. Дәфтәрҙәргә число ,тема һәм 7 ҡиммәт нәмәне яҙып ҡуйыу.
(13 слайд) Һүҙлек эше:
Әүүәл-беренсе, тәүҙә; сперва, во-первых, прежде всего
Иман-(дингә,Аллаға) ышыныу,намыҫ; (религиозные)убеждения,совесть
Тәүфиҡ-тәрбиәлелек; воспитанность
Көфөр-гонаһ; грех
Шөкөр-умение довольствоваться
Ниғмәт-байлыҡ; богатство
Ихлас-искренность
V.Уҡытыусы һүҙе. Аҡмулла нәсихәттәрендә әҙәпле, сабыр холоҡло булырға, аҡыл менән эш итергә саҡыра. Шиғырҙың темаһы «иман», «күңел», «акыл», «шөкөр», «әҙәп», «сабыр», «ихлас» тигән төшөнсәләр аша асыла. Һәр кем ошо рухи ҡиммәттәргә эйә булырға тейеш, тигән мәғәнәне еткерергә теләй беҙгә Аҡмулла. Яҡшы холоҡло кешеләргә был донъяла бар ишектәр ҙә асыҡ. VI.Китаптар күргәҙмәһе менән таныштырыу. Аҡмулла үҙ шиғырҙарын китап итеп баҫтырып сығарыр өсөн яҙмаған. Уның төп маҡсаты — халыҡ аңына һәм күңеленә еткереү булған. 
VII. Физкультминут VIII. Үтелгәнде ҡабатлау. Төркөмдәрҙә эшләү. (14 слайд) Беренсе төркөм -М.Аҡмулла тормошо һәм ижады буйынса тест үткәреү. 1.Аҡмулла ҡасан тыуған?
а) 1929
б) 1831 *
в) 1832
2. Тәүге һабаҡты ҡайҙа алған?
а) Туҡһанбай *
б) Мәнәүезтамаҡ
в) Стәрлебаш
3. Тыуған ауылына нисә йылдан һуң әйләнеп ҡайта?
а) 10 йыл
б) 8 йыл
в) 13 йыл *
4. Аҡмулла исеме ниндәй мәғәнәгә эйә?
а) тура, ғәҙел һүҙле, уҡымышлы *
б) өлкән кеше
в) йырау
5. Ҡайһы ҡалала төрмәлә ултыра?
а) Петербург
б) Троицк *
в) Ҡустанай
6. 1894 йылда Өфөлә ҡайһы күренекле башҡорт әҙибе менән осрашып китабын сығарырға килешә?
а) Р.Фәхретдинов*
б) М. Өмөтбаев
в) Ғ. Соҡорой
7. Аҡмулла ҡайҙа ерләнгән?
а) Туҡһанбай
б) Өфө
в) Миәс*
Икенсе төркөм-кроссвордтар сисеү.
Аҡмуллаға арналған кроссвордтарА ҡ М У Л Л А 1. Аҡмулланың исеме.
2. Аҡмулла улар араһында оҙаҡ ваҡыт йәшәгән халыҡ исеме.
3. М.Аҡмулла ерләнгән ҡала.
4. Уның йыш булған ҡалаларының береһе.
5. Аҡмулланың атаһы.
6. Сәсәнде төрмәгә ултыртҡан ҡаҙаҡ байы.
7. Шиғырҙың исеме. (Мифтахетдин,ҡаҙаҡ, Миәс, Ырымбур, Камалетдин, Иҫәнгилде, Инсафлыҡ)

А Ф А Р
И Н 1.Аҡмулланың тыуған ауылы.
2.Просветитель-тәржемәһе.
3.Авторитетный- тәржемәһе.
4.Сәсән-синонимы.
5.Йылға.
6.Настойчивый- тәржемәһе. (Туҡһанбай, мәғрифәтсе, абруйлы, шағир, Дим, ныҡышмалы)
IX. Йомғаҡлау. Ғәлишина Азалия үҙенең ғилми- эҙләнеү эшендә әйткәнсә Аҡмулланы таныусылар тағы артһын, быуаттарҙан быуаттарға исеме яңғырап торһон. Беҙ, киләсәк быуын, ошондай көслө рухлы кешеләргә тиңләшергә тырышырбыҙ.  
« Әҙип һәм ғалимдары булмаған халыҡ — бәхетһеҙ. Мәшһүр кешеләрен онотҡан халыҡ — яҡлаусыһыҙ. Әҙәбиәте булмаған халыҡ —  рухһыҙ», - тип яҙып ҡалдырган Ризаитдин Фәхретдин. Ә беҙ һеҙҙең менән шундай бәхетле, шундай рухлы. Сөнки Аҡмулла үҙебеҙҙең Миәкә еренең йәмле Дим буйындағы Туҡһанбай ауылында тыуған,. Аҡмулла – бөйөк шағир-сәсән, шағир-мәғрифәтсе, фекер эйәһе, уҡымышлы мулла. Ошондай бөйөк кешенең үҙебеҙҙең Миәкә районында тыуыуы һәм үҙебеҙҙең Мәнәүезтамаҡ мәҙрәсәһендә уҡып китеүе беҙҙең өсөн ғорурлыҡ.
