Проектная работа Как стать успешным пчеловодом? Выполнил ученик 4 класса Атиковского филиала МОБУСОШ с.Старосубхангулово Татлыбаев Сынтимер. Руководитель:Алгазина Розалия Рахимовна
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
Бөрйән районы
Иҫке Собханғол урта мәктәбенең Әтек филиалы
МАН – 2014
Башҡортостан мәҙәниәте һәм культураһы
буйынса тикшеренеү эше
Темаһы:
Нисек уңышлы ҡортсо булырға?
Әҙерләне: 4-се синыф уҡыусыһы Татлыбаев Сынтимер Айнур улы
Етәксеһе: Алғазина Розалия Рәхим ҡыҙы (башланғыс синыфтар уҡытыусыһы)
Эштең тикшереү объекты. Ҡортсолоҡ
Тикшереү предметы. Ауыл ҡортсолары
Эҙләнеү методтары: Гәзит-журнал материалдарын өйрәнеү, әсәйемдән һорашыу, умарталыҡта эшләү.
Интернеттан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе эҙләү,өйрәнеү.
Фәнни тикшеренеү эшемдең актуаллеге: Хәҙерге ваҡытта ауылдарҙа эш табыуы ауыр, мәктәптәр ябыла, колхоздар бөтөрөлдө. Ауылда эш урындары булмау, төрлө юлдар эҙләргә мәжбүр итә.Ҡортсолоҡ- иң уңышлы шөғөлдәрҙең береһе, тик ҡортсолоҡ менән һәр кем шөғөлләнә алмай. Нисек уңышлы ҡортсо булырға?
Проблеманан сығып, фәнни тикшеренеү эшемдең темаһы асыҡланды: “Нисек уңышлы ҡортсо булырға?”
Эҙләнеү эшемдең маҡсаты:
Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү- уңышлы тормош нигеҙе икәнлеген асыҡлау.
Бурыстарым:
Ҡортсолоҡ тураһында мәғлүмәт туплау, үҫкәс ата –бабалар кәсебен дауам итеү.
Ҡортсо һөнәренең әһәмиәтен асыҡлау.
Ҡортсоларҙы билдәләү,ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән кешеләрҙең район иҡтисадына индергән өлөшөн асыҡлау.
4) Уңышлы ҡортсо булыу юлдарын билдәләү
Йөкмәткеһе
1.Инеш____________________________________________________1
2.Тикшереү эшемдең маҡсаты,бурыстары__________________________________________2
3. Башҡорт балы донъя кимәлендә_________________________________________________3
4. Ҡортсолоҡ-уңышлы йәшәү сығанағы__________________________4
5.Ауылдың ҡортсоларын билдәләү____________________________5-6
6.Ҡортсолоҡтоң кеше тормошондағы роле______________________7-8
7.Уңышлы ҡортсо булыу өсөн ни эшләргә________________________9
8.Кәңәштәр.Халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һал___________________________10
9.Йомғаҡлау_______________________________________________11
10.Ҡулланылған әҙәбиәт___________________________________________________12
11.Ҡушымта_______________________________________________13
.
Инеш
Һауа шарттары үҙгәреп,ер йөҙөндә сәскәле үҫемлектәр таралған осорҙа, 25-50 миллион йылдар элек, бал ҡорттары ғаиләгә берләшкән. Ғалимдарҙың фекеренсә, улар бөжәктәр араһында иң йәш төр.Донъяла миллионға яҡын төр бөжәк, шул иҫәптән сәскәгә һеркә күсереп, һут менән туҡланып яңғыҙ йәшәгән меңләп төр ҡорт иҫәпләнә. Шулар араһында бал ҡорто тәбиғәткә һәм кешегә килтергән файҙаһы менән беренсе урында тора. Улар тураһында кешеләр йырҙар сығарған, китаптар яҙған. Бындай ҙур иғтибарға башҡа бер тереклек тә әлегә лайыҡ булмаған.
Умартасылыҡ халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән кәсебе, ҡортсолоҡҡа ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта бара.Данлыҡлы башҡорт балы киләсәктә лә юғалмаҫ тип, уйлайым. Башҡорт балының даны бөтә донъяға билдәле. Башҡорт балы- Украина салоһы, Швейцария сыры кеүек үк республикабыҙҙың визит карточкаһы булып тора.
Ҡортсолоҡ, уның файҙаһы, ҡортсоларҙың йәшәү рәүеше тураһында мәғлүмәт тупларға булдым. Бал ҡорто, башҡорт балы, уның файҙаһы тураһында, ҡортсолоҡ – йәшәйешебеҙҙең иң уңышлы шөғөлдәренең береһе. Нисек уңышлы ҡортсо булырға? Умартасылыҡ тураһында күберәк белеү теләге ошо проект эшләүгә этәргес булып тыуҙы.
1. Башҡорт балы донъя кимәлендә
Башҡорт балы донъя кимәлендә лә ҙур урын биләй.
Башҡорт балы- күп һанлы йәрминкәләр һәм күргәҙмәләр еңеүсеһе.
Беренсе тапҡыр башҡорт балы 1900 йылда Францияла Бөтә Донъя Париж йәрминкәһендә алтын миҙал менән бүләкләнә.
