Республиканский конкурс сочинений “Образование будущего”


Хыялымдағы белем усағы.
Усаҡ – ул йылылыҡ һәм яҡтылыҡ билдәһе. Кемдең генә шул усаҡ янына һыйынаһы, йылылыҡты тояһы килмәй инде. Киләсәктәге мәктәп тә ошондай йылы усаҡ кеүек балҡып, үҙенә тартып торорға тейештер. Шул мәктәп, унда белем алған уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың эшмәкәрлеге тураһында һеҙгә лә һөйләп үтмәксемен. Был минең хыялым ғына…, шулай ҙа , тыңлағыҙ.
Мәктәп бинаһы экологик таҙа материалдан төҙөлгән, һәр ҡаты үҙенә күрә бер төрлө геометрик фигураға, ә түбәһе астрономик обсерваторияға оҡшаған. Мәктәпкә килгән һәр кешене робот-ҡарауылсылар ҡаршылай. Улар мәктәптең тыныслығы, балалар иҫәнлеге һағында тора. Бер ниндәй наркотик, зыянлы әйберҙәр мәктәпкә үтеп инмәйәсәк. Мәктәптең эсе зауыҡ менән биҙәлгән, стеналар бик асыҡ төҫтә түгел, әммә күңелгә ятышлы буяуҙарға буялған. Һәр кабинет ишеге алдында ыҡсым ғына компьютер эленеп тора. Уҡытыусы компьютерҙы киләһе дәрескә көйләй, тауышһыҙ ғына ишектәр асыла һәм беҙ барыбыҙ ҙа география дәресенә инәбеҙ. Класта һәр кемдең айырым эш урыны, уңайлы креслолар, һәр кемдең алдында сенсорлы компьютер. Стеналарҙа бик ҙур экрандар эленеп тора. Парталар ярым түңәрәк ҡуйылған, ә уртала оҙонса түңәрәк ҙур экран. Уҡытыусы берәй яҡ стеналағы экранды ҡабыҙа, беҙҙең алда бөтә донья картаһы пәйҙә була. Шуныһы мөһим, экрандағы бөтә элементтар ҙа 3D берәмегендә эшләнгән, ә экран үҙе сенсорлы (һиҙемле). Теләгән уҡыусының яҡын килеп, экрандағы берәй ил, ҡала, диңгеҙ һүрәтенә баҫып уның тураһында тағы ла тулыраҡ мәғлүмәт алып, белемен арттырырға мөмкинселеге бар. Кабинетта аудо, видеоматериалдар ҙа бик күп. Экранда барған фильмды теләгән урында туҡтатып, предмет һүрәтен ҙурайтып, яҡынайтып, хатта, тотоп ҡарарға ла мөмкинселеге бар. Предмет аша бәйләнешле уҡытыу ҙа ҡаралған. Берәй ҡала һүрәтенә төртөп уның тарихы, экономикаһы, үҫеше менән танышып, ниндәйҙер төҙөлөш проектын ҡабул итеүҙә лә ҡатнаша алабыҙ. Ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап вертуаль экскусияға сығабыҙ. Икенсе яҡтағы экранды ҡабыҙып, ошо ҡалала уҡыған уҡыусылар менән бәйләнешкә инәбеҙ. Улар менән берәй уйын-викторина ла үткәрәбеҙ. Беҙ бер–нисә телде яҡшы белгәнлектән, аралашыу еңел, дуҫтарса үтә. Һәр кемгә үҙенең теләген әйтеп, ҡарашын иҫбатларға мөмкинселек бар. Уҡытыусы урталағы оҙонса түңәрәк экранды ҡабыҙғас, унда ысын диңгеҙ хасил була. Диңгеҙ аҫтындағы үҫемлек, уны биләгән балыҡтар доньяһы менән яҡындан танышыу үҙе бер мөғжизә бит…
Минең хыялымдағы биология кабинетына ла күҙ һалып китәйек әле. Унда эксперимент үткәреү дәресе бара, ти. Эксперимент өсөн әйберҙе доньяның теләһә ҡайһы еренә заказ биреп алдырырға була. Ул тиҙ арала беҙгә килтереп еткерелә. Мәҫәлән, Ҡыҙыл диңгеҙ ҡыҫалаһын тикшерәбеҙ. Электрон микроскоп аша ҡыҫаланың тән төҙөлөшөн ҡарайбыҙ, уны өйрәнгән белгестәр менән әңгәмәләшәбеҙ, бәхәсләшәбеҙ, экранда диңгеҙ аҫтында гиҙәбеҙ.