X. Рефлексия. Баһалау. Ә хәҙер һеҙҙә Аҡмулла тураһында ниндәй фекерҙәр тыуҙы, нимәләр белдегеҙ? Шуны карточкаға яҙып ҡуйығыҙ.( Карточкалар таратыла). (15 слайд)
Мин Аҡмулла тураһында шуны белдем:
Уның шундай һәйбәт сифаттары булған:
Шуныһы мөһим:
Аҡмулланы халыҡ яратҡан,сөнки……
Мине шул яғы ҡыҙыҡһындырҙы:
Уҡыу тураһында шундай фекер әйткән:
Аҡмулла –мәғрифәтсе,сөнки……..
Уҡытыусы һүҙе: Бөгөнгө дәрес аша һеҙҙең күңелегеҙгә изгелек емештәре сәскәнмендер тип ышанам. Ул емештәрҙең исеме Иман, Күңел, Аҡыл, Шөкөр, Әҙәп, Сабыр, Ихлас. Иманлы булығыҙ!
Өйгә эш : нәсихәттәрҙе ятларға.
     .
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.Дәреслек «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» 6 класс ,Ә.Х.Вилданов,В.И.Хажин. Зәйнәб Биишева исемендәге « КИТАП» нәшриәте.Өфө – 2012 2. «Күңелле минуттар» М.И.Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. 3.Слайдтар - автор эше 4.Интернет селтәре.
Өҫтәмәләр
Аҡмуллаға арналған кроссвордтар
А ҡ М У Л Л А 1. Аҡмулланың исеме.
2. Аҡмулла улар араһында оҙаҡ ваҡыт йәшәгән халыҡ исеме.
3. М.Аҡмулла ерләнгән ҡала.
4. Уның йыш булған ҡалаларының береһе.
5. Аҡмулланың атаһы.
6. Сәсәнде төрмәгә ултыртҡан ҡаҙаҡ байы.
7. Шиғырҙың исеме.

А Ф А Р
И Н 1.Аҡмулланың тыуған ауылы.
2.Просветитель-тәржемәһе.
3.Авторитетный- тәржемәһе.
4.Сәсән-синонимы.
5.Йылға.
6.Настойчивый- тәржемәһе.
Мифтахетдин Аҡмулланың ижади мираҫы.
Шағир ҙа күп ерҙә, йырсы ла күп,
Тик Аҡмулла берҙән-бер бит ул.
Быуаттарҙан алып быуаттарға,
Нурҙар сәсеп торор ир бит ул.
Рәшит Шәкүр.
Хөрмәтле уҡыусылар! Мин үҙемдең ғилми эшемде үҙебеҙҙең Миәкә еренең йәмле Дим буйындағы Туҡһанбай ауылында тыуған, ауыр тормош юлы үтеүгә ҡарамаҫтан, саф күңелле булып ҡалған, белемле булыуҙы байлыҡ тип һанаған – яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың ижади мираҫына бағышланым һәм уға арнап сығыш яһауыма бик шатмын.
Аҡмулла – бөйөк шағир-сәсән, шағир-мәғрифәтсе, фекер эйәһе, уҡымышлы мулла. Ошондай бөйөк кешенең үҙебеҙҙең Миәкә районында тыуыуы беҙҙең өсөн ғорурлыҡ.
Юлдарҙың да, илдәрҙең дә ниндәйен генә күрмәне шағир.
Ҡайҙа ғына барһа ла, кемдәр менән аралашһа ла, уның даны алдан йөрөнө. Халыҡ араһында таралған яҡшы аты шағирҙы барлыҡ сәфәрҙәрендә Хызыр Ильяс булып оҙата йөрөнө, ҡаршы сығып атын бәйләр дуҫтар, фекерҙәштәр тапты.
Уның күп шиғырҙары юлда – тәгәрмәстәрҙең келтер-келтер көйләүе менән аттың бышҡырыуында, тигеҙ генә юртыу моңонда тыуа.
Мифтахетдин Аҡмулла рус халҡының Пушкины, татар халҡының Туҡайы һымаҡ, халҡымдың яҡты йондоҙо булып тора. Халыҡтың наҙан булыуын күреп бик ныҡ әсенә. Ҡараңғылыҡтан сығыу юлын белем алыуҙа күрә. Күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, сәсән Мифтахетдин Аҡмулла үҙ шиғырҙарында кешелекте борсоған проблемаларҙы күтәреп сыға. Аҡмулланың бай ижади мираҫында публицистик пафослы өгөт-нәсихәт шиғырҙары шаҡтай урын биләй. Ул айырыуса кешене яҡшылыҡ өлгөһөндә тәрбиәләү зарурлығына, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләренә баҫым яһай. Халыҡтың аң-зиһененә әйтер һүҙ-кәңәшен һеңдереү маҡсатында, Аҡмулла үҙ әҫәрҙәрендә халыҡсан, үтемле һүҙҙәр, мәҡәл-әйтемдәр ҡуллана.
Мин үҙемдең эҙләнеүҙәрем аша «Юғалған дәфтәр» хикәйәтенә тап булдым.
