Сочинение на тему “С любовью к родному краю…”


Республиканский конкурс, посвященный Дню Республики Башкортостан “Пою мою республику”
Эссе на тему:
“С любовью к родному краю…”
Выполнил: Назаров Чингизхан, ученик 4 “А” класса муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения средняя общеобразовательная школа № 2 с. Верхние Татышлы Муниципального района Татышлинский район Республики Башкортостан
Руководитель:
учитель башкирского языка и литературы
Муллаярова Эльвира Рифовна
Верхние Татышлы
2016
Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған
“Республикама дан йырлайым” конкурсына
«Тыуған илгә ҙур һөйөү менән...»
Эссе

Башҡарҙы:
Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы Үрге Тәтешле ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 4-се “А” класы уҡыусыһы Назаров Сыңғыҙхан.

Етәксе:
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Муллаярова Эльвира Риф ҡыҙы

Үрге Тәтешле
2016
Тыуған илгә ҙур һөйөү менән...
Башҡортостан – алтын бишегебеҙ!
Ул бишектә беҙҙең ҡотобоҙ.
И, кешеләр! Ҡиммәт шул бәхеттең
Ҡәҙерен белеп кенә тотоғоҙ!
Башҡортостан – изге Ватан,
Башҡортостан – яҡты Ватан.
Мостай Кәрим.

Тыуған илемә, республикама минең ҙур һөйөүөм ғаиләбеҙҙән башлана.
Ҡулымда ғаилә альбомы. Был фотокарточкалар тупланмаһында ғаиләбеҙ, туғандар, дуҫтар, синыфташтарым һүрәте. Бына - мин. Мине атайым менән әсәйем яратып ҡулдарына алған. Был һабантуй күренеше. Тәтешленең гүзәл, бай тәбиғәте күренә. Төрлө милли кейемдәрҙәге кешеләр, халыҡтар дуҫлығына дан йырлаған кеүек, сағыла. Ә был рәсемдә - ғаиләбеҙ. Ағиҙел йылғаһы буйында бейек тауҙа төшкәнбеҙ. Эйе, республикабыҙҙың тәбиғәте гүзәл, ғорур Урал тауы итәгендә урынлашҡан.
Был һүрәттә атайым менән балыҡ ҡармаҡлайбыҙ. Данлыҡлы, Ағиҙел йылғаһы бормаланып-бормаланып ағып ята. Һыу өҫтөндә аҡ пароходтар тирбәлә. Бына республикамдың баш ҡалаһы – Өфө. Баш ҡалабыҙ бейек тауҙа урынлашҡан. Беҙ иң матур, иҫтәлекле урындарҙа йөрөгәнбеҙ. Яр буйында – ике мөһабәт һәйкәл. Береһе башҡорт халҡы менән урыҫ халҡының мәңгелек дуҫлығын данлай. Икенсеһе, Салауат Юлаевҡа арналған. Салауат батыр текә тауҙа ат өҫтөндә илен һаҡлап тора.
Был һүрәттә ғаиләбеҙ менән тәбиғәт ҡосағында ял итәбеҙ. Эйе, республикабыҙҙың тәбиғәте ожмахҡа тиң. Ә иң хозур урындарының береһе – Тәтешле районы. Ни өсөн тиһегеҙме? Иң яҡын кешеләрем - әсәйем, атайым, өләсәйем, олатайым, туғандарым йәшәй был ерҙә. Мин дә был саф һауаны һыулап, таҙа һыуын эсеп ҡыуанам. Минең күңелемдән ғорурлыҡ хисе үтте: бында йәшәгән халыҡ ни тиклем бәхетле! Тәбиғәттең ҡәҙерен белеп, һаҡлап торорға ғына кәрәк. Ә был иҫтәлектә - шәжәрә ағасыбыҙ. Был һүрәтте ҡарағандан һуң, нәҫел-ырыуым менән ғорурланып ҡуйҙым. Тамырым минең Иҫән хан ырыуына барып тоташа. Ата-бабаларым да күренекле, эшкә уңған, булдыҡлы кешеләр булғандар. Өләсәйем - Назарова Фируза Сабит ҡыҙы -
беҙгә ошо турала күп һөйләй. Ул бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған. Тыуған тел уҡытыусыһы булараҡ телгә, илгә һөйөү тәрбиәләгән. Атайым Азамат Заһит улы - спорт мәктәбендә эшләй. Мин уның эшен юғары баһалайым. Сөнки, минең кеүек малайҙарҙы спорт уйындарына өйрәтә. Ә быныһы әсәй - Ирина Фәһим ҡыҙы. Ул “Йәйғор” балалар баҡсаһының мөдире. Әсәйем фотоға кескәй балалар менән төшкән. Бәхетле ҡарай улар. Бына апайым Әлмирә, һеңлекәшем Азалина. Улар башҡорт милли кейемендә төшкән. Был һүрәттән олатайым һәм өләсәйем уйсан ғына миңә ҡарайҙар шикелле.
Фотоһүрәттәрҙе ҡарай-ҡарай, нәҫел ағасымдың тарихы миңә ҡыҙыҡ булды. Туғандарымдың, ата-бабаларымдың үткәндәре мине донъяла нисек йәшәргә кәрәклеген өйрәтеп тора кеүек. Альбомды ҡарап бөткәс, тыуған илгә ҙур һөйөү менән йәшәгәнебеҙҙе аңланым. Изге, яҡты Ватаныбыҙ булғанға беҙ бәхетле. Оҙон тын алып, бөтә донъя кешеләре ишетелерлек итеп ҡысҡыраһым килде: “Мин бәхетле ғаиләм булғанға! Мин бәхетле, тыуған илем Башҡортостан булғанға!” Эйе, һәр атҡан таңды һөйөнөп ҡаршы алам. Яңы тыуған көнгә шатланам. Илдә тыныслыҡ булһын, Ватаным сәскә атһын тип теләктәр теләйем.