Разработка внеклассного мероприятия Халы?-ара оло й?шт?гел?р к?н?н? арнал?ан байрам сценарийы
Халыҡ –ара оло йәштәгеләр көнөнә арналған байрам сценарийы.
-Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар!
-Хәйерле көн, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандарыбыҙ!
1-се уҡыусы:
Бөгөн беренсе октябрь, Ололар көнө. Күңелдәрҙе һыйпап үтте, Шәфҡәтлек еле! Бөгөн бигрәк күңелле, Тәҙрәлә нурҙар уйнай. Шау-гөр килә мәктәбебеҙ, Барыһы уңған ҡалай. Өләсәйҙәр шат бөгөн, Олатайҙар мут бөгөн, Иң һөйкөмлө өләсәйҙәр, Иң аҡыллы олатайҙар Йыйылғандар бит бөгөн.
Алтын көҙ...Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө- ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки һеҙ сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерәһегеҙ төҫлө, уңыштарығыҙҙы барлап, тәжрибәләрегеҙҙе башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәлегеҙ һәм һеҙ шуның менән бәхетле.
Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы- был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә бер үк һүрелмәһен.
Ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, баллы-майлы сәйҙәр эсеп, балаларығыҙҙың ихтирамын тойоп хаҡлы рәүештә ял итеүегеҙгә ҡарамаҫтан, һеҙҙең дә йәшлек хәтирәләренә бирелеп, татлы һағыштарға сумып ултырған саҡтарығыҙ йыш булалыр.
Хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙҙе “Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө” менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Алдағы тормошоғоҙҙа именлек, сәләмәтлек, бәхетле, мул, татыу тормош теләйбеҙ.
2-се уҡыусы:
Бер кем дә юҡтыр, Өләсәйем ише- Ул донъялағы Иң һәйбәт кеше! Бер кем дә юҡтыр, Олатайым төҫлө- Ул бик аҡыллы, Ул бик тә көслө!
3-сө уҡыусы:
Күҙлек кейеп, кис ултырып, Бәйләй ойоҡ, бейәләй. Нисә ейән- бөтәһен дә Һис рәнйетмәй, теүәлләй. Атайым да, әсәйем дә Унан кәңәш һорайҙар. Ғаиләбеҙҙә бөтәһе лә Ололоҡлап ҡарайҙар. Кем ул? Өләсәй!
Йыр “Өләсәй”
4-се уҡыусы:
Беҙҙе наҙлап ҡына тора Эй матур ҙа шул, өләсәйҙәр. Эш тигәндә ут кеүектәр, Эй батыр ҙа шул, олатайҙар.
Йыр “Олатайым миҙалдары”.
5-се уҡыусы:
Өләсәйем уңған минең, Аш бешерә, сәй ҡайната. Ул ҡоймаҡты, тел йоторлоҡ бешерә. Йөн иләй, ойоҡ бәйләй Һис тә тик тормай ҡулы, Атайым да, әсәйем дә Бик яратабыҙ уны.
6-сы уҡыусы:
Оло инде өләсәйем, Байтаҡ ғүмер кисергән, Атайымды, туғандарҙы Яҡшы итеп үҫтергән. Тағы ла гүзәлерәк таңдар, Уянһын тыуған ерҙә. Өләсәйҙәр! Ҡояш ғүмере- Теләйбеҙ бөгөн һеҙгә.
Йыр “Минең өләсәйем”
Уҡыусыларҙың “Ҡәҙерле өләсәйем”, “Ҡәҙерле олатайым” темаларына яҙған иншаларын уҡытыу.