Я?ы быуын белем бире? стандарттарын индере? шарттарында т?нкитле фекерл?? технология?ы аша у?ыусылар?ы? б?йл?нешле телм?рен ??тере?
Яңы быуын белем биреү стандарттарын индереү шарттарында тәнкитле фекерләү технологияһы аша уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү
Инеш
«Тел фекерләү менән туранан-тура бәйле булғанлыҡтан, ул баланың телмәрен, фекерләү һәләтлелеген үҫтереүҙә һәм камиллаштырыуҙа төп сара булып тора».
Ғәлләмов А.А.
Туған телде яҡлау, һаҡлау, үҫтереүҙең эффектив алымдарын табыу өсөн туған тел уҡытыусыһына үҙ өҫтөндә эшләргә, белемдәрен яңыртып торорға, заманса технологияларҙы өйрәнергә кәрәк. Башҡорт теле әҙәбиәтен өйрәнеү һәм туған телдә аралаша белеү – милләт булып һаҡланып ҡалыу, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе йәш быуынға тапшырыу һәм мәҙәниәтте үҫтереүҙең иң әһәмиәтле юлы. Туған телен белмәгән быуын уның киләсәген ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Бөгөнгө уҡыусыбыҙ – милләтебеҙ киләсәге. Шуға күрә уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү мәктәп методикаһында төп проблемаларҙың береһе булып ҡала килә һәм ул бөгөн дә актуаллеген юғалтмай. Был телселәрҙең һәм методистарҙың хеҙмәттәренән асыҡ күренә, мәҫәлән, ғалим-методист Х.А. Толомбаев та башҡорт телен, башҡорт мәҙәниәтен белмәгән рус һәм башҡа милләт балаларына башҡортса аңларға, аралашырға өйрәтеү өсөн телде фәҡәт практик күҙлектән сығып өйрәнергә кәрәк, тигән. (Толомбаев Х.А. “Телмәр мәҙәниәтен үҫтереү” Башҡортостан уҡытыусыһы, 2003, №8, 53-сө бит.) Сөнки уҡыусы үҙ телендә асыҡ, аңлайышлы, матур итеп һөйләшә белергә тейеш. Үҙенең педагогик тәжрибәһенә таянып, Л.Н. Толстой түбәндәге һығымтаға килә: «Телде уҡытыуҙың бурысы – әҙәби телдә яҙылған китаптарҙың йөкмәткеһен аңлау менән етәкселек итеүҙә. Әҙәби телде белеү мотлаҡ, сөнки тик ошо телдә иң яҡшы китаптар яҙыла». Ф.И. Буслаев тәү сиратта уҡыусыларҙың практик һәләтен үҫтерергә кәрәк тип һанай. “Был, - ти ул, - телмәр формалары сағылышын аңлау һәм уларҙы дөрөҫ ҡулланыу өсөн кәрәк”. К.Д. Ушинский үҙенең хеҙмәттәрендә телде өйрәтеүҙең төп бурысын “телгә маһирлыҡ” тәрбиәләүҙә күргән. “Кешенең уй тослоғо, фекер аныҡлығы, зиһен яҡтылығы телмәр байлығында: тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәл–әйтемдәр, төрлө сағыштырыуҙар, фразеологик әйтемдәр ҡушып һөйләүендә сағыла”-тип яҙа үҙенең «Тел моңон һаҡлайыҡ» тигән мәҡәләһендә М. Бураҡаева, ә уй – ул күңел торошоноң, көрлөгөнөң, күркәмлегенең сағылышы. (Бураҡаева М. “Тел моңон һаҡлайыҡ” Башҡортостан уҡытыусыһы, 2011, №12, 21-22 -се биттәр.)