Ә әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусылар яҙыусы, уның әҫәре менән генә танышып китмәй, әле иҫән булған яҙыусылар менән экран аша әңгәмәләшә, уҡыған әҫәрҙәре тураһында фекерен әйтә, яҙыласаҡ әҫәрҙәре тураһында белешеп, уның сюжетын билдәләүҙә лә ҡатнашлыҡ күрһәтә алалар.
Шулай итеп, һәр дәрестә бала яңылыҡ асыуҙа үҙе ҡатнаша, үҙен-үҙе үҫтерә, киләсәк профессияһын күҙаллай, хатта билдәләй ҙә ала. Мәктәпкә бала 5-10 килограмлы сумка аҫып түгел, ә китапсыҡ – компьютер менән йөрөй. Унда балаға кәрәкле булған бөтә мәғлүмәт тә бар. Баланың белемен баһалап ҡуйылған балдар теҙмәһе лә ошо китапсыҡта. Бындай мәктәптә уҡыусыларҙың белемдәре нисек баһалана икән тиһегеҙме?... Һәр яңы тема аҙағында тест үткәрелә. Тест өс баҫҡыстан тора: еңел (уйын формаһында), уртаса (яуаптың бер-нисә төрө бирелгән), ауыр (төплө белем талап итә). Ниндәй баҫҡыстан башлап тест үтеүен уҡыусы үҙе билдәләй. Компьютер уҡыусының белемен түбән баһалай икән, тимәк , был тема өҫтөндә тағы ла эшләргә, ҡабатлап тест үтергә кәрәк буласаҡ. Бына шулай…. Дәрес оҙонлоғо был мәктәптә билдәләнмәгән, әммә ул көндөҙгө икегә тиклем барырға тейеш. Уҡыусы бер көндө ике–өс дәрестә генә лә була ала, ә иртәгеһен икенсе фәнде өйрәнәсәк. Был фән уның өсөн бик тә ҡыҙыҡлы икән, ул көнө буйы ошо фән менән генә шөғөлләнә ала. Әгәр бала арыһа, дәрестән теләгән ваҡытта бер ҡаршылыҡһыҙ сыға, үҙенә оҡшаған урында ял ваҡытын үткәрә ала: кафелә ултыра, тренажер залында күнекмәләр яһай, дуҫтары менә , кәрәк икән , психолог менән аралаша ала. Был мәктәптә уҡыусылырҙың ялын файҙалы ойоштороу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, хатта, айырым белгестәр ҙә эшләй.
Сәғәт икенән һуң уҡыусылар үҙҙәре ҡыҙыҡһынған фән буйынса түңәрәктәрҙә белемдәрен арттыралар. Һүрәт төшөрөү студияһын ҡарап китәйек. Шулай уҡ һәр бала алдында компьютер, стеналарҙа ҙур экрандарҙа һүрәттәр алмашынып тора. Класта көйләнгән мольберттар. Студияла шөғөлләнеүсе һүрәтте ҡайҙа : киндер туҡымала, ҡағыҙҙа, экранда төшөрәсәген үҙе хәл итә. Уларҙың буяу ҡәләмдәре бик ҡыҙыҡлы, ябай ҡәләмгә оҡшаған, тик унан йыуаныраҡ. Ҡәләм программалаштырылған, тылсымлы таяҡмы ни...
