Занятие по математике на башкирском языке — Путешествие по сказкам (средняя группа)


Тема: «Әкиәт иленә сәйәхәт».
Маҡсат: Бишкә тиклем һанауҙы нығытыу; Тирә-йүндә йүнәлеш билдәләргә (оҙон-ҡыҫҡа, алыҫ-яҡын) өрәтеүҙе дауам итеү; Геометрик фигураларҙы табып айыра белеү, тура дүрт мөйөш һәм квадраттың үҙенсәлектәрен сағыштырыу, балаларҙа тигеҙ, берәүгә аҙыраҡ, аҙ, күп төшөнсәләре менән таныштырыуҙы нығытыу, ҡағыҙ битендә йүнәлеште (унда, һулда, аҫта ,өҫтә, уртала) билдәләй белергә өйрәтеүҙе дауам итеү, һандарҙы танып күрһәтә белеү. Уйын аша кескәҙәрҙен уйлау һәләтен, телмәрен үҫтереү, хәтерен нығытыу.

Дәрес барышы
Таянабыҙ бөйөргә,тотонабыҙ бейергә,
Тыпыр-тыпыр тыпырлашып - әйләнебеҙ беҙ бергә.
Улай итә башлайыҡ-былай итә башлайыҡ,
Ял итеүҙе тамамлап-дәресте беҙ башлайыҡ!
Тәрбиәсе: Балалар, беҙ бөгөн әкиәт иленә сәйәхәткә барабыҙ. Һеҙ әкиәт яратаһығыҙмы? Беҙгә математика дәресе ярҙам итер әкиәткә барыр өсөн. Беҙ математика дәресендә нимәләргә өйрәнәбеҙ?
Балалар: Һанарға геометрик фигураларҙы.
Тәр-се: Балалар, иғтибар менән тыңлағыҙ.Ялан уртаһында матур ғына ошондай тирмә торған. Уны сысҡан күреп ҡалған, ике юл тирмәкәй янына киткән, береһе оҙон икенсеһе ҡыҫҡа. Сысҡан ҡайһы юлды һайларға белмәй, беҙҙән ярҙам һорай. Уға тиҙерәк барып етергә кәрәк. Әйҙәгеҙ әле балалар һайлашайыҡ.
Балалар: Ҡыҫҡа (юлды өйрәтәләр).
Тәр-се: Бына ул тирмәкәйгә килеп тә етте, ишек шаҡый: Тирмә-тирмә тирмәкәй был тирмәлә кем йәшәй? Тирмәкәй әйткән: Әгәрҙә һорауға дөрөҫ яуап бирһәң шунда ғына ишегемде асам: Йәй ҙә йәшел, ҡыш та йәшел, нимә була ул?
Балалар: Шыршы.
Тәр-се: Минең тирмә әргәһендә нисә шыршы ағасы үҫә,айырмаһын табып тигеҙләгеҙ. Афарин балалар, ишегемде асам. Үҙе һыуҙа йәшәй, ҡорола тора алмай, нимә була ул?
Балалар: Баҡа.
Тәр-се: Баҡа ла ишек шаҡыған уға ла ишек асылмаған. Әгәр дөрөҫ яуап бирһәгеҙ тирмәмә индерәм. Һандарҙы дөрөҫ төҙөп һанағыҙ. Афарин, ишек асылған. Йәйен һоро, ҡышын аҡ, ҡыҫҡа ҡойроҡ-шеш ҡолаҡ.
Балалар: Ҡуян.
Тәр-се: Уға ла ишек асылмаған. Геометрик фигураларҙы танып әйтергә, квадрат менән дүрт мөйөштөн айырмаһын табырға, ауала геометрик фигураларҙы эшләргә.
Беҙ һананыҡ,арыныҡ
Ял итергә уйланыҡ.
(Д/У киреһен әйт,туп менән уйын)
Тәр-се: Бына бүре килә, тирмәкәйҙең ишеге асылмай. Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм,дөрөҫ яуап бирегеҙ: - Һикерә лә һикерә, үҙе бер ҙә арымай (туп). Йүнәлештәрҙе дөрөҫ билдәләгеҙ. Бына ишек асылды, һәйләкәрҙең һәйләкәре, алан-йолан ҡарай ул нимә була ул?
Балалар: Төлкө.
Тәр-се: Төлкө ишек шаҡыған, алдаштырып та ҡараған, ләкин ишек асылмаған. Һандарҙы дөрөҫ тоташтыр .Афарин, балалар. Төлкөгә лә ярҙам иттек. Нисә урман хайуаны тирмәкәйгә инде? Әйҙәгеҙ һанап ҡарайыҡ.
Балалар: Бишәү.
Тәр-се: Айыу килеп ишеккә тотоноуы була, тирмәкәй емерелә. Балалар, әйтегеҙ әле кем беренсе булып тирмәкәйгә килде, ә кем аҙаҡтан.
Балалар: Сысҡан-беренсе, аҙаҡтан-айыу.
Тәр-се: Әйҙәгеҙ әле балалар,урман хайуандарына өй төҙөп бирәйек. Һанағастарҙан өй төҙөү. Балалар бөгөн һеҙ бик тырыш,ярҙамсыл булдығыҙ, урман хайуандары һеҙгә рәхмәт әйтә. Афарин, балалар . Дәресебеҙ тамам.