Йәмғиәтебеҙ хәҙерге тиҙ үҙгәреүсән донъяға яраҡлаша, ижади һәм тәнҡитле фекер йөрөтә, көндәлек һорауҙарҙы ҡыйынлыҡһыҙ хәл итә, үҙ фекерен аныҡ һәм ышаныслы яҡлай, эҙмә-эҙлекле иҫбатлай алған һәләтле уҡыусылар тәрбиәләүҙе талап итә. Бала үҙен уратып алған тәбиғәтте, уның күренештәрен , тирә-яҡ донъяны күҙәткәндә, уҡығанда барлыҡҡа килгән фекерен, уйын сағылдырыу өсөн кәрәк булған һүҙҙәрҙе таба һәм ҡуллана, һүҙҙәрҙән һөйләм һәм бәйләнешле телмәр төҙөп, әҙәби телдә һөйләй, яҙа белергә тейеш. Был бурыстарҙы тормошҡа ашырыу яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына тура килә.Уҡыу системаһына яңы стандарттар индереү уҡыусының инновацион әүҙемлегенә өҫтөнлөк бирә. Яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттары иғтибарын төрлө яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләүгә, уҡыусылар белемде үҙаллы таба алыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтә. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә “Тәнҡитле фекерләү технологияһы” ның роле ҙур. Ул яңы алым һәм ысулдар нигеҙендә ғәҙәти булмаған дәрестәр үткәреүгә, эш төрҙәре уйлап табыуға киң мөмкинлектәр бирә. Үҙ фекереңде ҡолаҡҡа ятышлы, зиһенгә үтеп инерлек итеп әйтә белеү, һүҙ ҡәҙерен, бәҫен аңлап урынлы ҡуллана белеү, һис шикһеҙ, баланың үҙен, аң кимәлен үҫтереүҙең, туған тел аша милли менталитет тәрбиәләүҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Телмәргә эйә булыу баланың төрлө яҡлап үҫеше өсөн бик мөһим тип һанай психологтар. Телмәр йоғонтоһонда балала төшөнөү, фекерләү, хәтерләү кеүек психологик процестар йәһәтерәк формалаша. Тәнҡитле фекерләү технологияһы, яңы уҡыу стандарттары кеүек үк, уҡыусыларҙы:
- Үҙенең эшмәкәрлеген ойошторорға;
- Үҙен һәм башҡаларҙы аңларға;
- Һығылмалы фекерләй белергә;
- Үҙенең эшмәкәрлеген баһалай белергә өйрәтергә тейеш.
Шуның өсөн дә мин инновацион проектымда яңы быуын белем биреү стандарттарын индереү шарттарында тәнҡитле фекерләү технологияһы аша уҡыусыларҙың бәйләнешле һөйләү телмәрен үҫтереү темаһын яҡтыртыуҙы кәрәк тип таптым.
Өйрәнеү объекты: бәйләнешле телмәр үҫтереү процесы;
Өйрәнеү предметы: яңы быуын белем биреү стандарттарын индереү шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә бәйләнешле телмәр үҫтереүҙең эффектив методтары һәм алымдары тора.
Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү төрлө алымдар аша көн дә башҡарыла торған эш. “Уҡыусының бәйләнешле телмәрен үҫтереү уҡытыусының оҙайлы һәм системалы көндәлек эше булырға тейеш” - тип яҙа Зәкиә Муллағәли ҡыҙы Ғәбитова үҙенең “Телмәр үҫтереү дәрестәре” тигән китабында. ( Ғәбитова З.М. ”Телмәр үҫтереү дәрестәре”, Өфө, Китап, 2009, 3-сө бит.) Ғалимәнең был фекерен мин тулыһынса хуплайым. Был тема өҫтөндә өс йыл эшләйем һәм бөгөн ошо эшемдә туплаған тәжрибәм менән уртаҡлашырға теләйем. Һөйләү телмәре күнекмәһе уҡыусыға йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу өсөн дә кәрәк. Шуға бөйөк рус методисы К.Д. Ушинский телмәр һәләтлеген “белем шишмәһе” тип атаған. “Телмәр-интеллекттың үҫеш ҡанаты” тигән. Ә А.А. Леонтьев «Телмәр-телдең фекер аҙығы» тип бик дөрөҫ әйткән.
Үҙенә талапсан, эшенә ижади ҡараған һәр уҡытыусының үҙ алдына ҡуйылған маҡсаттары булған кеүек, минең дә инновацион проектым ошондай маҡсатҡа нигеҙләнә: Яңы быуын белем биреү стандарттарын индереү шарттарында бәйләнешле телмәр үҫтереүҙә тәнҡитле фекерләү технологияһының һөҙөмтәләрен иҫбатлау, методик тәҡдимдәр әҙерләү.
Маҡсаттан сығып түбәндәге бурыстарҙы билдәләнем:
- Бәйләнешле телмәр үҫтереү проблемаһының бөгөнгө көндә теоретик һәм практик нигеҙҙәрен өйрәнеү.
- Тәнҡитле фекерләү төшөнсәһен һәм технологияһының асылын асыҡлау, фәнни-методик әҙәбиәт өйрәнеү.
- Технологияның бәйләнешле телмәр үҫтереүгә йүнәлтелгән алымдарын өйрәнеү, һайлап алыу һәм дәрестә ҡулланыу өсөн яраҡлаштырыу.
- Уҡыусыларҙың танып белеү эшмәкәрлеген дөрөҫ ойоштороу.
- Уларҙың телмәр эшмәкәрлеген фекерләүҙең ижади алымдары менән тығыҙ бәйләнештә үҫтереү.
- Уҡыусыларҙың телде белеү, ҡулланыу дәрәжәһен тикшереү.