- 1961 йылда Эрфурт ҡалаһында ( Германия) – алтын миҙал;
- 1965 йылда Бухарест ҡалаһында( Румыния) XX Халыҡ- ара Апимондия конгресында көмөш миҙал;
- 1971 йылда Мәскәү ҡалаһында XXIII Халыҡ-ара Апимондия конгресында алтын миҙал;
-2002 йылда Берлинда « Йәшел аҙна» күргәҙмәһендә юғары награда;
-2001-2004 йылда Санкт-Петербургта «Рәсәй фермеры» -« Агрогусь»
күргәҙмә-йәрминкәһендә юғары награда яулай.
-2009 йылда Башҡортостандың Ете мөғжизәһенең береһе булды.
2.Ҡортсолоҡ - уңышлы йәшәү сығанағы
Ҡортсолоҡ тураһында төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәт туплау.
Ҡортсолоҡ-ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс кәсеп. Бал ҡорто хаҡындағы тәүге мәғлүмәт бик борондан килә.Памонтология белгестәре бал ҡорто 50 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән тип раҫлай. Бынан 15 мең йыл элекке бал ҡорто һүрәттәре бөгөнгә тиклем һаҡланған.
Ҡортсолоҡ-ата-бабаларыбыҙҙың иң боронғо шөғөлө. Был хаҡта бик күп мөһим мәғлүмәт Көньяҡ Урал буйлап сәйәхәт итеүсе ғалимдарҙың яҙмаларында һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, ғалим-географ Н.П.Рычков башҡорттарҙың ҡортсолоҡ кәсебен бик оҫта, яратып, күңел биреп башҡарыуҙары хаҡында яҙа:”Был халыҡтың иң ҙур байлығы-бал ҡорто. Табышлы кәсепте улар шул тиклем оҫта һәм әүәҫ алып бара,ҡортсолоҡ буйынса уларға еткән бүтән халыҡ юҡтыр”...
Күренекле урыҫ ғалимы И.И. Лепехин Шүлгәнташ мәмерйәһе тәбиғәтен һүрәтләгәндә:”Был төбәктә бал ҡорто булмаған ҡарағайҙы табыуы ҡыйын”-тип яҙып ҡалдырған.
Ысынлап та, Башҡортостандың йәйрәп ятҡан далалары, сәскәле яландары,данлыҡлы йүкә урмандары ҡорт аҫрау өсөн ифрат уңайлы, ҡорт үрсетергә. Ҡортсолоҡ продукттарын етештереүгә һәм уның халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында файҙаланыуға һуңғы йылдарҙа айырыуса ҙур иғтибар бирелә.Мәҫәлән.1995 йылда “Умартасылыҡ тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законы ҡабул ителә.
Бал ҡорттары төрлө тоҡомдарға бүленгән.Шулар араһында Башҡорт Бөрйән ҡорто ла бар.Бөрйән бал ҡорттары саф тоҡомло,һыуыҡҡа сыҙамлы,балды күп йыя.Бөрйән балы үҙенең сифаты менән дан алған. Халыҡта балды түбәнге төрҙәргә бүләләр:сәскәле бал, һитәле бал, ҡыналы бал, йәш бал, ҡомаҡҡан бал.
Башҡортостанда бал ҡортон үрсетеүгә һәм уларҙан бал, балауыҙ, инә һөтө, ҡорт елеме һәм ағыуы, сәскә һеркәһе етештереү өсөн уңайлы шарттар әлегә һаҡланған.
Ҡортсолоҡ-борондан ҡалған, матди мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшө.
3. Ауылдың ҡортсоларын билдәләү.
Ауыл хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда шәхси хужалыҡтарҙа 2014 йылда 200 умарта иҫәпләнә. Ҡортсолар -54. Иң күп умартаны Ғәҙәмшин Шәмсетдин Зәйтүн улы тота.
Ауылымдың данлыҡлы ҡортсолары
Атҡаҙанған умартасы
Үҙ эшен яратып башҡарған, егәрле һөнәр эйәләре күп беҙҙең районда. Шәмсетдин Ғәҙәмшин тап шундай кешеләрҙең береһе.
Атанан күргән уҡ юныр.тигәндәй Зәйтүн Ғәҙәмшиндан умартасы һөнәрен үҙләштерә ул. Бөтә булмышын эшкә бағышлай ул.
Һуңғы йылдарҙа Шәмсетдиндең исеме йыш телгә алына.Республика күләмендә лә танылыу алған кеше ул. 1999 йылда тауар балы алыу буйынса Башҡортостанда умартасылар ярышында еңеүсе була һәм умартасыларҙың икенсе республика ярышында икенсе урынды яулай.
2000 йыл уға тағы ла ҙурыраҡ еңеү килтерә.Башҡортостан умартасылар ярышы Бөрйән районында үтә. Район намыҫын Шәмсетдин Ғәҙәмшин яҡлай. Ике көн буйы барған ярышта еңеп сыға һәм “Республика чемпионы” тигән исемде ала.
Алдынғы умартасы селекция эше менән дә шөғөлләнә. Инә ҡорттарҙы үрсетә ул.
