Разработка урока по башкирскому языку на тему Мустай Карим ( 6класс)
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
«Средняя общеобразовательная школа №5»
городского округа город Кумертау
Республики Башкортостан
Республиканский конкурс на лучшую методическую разработку, посвященную 95-летию народного поэта Республики Башкортостан Мустая Карима.
Жизнь и творчество Мустая Карима(урок - путешествие)
Учитель: Абдуллина
Зайтуна Самигулловна
Башҡортостан РеспубликаһыКүмертау ҡалаһы ҡала округының
«5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе»
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһыБашҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейынаарналған асыҡ дәресМостай Кәримдең тормош юлынһәм ижадын өйрәнеү.
дәрес – сәйәхәт
(компьютер технологияһын ҡулланыу)
Уҡытыусы: Абдуллина
Зәйтүнә Сәмиғулла ҡыҙы
Мәҙәниәт йылына арналған кисә.
Башҡортостан республикаһының күренекле шәхестәре
Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады
Маҡсат: Мостай Кәрим тураһында биографик белешмәлә уның яҙыусы һәм шәхес булыуын сағылдырыу. Үҡыусыларҙың белемдәрен тулыландырыу, тәрәнәйтеү нигеҙендә яҙыусының тормошона һәм ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу: БР картаһы, яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, компьютер, проектор.
Хәйерле көн хөрмәтле уҡытыусылар, ҡунаҡтар,уҡыусылар.
(слайд) Беренсе туҡталыш.
Үҫмер һәм бала сағыМостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Үҙенең шиғырҙарын буласаҡ шағир алтынсы класта яҙа башлай. 16 йәшендә тәүге шиғырҙар йыйынтығын баҫтыра.
2.(слайд) Икенсе туҡталыш. Белем һәм тормош баҫҡыстары
1935 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, уны 1941 йылда тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Муром элемтә училищеһына йүнәлтмә ала. 1942 йылдың майында кесе лейтенант вазифаһында 17 -се мотоуҡсылар бригадаһына артдивизиондың элемтә начальнигы итеп ебәрелә. 1942 йылдың авгусында ҡаты йәрәхәтләнә, ярты йыл тирәһе госпиталдә дауалана. Һауығып сыҡҡас, Воронеж фронтының «За честь Родины» һәм 3-сө Украина фронтының «Советский воин» гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Еңеүҙе Венала ҡаршы ала. Был һуғыш тураһында һуңынан ул бик күп яҙа. Мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала. Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә һәм фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй.
3.( слайд) Өсөнсө туҡталыш. Тәүге аҙымдары1930-сы йылдарҙа яҙа башлай.
1938-се йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә;
1941-се йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға.
Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә. 4.(слайд) Дүртенсе туҡталыш. Ижад юлы
Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телдәргә тәржемә ителгән. Иң билдәле әҫәрҙәре:
Шиғриәт йыйынтыҡтары: «Ҡара һыуҙар», «Ҡайтыу», «Европа-Азия», «Заманалар»
Пьесалары: «Айгөл иле», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Өн ҡатыш ете төш», «Ташлама утты, Прометей!» Повестары: «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өстаған», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ». left471170
5.Бишенсе туҡталыш. «Оҙон – оҙаҡ бала саҡ»
повесынан видеояҙма (өҙөк) ҡарау
6.(слайд) Алтынсы туҡталыш.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары :Социалистик Хеҙмәт геройы (1979) II дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены 2004 й.III дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены 1995 й.2 Ленин ордены (1967, 1979) I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1985) II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1945) Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (1955, 1962) Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984) Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944) Почёт билдәһе ордены (1949) РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре(1982) БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1963) Башҡортостандың Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1992) 1940 йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһы 7.(слайд) Етенсе туҡталыш.
Мостай Кәрим исемен мәңгеләштереү.
1.Мостай Кәрим исемен Башҡортостан республикаhының Милли Йәштәр театры йөрөтә.
2. Өфөләге бер урамға Мостай Кәрим исеме бирелгән һәм шул уҡ урамда яҙыусыға һәйкәл ҡуйылған.
3.Өфөләге башҡорт гимназия Мостай Кәрим исемен йөрөтә.
8. Дәресте йомғаҡлау, үтелгәндәр һорауҙар ярҙамында нығытыла Һығымта.
Мостай Кәрим — бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре.
Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим — донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы. Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителде. Ил өсөн ауыр һынылыш мәлдәрендә лә ул өндәшмәй ҡала алманы. Аҡыллы һүҙе халыҡ араһында ҡайтауаз булып яңғыраны. Һәр кем өсөн туғанындай яҡын кеше булды. Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты.
2005-се йылдың 21-се сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.