- Көтөлгән һөҙөмтәләрҙе, күрһәткестәрҙе баһалау өсөн диагностик
алымдар һайлау.
Эҙләнеү нигеҙендә ятҡан гипотеза : әгәр ҙә
- яңы быуын белем биреү стандарттарына нигеҙләнеп үткәрелгән башҡорт теле дәрестәре тәнҡитле фекерләү технологияһына таянып ойошторолһа;
был технологияның эффектив алымдарын ҡулланып, уҡыусыларҙың телгә ҡыҙыҡһыныуы арттырылһа
телмәрҙе үҫтереп була.
Эшемдең төп принциптары түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:
Дидактик принциптар:
1. Әүҙемлелек, эҙмә-эҙлеклелек.
2. Методик принциптар:
Коммуникативлыҡ, комплекслылыҡ.
3. Лингвистик принциптар:
Системалылыҡ, функционаллелек.
Төп өлөш
Методик бурыстарҙың йөкмәткеһенән сығып, проекттың этаптары һәм эш планы билдәләнде.
1. Әҙерлек этабы: 2010-2011 уҡыу йылы.
2. Эксперементаль этап: 2011-2012 уҡыу йылы.
3. Йомғаҡлау этабы: 2012-2013 уҡыу йылы.
Әҙерлек этабында:
- Проекттың маҡсат һәм бурыстары билдәләнде.
- Проблеманың фәнни-методик нигеҙҙәре өйрәнелде.
- Проекттың моделе төҙөлдө.
-Тәнҡитле фекерләү технологияһының телмәр үҫтереүсе алымдары асыҡланды.
-Уҡыусыларҙың аралашыу дәрәжәһе асыҡланды.
Алда әйтеп үтелгән маҡсат һәм бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа уҡытыусы үҙ белемен күтәреү өсөн даими эҙләнергә тейеш. Технологияның теоретик нигеҙҙәре өйрәнелде.
Тәнҡитле фекерләү технологияһы менән ҡыҙыҡһыныуым иң элек терминдың аңлатмаһын эҙләүҙән башланды. Тәнҡитле һүҙенә шундай аңлатма бирелә: тәнҡит менән һуғарылған, тәнҡит итеүсән, критик.
Ә тәнҡитле фекерләү технологияһы –ул нимәнелер иңҡар итеү түгел, ә киреһенсә, үҙеңә яраҡлаштырып, ҡулайлаштырып өйрәнеү тигәнде аңлата.
Тәнҡитле фекерләү - ул:
мәғлүмәтте тормош тәжрибәһенә таянып ҡабул итә торған ирекле фекер йөрөтөү.
ижади фекерләү өсөн башланғыс нөктә.
Телде ятлап түгел, ә әүҙем фекерләп өйрәтеү.
Тәнҡитле фекерләү технологияһы фәлсәфә, психология, педагогика фәндәренә нигеҙләнә. Был технология тәү башлап сит илдә өйрәнелгән. Уның авторҙары - америка ғалимдары Чарльз Темпл, Дженни Стил, Курт Мередит, Скотт Уолтер. Рәсәйҙә ул 1997 йылдан алып билдәле. Безҙең уҡытыу системаһына уны Ирина Муштавинская, Игорь Загашев, Сергей Заир-Бек яраҡлаштыра. Көндәлек эшемдә уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы күҙәтеп, тәнҡитле фекерләү технологияһы буйынса күп кенә әҙәбиәтте өйрәнгәндән һуң яңы уҡытыу юлының мөһимлегенә ышандым. Бөгөн уҡыусылар үҙ аллы фекер йөрөтөргә, күп төрлө мәғлүмәти сығанаҡтар менән эш итә белергә тейеш, был – заман талабы. Сөнки традицион булмаған эш шарттарында кешелектең ҡатмарлы эшмәкәрлегенә күсеү шәхескә принципиаль талаптар ҡуя, бөгөнгө белем биреү системаһы уҡытыусыға ижади, ирекле, стандарт булмаған, интеллектуаль мәсьәләләрҙе хәл итә белгән шәхес үҫтереү мәсьәләһен йөкмәтә. Рус мәктәбендә уҡыусы балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү уҡытыусынан ҙур әҙерлек эше талап итә. Телгә өйрәтеүҙең төп маҡсаты — алған белемдәр нигеҙендә кәрәкле һөйләм күнекмәләренә эйә булыу. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте өлкәһендә эшләүсе профессорҙар, ғалимдар, методистарыбыҙ Х.А. Толомбаевтың, Ғ.С. Ҡунафин, Ә.Т. Мәүлиарова, З.М. Ғәбитова, Ф.Х. Хисаметдинова, М.Ғ. Усманова, В.И. Хажин, Ә.Х. Вилданов, Д.С. Тикеев, Б.Б. Ғафаров, М.М. Нәбиуллина, М.С. Дәүләтшина һәм башҡаларҙың хеҙмәттәренә, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарында даими баҫылған алдынғы уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһенә таянып эшләйем.