Бал алыуҙа һәм ҡорт үрсетеүҙә даими уңышҡа өлгәшкәне өсөн Ш.Ғәҙәмшин умарталығына тоҡомсолоҡ исеме бирелә.
Алдынғы умартасы быйыл йәнә бер ҡыуаныс кисерҙе.Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме бирелде.
Ф.Бәшәров
-Тора һал, тор, улым, һиңә нимә булған бөгөн. ҡалай оҙаҡ йоҡлайһың, ҡояш ауалап бара инде, ятма улайтып, ялҡау left000кешегә оҡшап, ана, атайың әллә ҡасан уҡ атын алып килеп, арбаһын майлап бөтөп бара...
Шәмсетдин һиҫкәнеп уянып китте лә, атаһына ярҙамға ашыҡты.
Зифа апай башлаған һүҙен төйнәп ҡуйҙы.Бынағайыш,уятмай китһәң .тағы ҡыйын ,барыбер арттан йүгереп барып етәсәк. Улай ҙа бала булыр икән ,эш өсөн үлә лә ҡуя инде .-Атаһы,әйҙәгеҙ сәйгә ,әтеү аҙаҡтан ҡабалана ла китә торғанһың. Анһыҙҙа, Зәйтүн ағай ҡырҡҡа ярылырҙай булып йөрөй. Йәй эштең иң тығын сағы. Бөгөн етмәһә, ҡорттар айыра башларға тейеш. Ҡортсоноң яйлап ултырып сәй эсергә лә ваҡыты юҡ. Бына әле лә ҡабалан ғына ҡапҡыланы ла сыға һалды. Ә бәләкәй Шәмсетдин атты егеп тә ҡуйған. Эй уңған малай ҙа инде. Тамаҡ бауына нисек көсө еткәндер.
* * *
"Алға" крәҫтиәндәр хужалыгы умартасыһы Шәмсетдин Зәйтун улы Ғәҙәмшин (һурәттә) right000йәш булһа ла хеҙмәт биографияһы ваҡиғаларға бик бай. Тауар балы алыу буйынса ул бер нисә тапҡыр район чемпионы булды. 1998 йылда йәнә бер хеҙмәт еңеуе яуланы. Ул республика ҡортсолары араһында барған ярышта еңеп сыҡты.
* * *
Нисек итеп данлыҡлы ҡортсо, ҡортсолоҡ буйынса белгес булып китә һуң Зәйтүн Ғәҙәмшин. Был турала ул бына нимә һөйләй:
- 1951 йылда армиянан ҡайтҡанда Әтектә "Ҡыҙыл юл" тигән промартель ине. Ҡайҙандыр күпләп умарта left000килтерәләр. Ә ҡарар кеше юҡ. Шунлыҡтан халыҡҡа һатыу
һүрәттә: Башҡортостан Республикаһы чемпионы Шәмсетдин Ғәҙәмшин (уңда), уның ағаһы Зариф (һулда).
Уртала уларҙың атаһы Зәйтүн Ғәҙәмшин.
Ғ. ЙӘҒӘФӘРОВ фотоһы.
* * *
ойошторола. Уйынлы-ысынлы мин дә алырға булдым. Бына шулай 3.Ғәҙәмшин аңғармаҫтан ҡортсо булып китә. 13 йыл буйына үҙаллы шөғөлләнә, тәжрибә туплай.
Ауылда һатыусы булып эшләгән йылдарында ла ҡортон ташлап ҡуймай. Әтектә промартель бөтөп колхоз ойошторола. Уға "Алға" тигән исем бирелә. 1964 йылда беҙҙең районға бүтән райондарҙан 300 ғаилә ҡорт бүленә. Салауат, Чапаев исемендәге колхоздарға 100-әр, "Алға" менән "Яңы юл"ға 50-шәр баш.Зәйтүн Ғәҙәмшин Ишембай районынан 50 ғаилә (пакет) алып ҡайтып дадандарға күсереп ҡуя. Эшкә үҙаллы өйрәнеү бер, артабан уңышҡа өлгәшеү осон теоретик белем дә кәрәк. 3. Ғәҙәмшин быны яҡшы аңлай. Ҡорттарын имен-һау ҡышҡы һаҡлауға ҡуйғас, Архангелға 1 йыллыҡ курсҡа уҡырға китә. Уны тик яҡшы билдәләренә генә тамамлап ҡайтҡас ихласлап эшкә тотона. Хәҙер белем дә, практика ла бар. Эшләргә лә ашләргә.
* * *
left000Район ҡортсолары араһында ойошторолған ярышта "Алға" крәҫтиәндәр хужалығы умартасыһы Шәмсетдин Ғәҙәмшин еңеүсе булды. 1998 йылда ул һәр умартанан 44-әр килограмм бал алған, күстәр һанын 10 процентҡа арттырған.
Хеҙмәт алдынғыларының район кәңәшмәһендә Ш. Ғәҙәмшинға район чемпионы, тигән маҡтаулы исем бирелде һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылды.
һүрәттә: Ш. Ғәҙәмшш
Ғ. МӘЖИТОВ фотоһы.
3.1. Ҡортсолоҡтоң-кеше тормошондағы роле.