Мәнәүезтамаҡ ауылы мәҙрәсәһендә Мөссапиха исемле ҡыҙыҡай уҡый.Шәкерттәр араһында шаян күңелле, йор һүҙле бер малай ҡыҙыҡайға бик тә оҡшай.Уҡыу яғынан да шәп була был шәкерт.Уҡымаған, шуҡ малайҙарҙан көлөп,тиҙ арала шиғыр ҙа ижат итеп ала.Үҙенең шундай яғы менән был малай ҡыҙыҡайҙың күңелендә яратыу хисе уята.Ҡыҙ был шәкерт менән дуҫлашып китә,уҡыу яғынан да ҡалышмайса тырыша.Ә егет үҙенең шиғырҙарын һаман арттыра һәм уларҙы бер дәфтәргә йыя.
Бер нисә тапҡыр ҡыҙҙың өйөнә сәй эсергә лә килә егетебеҙ,шиғырҙар дәфтәрен дә үҙе менән йөрөтә.Шулай бер көндө был дәфтәр ҡыҙҙың өйөндә ҡала.Ә шәкертебеҙ мулла уҡытҡан менән ҡәнәғәтләнмәйенсә, был мәҙрәсәне ташлап китә.Иҫтәлеккә ҡыҙыҡайҙа уның шиғыр дәфтәре генә ҡала.
Мөссапиха теге шиғырҙарҙы үҙендә һаҡлай.Йылдар үткәс тә ул был дәфтәрҙе үҙенең ҡыҙына күрһәтә һәм һаҡларға ҡуша.Ләкин ҡыҙым был дәфтәрҙе юғалтыр тип,үҙенә билгеле урынға йәшереп ҡуя.
Йылдар үтә.Ә йәшерелгән дәфтәрҙе балалары тапмай.Шулай итеп ул дәфтәр юғала.
Теге йор һүҙле шәкертебеҙ-Аҡмулла үҙе инде.Беҙҙең Мәнәүезтамаҡ мәҙрәсәһендә уҡып киткән була ул.Ниндәй ғорурлыҡ бит! Аҡмулла кеүек бөйөк шағир,мәғрифәтсе беҙҙең ауылда уҡып китһен әле!
Был хикәйәтте миңә Илзидә апай һөйләне,уға Зәниә өләсәһе һөйләгән.Ә Зәниә өләсәһенә Мөссапиха өләсәһе һөйләп ҡалдырған була.
Мифтахетдин Аҡмулла, үҙ шиғырҙарында кешеләргә нәфселәрен тыйырға, бәхет таптым, тип артыҡ шашынмаҫҡа өгөт-нәсихәт бирә. Бәхет табыу юлын аныҡ күрһәтә. Был проблема бөгөнгө көндә лә актуаллеген юғалтмаған.
Ғәҙеллек, яҡтылыҡ, сафлыҡ йырсыһының яҡты иҫтәлеге, уның ҡабатланмаҫ мираҫы, был аҫыл мираҫтың иң ҙур өлөшө изгелекле халыҡ күңелендә юйылмаҫлыҡ булып уйылып ҡалған, ул сәскән мәғрифәт, өмөт, яҡтылыҡ орлоҡтары беҙҙең заманда күкрәп сәскә атһын. Аҡмулланы таныусылар тағы артһын, быуаттарҙан быуаттарға исеме яңғырап торһон . Беҙ, киләсәк быуын, ошондай көслө рухлы кешеләргә тиңләшергә тырышырбыҙ.
Үҙемдең ғилми эшемде йомғаҡлап,үҙебеҙҙең Мәнәүезтамаҡ урта мәктәбенең уҡыусыһы яҙған шиғыр юлдары менән бөтөрәһем килә:
Сәсәнемә
Ҡаҙаҡ далаларын һин үҙ иттең,
Башҡорт йәйләүҙәрен йәйәүләнең,
Илдән илгә күсеп,ҡала,ауыл урап,
Һүнмәҫ шиғырҙар ҙа ижат иттең.
Ҡара төндә яҡты йондоҙ булып,
Балҡының бит һин,Мифтахетдин.
Башҡортома ғына түгел,ҡаҙаҡ,татарына
Берҙәй хеҙмәт иткән сәсән бит һин.
Туҡһанбайҙа тыуып,
Миәкәлә үҫеп,
Башҡортостанымды данланың.
Етем-еҫерҙәрҙе,кәмһетелгәндәрҙе ҡурсып,
Үҙ илеңә кире ҡайта алманың.
Әммә даның ҡайтты бөйөк сәсән тигән,
Шиғырҙарың ҡайтты илемә.
Бөгөн генә түгел,мең йылдан да
Булырһың һин халҡым күңелендә.
Карточка
Мин Аҡмулла тураһында шуны белдем:
Уның шундай һәйбәт сифаттары булған:
Шуныһы мөһим:
Аҡмулланы халыҡ яратҡан,сөнки……
Мине шул яғы ҡыҙыҡһындырҙы:
Уҡыу тураһында шундай фекер әйткән:
Аҡмулла –мәғрифәтсе,сөнки……..