Минең хыялымдағы мәктәптә уҡытыусылар уҡыусыларҙың эшен ойоштора, һәр балаға шәхсән ярҙам күрһәтә, координатор ролен үтәй. Уҡытыусының төп бурысы: уҡыусыны универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә, үҙ аллы белем алырға өйрәтеү. Киләсәктә белем йорто, белем усағы бына шулай булһын ине тип хыялланам мин. Бындай белем йортонда изгелекле мөнәсәбәт хөкөм һөрәсәк, тәртипле, тырыш, белемле, киләсәккә йүнәлтелгән уҡыусылар уҡый, үҙ эшен яратып башҡарған юғары белемле уҡытыусылар эшләйәсәк. Шулай булырына ышанам, сөнки донья үҙгәрә, алға бара.

Мин – киләсәк тормоштоң уҡытыусыһымын.
Киләсәк тормошта белем алыу барышы нисегерәк булырға тейеш һуң? Белемле кеше ниндәй булырға тейеш? Уйлап ҡараһаң, ябай ғына һорауҙар кеүек… Белемле кеше булыу өсөн күп уҡырға кәрәк, шул етә түгелме ни? Бөгөнгө көндә мине ошо һорауҙар борсой, сөнки мин дә бит тормош юлына аяҡ баҫып, үҙ юлымды һайлар алдында торам. Минең хыялым – уҡытыусы булыу, белемле, тәртипле, үҙ илен, үҙ телен хөрмәт иткән шәхес тәрбиәләү. Бөгөнгө көндә мәктәптә белем биреүгә күберәк, ә тәрбиә эшенә ваҡыт әҙерәк бүленгән, тип әйтһәм дә яңылыш булмаҫ. Уҡытыусы менән уҡыусы араһындағы мөнәсәбәт тә оҡшап етмәй. Һәр кем үҙен генә ҡайғыртып, үҙе өсөнгенә эшләй кеүек . Уҡытыусы үҙенең планын үтәй, ә уҡыусы яҡшы билдә өсөн уҡый. Алда нимә булыры бер кемгә лә ҡыҙык түгел кеүек. Киләсәктә, мин эшләйәсәк мәктәптә, улай булмаясаҡ. Мин һәр балаға айырым иғтибар бүлеп, уның һәләтенән сығып эш итәсәкмен. Мәктәптә бала үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алыу өлкәһендә эшләргә тейеш, ә уҡытыусы - ярҙамсы, кәңәшсе, яйға һалыусы булырға тейеш. Шулай уҡ уҡытыусы баланың дуҫы ла булыу бик мөһим. Ысын дуҫыңа ғына бит серҙәреңде асып, ҡайғы хәсрәттәреңде һөйләп була. Ысын дуҫ ҡына кәңәш бирә ала, һинең хистәреңдән көлмәй, һине кәмһетмәй. Әгәр ҙә һине мәктәптә шундай ысын дуҫың көтөп тора икән, ниңә шунда ашыҡмаҫҡа, шулай бит… Бөгөнгө көндә бер уҡытыусыға 25 бала йөкмәтеп ҡуйыу, дөрөҫ тә түгел. Минеңсә, класта 10 уҡыусынан да артыҡ булырға тейеш түгел. Шул ваҡытта ғына уҡытыусы менән уҡыусы аралашып, кәңәшләшеп эшләй ала. Үҙ эшен яратҡан, предметын һәйбәт белгән, юғары белемле, алдынғы ҡарашлы , изге күңелле уҡытыусы ғына киләсәктә белемле кеше тәрбиәләй ала. Белемле кешеләр күп икән, тимәк, илебеҙ ҙә алға киткән, үҫешкән ил. Тик үҫешкән илдә генә белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ. Мин - шул илдең буласаҡ уҡытыусыһымын.
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
«Кадетская школа №2» городского округа город Салават республики Башкортостан
Республиканский конкурс сочинений
“Образование будущего”
Выполнил: ученик 9 класса Нафиков Артур

Руководитель: учитель башкирского языка и литературы Хисамиева Райля Галиахметовна
Салават - 2016