Практик эш нигеҙендә нисек уңышлы ҡортсо булыу юлдарын асыҡланым.
Анкета үткәреү (Ҡортсолар өсөн)
1.Тормошоңдо ни өсөн ҡортсолоҡ менән бәйләнең?
2. Ҡорт ҡарау ҡыйынмы?
3.Ҡорттарҙҙы нисек тәрбиәләйһең?
4.Ни өсөн ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә башланың?
5.Эште нисә умартанан башларға?
6.Балды нисек һатаһың?
7.Уңышлы ҡортсо булыу өсөн ни эшләргә?
Мәктәптә “Ҡортсолоҡ нигеҙҙәре” дәрестәре үткәрелә.9 -сы синыф уҡыусылары менән әңгәмәләштем.
“Йәш ҡортсолар “дәрестәренең әһәмиәте нимәлә?
3.2. Уңышлы ҡортсо булыу өсөн нимә эшләргә?
Маҡсатым: Ҡортсо һөнәренең кеше тормошондағы әһәмиәтен билдәләү, уның ауыл тормошон үҙгәттеү юлдарының береһе икәнлеген асыҡлау.Ҡортсо, умартасы һөнәрҙәре менән танышыу. Әсәйем Татлыбаева Гүзәл Хәкимйән ҡыҙы менән әңгәмә.
Әсәйем менән әңгәмә.
-Әсәй ни өсөн тормошоңдо ҡортсолоҡ менән бәйләнең?
-Ҡортсо булыу баласаҡ хыялым ине.Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға индем.1997 йылдан 2002 йылға тиклем “Зооинженерия” факультетының “Ҡортсолоҡ һәм зоология” бүлегендә ҡортсо һөнәрен үҙләштерҙем. Диплом алды дәүләт практикаһын Әтек ауылының данлыҡлы умартасы Ғәҙәмшин Шәмсетдин улының ҡортсолоғонда үттем.
-Ҡорт ҡарау ҡыйынмы?
Ҡорттарҙы тәрбиәләү еңел түгел.Ҡортто ҡарау сабый баланы ҡарау менән тиң. Ауылда етеш йәшәү өсөн һөнәрҙәр,шөгөлдәр бик күп.Кемдер малсылыҡ,йылҡысылыҡ,баҡсасылыҡ менән һәйбәт килем ала. Минең өсөн иң кәрәкле һөнәр булып ҡортсолоҡ булып тора. Сөнки ҡорттан алған продукция үҙебеҙҙең өсөн дә файҙалы, артып ҡалғанын һатып ебәреп, ғаилә бюджтын да тулыландырып була.
-Ҡорттарҙҙы нисек тәрбиәләйһең?
-Ҡорттарҙы яҙғылыҡ ҡорт баҡсаһына сығарып ултыртабыҙ, көндәр йылынғас та, ҡорттарҙы таҙа умарталарға күсерәм. Күгәргән, бысраған рамдарҙы алып , урынына һәйбәттәрен ҡуям. Сепрәк ябыуҙарын йылына бер тапҡыр алыштырам. Ҡорттар таҙалыҡты ярата. Ҡорттарҙы ҡараған һайын, умарта төбөнә төшкән сүп – ҡыйҙарҙы таҙартып торам. Ҡорттарҙы ҡарар алдынан ҡулды һабынлап йыуам. Ҡортсоноң кейеме һәр саҡ таҙа булырға тейеш. Ҡорттар төрлө сит еҫтәрҙе яратмайҙар. Мәҫәлән: бензин, тир, ҡан, спирт, хушбуй еҫтәренә улар бик асыуланалар. Ҡорттарҙы ваҡытында төрлө ауырыуҙарға ҡаршы дауалап торорға кәрәк. Тәбиғәттә ҡорттарға туҡланырға сәскә һуты, һеркәһе булмағанда шәкәр сиробы эшләп бирәм. Ғөмүмән, ҡортсо кеше бал ҡорто һымаҡ тырыш булырға тейеш.
- Ни өсөн ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә башланың?
-Ҡортсолоҡ менән 2005 йылдан эш итә башланым. Тәүҙә ауыл мәктәбендә ҡортсолоҡ буйынса түңәрәк алып барырға, мәктәп ҡорттарын ҡарарға тура килде. 2006 йылда үҙебеҙ тәүге күстәрҙе һатып алдыҡ. Мәктәптә 2005 – 2010 йылдарҙа ҡортсо булып эшләнем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәптә был мауыҡтырғыс туңәрәкте бөтөрҙөләр. Ә үҙемдең хужалығымда ҡорт көтөүенә Ғәҙәмшин Шәмситдин ағайҙың аҡыллы кәңәштәре, ҡорт көтөүҙең файҙалы булыуы, ҙур этәргес булып торҙо.
-Балды нисек һатаһың?
-Белгән кешеләр балды өйҙән килеп алалар. Иҫке Собханғолда, Баймаҡ, Белорет райондарында үҙемдең һатып алыусыларым байтаҡ.
Балдан алынған йыллыҡ килем
Йылдар Хаҡы Килограмм Дөйөм хаҡы
2011 йыл 350 һум 61 кг 21,350 һум
2012 йыл 400 һум 76 кг 30,400 һум
2013 йыл 450 һум 80 кг 36,000 һум
2014 йыл 450 һум 100 кг 45,000 һум
Күстән алынған йыллыҡ килем
Йылдар Һаны Хаҡы Дөйөм хаҡы
2011 йыл 1 5,000 5,000
2012 йыл 2 5,000 10,000
2013 йыл 3 5,000 15,000
2014 йыл 2 5,000 10,000
4. Практик эш нигеҙендә нисек уңышлы ҡортсо булыу юлдарын асыҡланым.
1367790330835Нисек уңышлы ҡортсо булырға?
00Нисек уңышлы ҡортсо булырға?
-994410301625Килем алыу
00Килем алыу
3901440301625Белемле
булыу
00Белемле
булыу
1257300293179512573003619500
4149090153670Егәрле,
тырыш,тыныс булыу
00Егәрле,
тырыш,тыныс булыу
-1108710153035Һата белеү
00Һата белеү
4091940262255Тәжрибә
туплау (ҡарай белеү)
00Тәжрибә
туплау (ҡарай белеү)
-994410110490Сифатлы тауар
етештереү
00Сифатлы тауар
етештереү
148209033655 Оҫта ҡуллы
булыу
00 Оҫта ҡуллы
булыу
5. Кәңәштәр. Халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һал
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ балдың бик файҙалы булыуын яҡшы белгән. Уны нисек файҙаланыу серҙәре быуындан-быуынға бирелгән. Бал етештереү,уны киң файҙаланыу йолаларға ла тәьҫир иткән, халыҡ ижадында ла үҙ эҙен ҡалдырған. Халыҡ оҙаҡ йылдар буйы бал ҡорттарының йәшәү шарттарын, ҡылыҡтарын күҙәткән, өйрәнгән, умартасылыҡ буйынса үҙ тәжрибәһен туплай килгән.Былар барыһы ла халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәрендә асыҡ сағылған.Уларҙа умартасы өсөн бик файҙалы, тос фекерҙәр тупланған.
Мәҫәлән:
1)Бал ҡортоноң балы бар, балға тиклем наҙы бар.
2) Ысыҡлы йыл бал күп була.
3) Балсы ҡулынан бал тамыр, һауынсы ҡулынан һөт тамыр.
4) Инәһеҙ ҡорт көсһөҙ булыр.
5) Ҡорт саҡмайынса, бал булмаҫ.
6) Ҡорттоң сағыуы ла файҙаға.
7) Ҡорттоң инәһе ҡайҙа ҡунһа, күсе шундаһарыр.
8) Бал тамсынан йыйылыр.
9) Бал тотҡан бармаҡ ялар, һөт тотҡан ҡаймаҡ ялар.
10) Бал тәмле лә, ҡорт саға.
11) Балдың тәмен айыу белә.
12)Балын яратһаң, бәләһен ярат.
13) Балың булмаһа ла, баллы телең булһын.
14) Бал ҡортоноң телен умартасы белә.
15) Бал ҡорто кире әйләнеп ҡайтһа, ямғыр яуыр.
6.Һығымта Башҡорт балы…Был исем бар донъяға таныш. Тик кешеләр, ғәҙәттә, өҫтәлдә ултырған балдың тәмен һәм уның ҡайҙан икәнен генә белә. Ҡортсолоҡ менән һәр кем шөғөлләнә алмай. Нисек уңышлы ҡортсо булырға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнем, аңлатырға тырыштым. Башҡорт балының донъя кимәлендә тотҡан урыны тураһында күп нәмәләр белдем.
Беҙҙең ғаилә умартасылыҡ менән шөғөлләнә. 10-15 июлдә ҡорттоң балын ҡыуа башлайбыҙ, сөнки ул ваҡытта йүкә сәскә ата. Беҙҙең Бөрйәндә балдың ике төрө була: йүкә балы тәмлерәк, ә сәскә балы файҙалыраҡ. Йәйҙең бер айын көндөҙ умарталар янында йөрөп үткәрәм . Атайым эшкә киткәндә, мин айырағн ҡортто тотоп тәгәскә бикләйем дә һалҡын урынға ултыртам. Ярты көндәй һалҡында ултырған күсте икенсе умартаға ултыртырға ярай. Бал ҡыуып алғас,ҡорттарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ.Ҡар иреп бөткәс, ҡорттарҙы сығарып осорабыҙ. Миңә ҡорт ҡарау бик оҡшай, үҫкәс мин күп итеп ҡорт тотасаҡмын. Хәҙер мин әсәйемдән умартасылыҡ серҙәрен өйрәнәм.Минең шәхси умартам бар. Был шөғөл -өҫтәлмә аҡса эшләп, ғаиләбеҙҙең матди хәлен яҡшыртыуҙа отошло кәсеп. Мин дә был һөнәрҙе өҫтәлмә шөғөл итеп аласаҡмын.
Тикшереү барышында алдыбыҙға ҡуйылған бурыс тулыһынса үтәлде.Ҡортсолоҡ тураһында бай мәғлүмәт тупланым.Ҡортсолоҡ йәшәйеште уңышлы алып барыу юлдарының береһе икәнлеген асыҡланым. Уңышлы ҡортсо булыу өсөн күп белергә,тәжрибә тупларға, егәрле,сыҙамлы,бөхтә булырға кәрәк.Уңышлы ҡортсо шулай уҡ килем алырға,балды һата ла белергә тейеш. Умартасылыҡ-халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән кәсебе.Ҡортсолоҡҡа ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта бара һәм данлыҡлы башҡорт балы булған, бар һәм киләсәктә лә һәр саҡ булыр ул, - тип ышанам.
Шулай итеп, мин ҡорттарҙың, балдың файҙаһын өйрәндем, белгән- өйрәнгәндәремде эҙләнеү эше итеп башҡарҙым. Был кәсеп нәҫелебеҙҙән килә, минең дә ҡыҙыҡһыныуым ҙур, киләсәктә лә дауам итеүселәр булыр, тип ышандырам. Теләгем: был кәсеп менән шөғөлләнеүселәр күберәк булһын ине!
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
7.Ҡулланылған әҙәбиәт
1. Башҡорт мәҙәниәте .Өфө, 2007
2. Башҡортостан энциклопедия.Өфө,
4. Г. Байбурина // Йәшлек гәзите, 2003 йыл
5. Баһауетдинова М.И,Йәғәфәрова Г.Н.уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эшен ойоштороу. Өфө,2012 йыл
6. А.Тайыпова / Таң гәзите ,2003 йыл
7.Д. Шәрәфетдинов //Йәшлек,2003 йыл
9. И.В. Шафиҡов «Бал ҡортоноң наҙы бар”,-Өфө, 1992
8. Ҡушымта
Еңеү артынан еңеү
Ысынлап та, һынатмаҫҡа һүҙ бирә ул үҙенә. Ҡорттары ла үҙе кеүек әрһеҙ булып сыға. Күмәк ҡортто тәүге йыл ғына ҡышлауға индерһә лә, баяғы 50 баштың барыһы ла имен сыға.
Былай булғас, булды, артабан аш үҙенән-үҙе китәсәк, тип уйлай Зәйтүн эстән генә. Ҡыуанысының сиге булмай. Әммә әсе тирҙе түкмәйенсә бал алып булмаясағын күптән белә ине инде ул.
- Ҡортсолоҡто отошло тармаҡҡа әйлдәндерәйем тиһәң, бал ҡортоноң үҙе кеүек уҫал да, егәрле лә. сыҙамлы ла булырға кәрәк,- тип һөйләй ҡортсо.
Был сифаттарҙың барыһы ла бирелгән Зәйтүн ағайға. Әгәр улай булмаһа, хеҙмәттә һоҡланғыс уңыштарға өлгәшә алыр инеме?
1972-74 йылдарҙа ҡортсолар араһында ойошторолған ярышта район чемпионы исеменә лайыҡ була. 1975 йылда "Өл гөл ө хеҙмәт өсөн" миҙалы менән наградлана. Эшләү дәүерендә йыл һайын Маҡтау грамоталарынан, премияларҙан яҙмай.
- Иң күп тауар балы йылына уртаса 40-45-әр килограмдан тура килә торғайны,- тип хәтерләй ул хәҙер.
Хәҙер инде данлыҡлы ҡортсо Зәйтүн Ғәҙәм ш индың эш тәжрибәһен өйрәнеү осон сит-ят ерҙәрҙән дә килә башлайҙар. Данлыҡлы Бөрйән балын тәмләп ҡарағас, бының ысынлап та шулай икәненә тамам ышаналар һәм берәр генә күс булһа ла, һатып алып ҡайтыуҙы хәстәрләргә тотоналар.
Шулай итеп, 1967 йылдан пакет һатыу башлана. Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләренән киләләр. Үҙебеҙҙең район хужалыҡтарына ла өлөш сыға.
3. Ғәҙәмшиндың ҡортсолоғо бер йылда ла балһыҙ булмай, бер ваҡытта ла ҡорт үлмәй. Бынын сәбәптәрен ул түбәндәгесә аңлатты:
- Иң мөһиме - ҡорт асыҡмаһын. Ҡыш ашарына булһа, ул үлмәй ҙә, ауырымай ҙа. Ә ауырыу килеп эләкһә, уға ҡаршы көрәш сараларын да белергә кәрәк. Ҡорт теүәл ҡыш сыҡһа, бал йыймай ҡалмай, уның эше шул бит. -Йәнә шуныһы, мин һәр 10 ғаиләгә 1 запас инә алып ҡала торғайным. Был ныҡ ярҙам итте.
Зәйтүн ағай күптән хаҡлы ялда инде. Ул ойошторған ҡортсолоҡ ышаныслы ҡулдарҙа. Уның данлы традицияһы һаман да һаҡлана. Күс һандары ишәйә. Бал һурҙырыу кәмемәй. Ҡортсо-пенсионер шуға ҡыуанып бөтә алмай.
* * *
Бәләкәй Шәмсетдин атаһы Зәйтүн ағайҙан бер тотам да ҡапмай. Әтектән 2 сакырым самаһында гына ятҡан ҡортсолоҡҡа әсәһе Зифа апай менән атаһы көнөнә йөрөп эшләгәс, Шәмсетдин йыш ҡына уларҙан иртә торор була. Ҡалдырып китерҙәренән ҡурҡа left000ул. Ә инде, йоҡлап ҡалһа, арттарынан бара һалып етә.
Бала бөтмәҫ һорауҙары менән атаһын йөҙәтеп бөтә. Нимә ул әре ҡорт, эшсе ҡорт, инә ҡорт, бала ҡорт? Был турала атаһы улына диҡҡәт менән аңлата. Улар бөтәһе лә бер өйҙә йәшәйме? Бөтәһе лә бал йыямы?
Быныһын инде эш араһында ғына аңлатып биреп булмай. Шуға күрә Зәйтүн ағай күп осраҡта буш ваҡытын бүлә. һәр төр бал ҡортоноң ниндәй вазифа башҡарғанын, йыйып килтерелгән нектарҙы балға әйләндереү өсөн күпме көс сарыф ителеүен, инә ҡортто ашатыу, елпетеп, һалҡын алдырып тороу өсөн дә айырым төркөм ҡорттар тәғәйенләнеүе тураһында ла аңлатып бирә.
Шәмсетдин Ғәҙәмшин ана шулай атаһының хеҙмәт мәктәбендә тәрбиә алып үҫә.
Шәмсетдин 1962 йылда тыуған. Урта мәктәпте Иҫке Собханғолда тамамлай. Артабан белемен арттырыу мөмкинселеге лә була уның. Тик күңеле ҡортсолоҡҡа ғына тартыла. Уҡыуҙы бөткәс тә, атаһы янына эшкә бара. Ошоға тиклем иренең даими ярҙамсыһы булған Зифа апайға ла эш еңеләйә.
Шәмсетдин армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас та яратҡан эшен ташламай., йәнә атаһы эргәһенә ашыға.
Бер көндө теоретик белем, практик эш тураһында һүҙ сығып китә лә, атаһы әйтеп ҡуя. Улым:» Эшеңде ни тиклем генә камил үҙләштерһәң дә, ҡулыңда "ҡатырға" булмайынса тороп, яратҡан эш урыныңды мәңгелек минеке,»- тип әйтә алмайһың. «Иртәгә берәү килер ҙә документын күрһәтер. Шуға күрә уҡып алырға кәрәк. Ә һинең быға һәләтең барлығына мин ышанам» Шәмсетдин ошо һөйләшкәндең көҙөндә үк Михайловкаға уҡырға китә. Атаһы әйтмешләй ысынлап та уҡыуға һәләте була егеттең. Училищены тик бишле билдәләренә генә тамамлай.
Хәҙер инде дипломлы белгесте атаһының ярҙамсыһы итеп ҡуялар. 1986 йылда Зәйтүн Ғәҙәмшин хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡортсолоҡтоң яҙмышын улына тапшыра.
Тапшыра, тигәс тә, үҙе нигеҙ һалған, ойошторған ҡортсолоҡтоң юлын ул шыпа онотоп ҡуймай. Тәүге йылы көн дә, тигәндәй барып урай. Улына ярҙамлаша, кәңәштәрен бирә, өйрәтә.
Шәмсетдин дә атаһы шикелле тырыш, ныҡыш булып сыға. Элек Зәйтүн ағайҙың исеме гәзит битенән төшмәһә, хәҙер Шәмсетдин унда йыш күренә башлай. 1996 йылда район чемпионы була. Былтыр ул йәнә бер ҙур еңеү яулай, һәр күстән 44-әр килограмм тауар балы алып, Республика күләмендә еңеп сыға. Шәмсетдин 1998 йылда 90 күсте ҡыш сығара. Шуның эсенән 30-ҙы даданы менән, 10-ды пакет итеп һатып ебәрәләр. Ҡорт һатыуҙан 30 мең һум самаһы саф аҡса кассаға инә. Шул йылды 3959 килограмм тулайым бал алына. Шуның 2197 килограмы һатыла.
Бына ҡайҙа ул өндәшмәй генә килеп инә торған тере аҡса. Баяғы һатып ебәргән 40 баш ғаиләне бал йыйырға ҡушҡанда өҫтәмә 1 тонна 700 килограмдан күберәк бал алыныр ине. Был баяғы ҡорт һатып
алған аҡсанан 22 мең һумға артып китә.
Шуны ла әйтергә кәрәк: бал тәмле, үтемле булһа ла, беҙҙә ҡортсолоҡҡа иғтибар биреп еткерелмәй.right000
Шәмсетдин дә шул турала һөйләй. Күпме табыш бирһә лә, ошоға тиклем уның уртаса йыллыҡ эш хаҡы 150 һумдан үтмәгән. Ондоң, шәкәрҙең хаҡы менән сағыштырғанда, әйтәйек, был диңгеҙ менән күлде сағыштырған һымаҡ.
Был хаҡта оло ҡортсо Зәйтүн Ғәҙәмшиндең һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү кәрәктер:
- Умартасының эшен, уның ни тиклем мәшәҡәтле икәнен етәкселәр ҙә, бүтәндәр ҙә аңламай. Уның нимәһе бар, ҡорттарҙы яҙ сығарып ҡуйҙың да, йәй бал һурҙырттың, көҙ кире индереп ҡуйҙың,- тип уйлайҙар. Ә бит йәйге осорҙа тотош уңышты бер сәғәт ваҡыт хәл итергә мөмкин. Бигерәк тә ҡорт айырған ваҡытта саҡ ҡына һуңланыңмы - осто китте.
Ғөмүмән, Шәмсетдин Ғәҙәмшиндың умарталығында эш яйға һалынған. Быйылғы ҡортсолар кәңәшмәһендә ҡортсолоҡто тоҡомсолоҡ итеп үҙгәртергә булыр ине, бының өсөн байтаҡ нәмәләр етешмәй, тип кире яҡҡа ҡайырырға тырышып та ҡарағайнылар. Йәнәһе умарталар бер төҫкә генә буялған, бер размерҙа ғына булырға тейеш һәм башҡалар, тип. Уныһы оҙаҡ түгел. Быйыл пакет һатмайынса ҡортсолоҡто икегә бүлергә тейештәр. Ана шунда ҙурыраҡтарын бер яҡҡа, бәләкәйҙәрен икенсе яҡҡа күсереп ултыртһалар, проблеманың яртыһы хәл ителде, тигән һүҙ.
Икенсенән, Республикала еңгән өсөн генә был ҡортсолоҡҡа тоҡомсолоҡ исемен биргәндә бер ҙә хата булмаҫ ине. Ә Шәмсетдиндең эше ысынлап та маҡтауға лайыҡ.
Ф.Бәшәровтың (Таң, 27 июль 1999 йыл) очерегы нигеҙ итеп алынды.
Өҫтәлдә - Бөрйән балы!
Умартасылыҡ — ата-бабаларыбыҙҙың борондан үҙ иткән аҫыл кәсептәренең береһе. Шуныһы ҡыуаныслы - һуңғы йылдарҙа был кәсеп менән йәштәр ихлас ҡыҙыҡһына.
Әтек ауылында йәшәүсе умартасы Шәмсетдин Ғәҙәмшин дә үҙенең бал ҡорттарына булған мөнәсәбәте менән был һөнәрҙең ни тиклем кәрәкле һәм мөһим булыуын раҫлай килә. Атаһы Зәйтүн Ғәҙәмшин дә заманында билдәле умартасы була. Малайҙарын бәләкәй саҡтарынан үҙе менән бергә алып йөрөй.
- Иҫ белгәндән алып бал ҡорттары араһында үҫкәс, был эште мин яҡшы беләм. Бәләкәйҙән ҡанға һеңгәс, башҡа өлкәлә эшемде күҙалдына ла килтермәнем, - ти Шәмсетдин Зәйтүн улы.
Армиянан ҡайтып, Өфө районының Михайловка ҡасабаһындағы һөнәрселек училищеһында умартасылыҡ буйынса белем алғас, тыуған ауылында умартасы атаһына ярҙамсы булып эш башлай. 1986 йылда атаһы Зәйтүн Ғәҙәмшин хаҡлы ялға сыҡҡас, йәш егет уның эшен ҡабул итеп ала һәм бына 24 йыл инде бал ҡорттары донъяһында ҡайнап йәшәй һәм эшләй. "Бер көн генә эшеңде ҡалдырып торҙоңмо, йыл буйына тир түгеүең юҡҡа сыға ла ҡуя. Аллаға шөкөр, атайҙан ҡабул итеп алғаны бирле бер генә күс тә үлмәне. Ҡорттар бит ул шул хәтлем нескә, һиҙгер, егәрлеләр. Шуға үҙеңә лә егәрле, тыныс булыу кәрәк. Ҡалғанына ул һине яйлап үҙе өйрәтеп ала", - ти ҡортсо, көлөп. Умартасыларҙың Миәкә районында үткән республика конкурсында ҡатнашып, Шәмсетдин 2-се урын яулай. 2000 йылда Бөрйәндә үткән ошо уҡ конкурста беренселеккә сыға һәм Янғантау шифаханаһына юллама менән бүләкләнә. Тырыш хеҙмәте баһаланмай ҡалмай умартасының - бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, 1-се, 2-се дәрәжә дипломдар, шулай уҡ " 1998-1999 йылдарҙа республикала иң күп бал алыусы" знагы менән бүләкләнә, 2001 йылда "Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ була.
1998-99 йылдар бал алыу өсөн уңышлы ғына була - бер ғаиләнән 53,5 килограмм бал алыуға өлгәшәләр.
Әлеге мәлдә "Ҡана" агрофирмаһының Шәмсетдин Ғәҙәмшин арендаға алған умарталығында 47 баш күс иҫәпләнә.
Бал ҡорто районыбыҙҙың йөҙөн билдәләүсе символик мәғәнәгә эйә. Шәмсетдин кеүек, бал ҡорттарының үҙҙәре кеүек, тынғыһыҙ кешеләр барҙа шифалы бал киләсәктә лә өҫтәлдәребеҙҙән өҙөлмәҫ һәм район даны булыуҙан туҡтамаҫ.
Г. БАЙМОРАТОВА.
«Таң», 2010 йыл, 7 октябрь, №118