Әҙерлек этабында уҡыусыларҙың ғаиләлә туған телдәрендә аралашу даирәһе билдәләнде. Диагностик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә уҡыусыларҙың 17% ғына ғаиләлә башҡорт телендә аралаша, 83% рус телендә һөйләшә. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе балаларҙың 25% ҡатнаш ғаиләнән. Аралашыу тулыһынса рус телендә барған балаларға аҙнаға 2-3 сәғәт эсендә башҡорт теленә һөйөү, камил үҙләштереүгә ыңғай ҡараш тәрбиәләү ауыр, әлбиттә. Баланың телмәрен үҫтереү бәләкәйҙән килә. Ул тәүҙә ғаиләлә, унан балалар баҡсаһында, унан мәктәптә матур һөйләргә өйрәнә. “Әгәр бала ғаиләлә алты йәшенә ҡәҙәр туған телендә һөйләшмәй икән, мәктәптә инде ул туған телде сит тел булараҡ уҡырға мәжбүр,”- тип яҙған үҙенең хеҙмәттәрендә күренекле педагог К.Д. Ушинский. Хикәйәнең йөкмәткеһен һөйләтеп кенә, шиғыр ятлатып ҡына, һорауға тура яуап алып ҡына үҫтереү маҡсатына ирешеү мөмкин түгел. Баланың телмәрен үҫтереүҙә фекерләү ҡеүәһе лә мөһим урын биләй. Фекерҙе әйтеп биреү өсөн уҡыусыларға күп осраҡта тел байлығы етешмәй. Шуның өсөн һүҙлек запасы ла балаларҙың һөйләү телмәренә ҙур йоғонто яһай. Дәрестә был технологияның алымдарын ҡулланыу уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, үҙаллылыҡ тәрбиәләй, иң мөһиме - бала дөрөҫ һорау ҡуйырға һәм уға яуап бирергә өйрәнә. Америка психологы Элисон Кинг әйтеүенсә, фекерләй белгәндәр генә дөрөҫ һорау ҡуя белә. Француз ғалимы Ж. Пиаже үҙенең хеҙмәтендә технологияны саҡырыу, фекер йөрөтөү, рефлексия стадияларына бүлеп өйрәнә.
Саҡырыу стадияһының маҡсаты:
- ошоғаса алған белемде актуалләштереү;
- яңы белем алыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу;
- тема өйрәнеүгә ҡуйылған маҡсаттарҙы асыҡлау.
Саҡырыу стадияһында “дөрөҫ һәм ялған иҫбатлауҙар”, күҙаллау, “идеялар кәрзине”, “киң” һәм “тар” һорауҙар, “фараздар ағасы”, кластер, таблицалар, “беләм - белергә теләйем - белдем” алымдары ҡулланыла.
Фекер йөрөтөү стадияһының маҡсаты:
- яңы мәғлүмәт алыу;
- уҡыусы тарафынан ҡуйылған маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыу.
Уҡыусы был стадияла тыңлай йәки уҡый, шартлы тамғалар ярҙамында билдәләй, яҙа, күҙәтеүҙәр, яңы асыштар яһай. Туҡталыш менән уҡыу, Борт журналы, Зигзаг стратегияһы, инсерт, таблицалар, кластер, “беләм - белергә теләйем - белдем” был стадияла отошло тип һанала.
Рефлексия стадияһының маҡсаты:
- яңы алған белемде дөйөмләштереү, фекер алышыу;
- дәлилләү, һығымта яһау;
- яңы маҡсаттар ҡуйыу, фаразлау.
Уҡыусылар был стадияла иҫке мәғлүмәт менән яңыны сағыштыра.
“Дөрөҫ һәм ялған иҫбатлауҙар”, кластер, инсерт, эссе, диаманта, синквейн, “түңәрәктә яҙышам” рефлексия стадияһы алымдарын тәшкил итә.
Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға “киң” һәм “тар” һорауҙар, рафт, кластер, инсерт, “ышанаһығыҙмы?”, күҙаллау, синквейн, диаманта, түңәрәктә яҙышыу, туҡталыш менән уҡыу алымдары оҡшай.
”Тар” һәм ”киң” һорауҙар алымын дәрестең бөтә стадияларында ла ҡулланып була.”Аҡыллы һорау ҡуя белеү- эштең яртыһын башҡарыу” -ти Ф.Бекон. ”Тар” һәм ”киң” һорауҙар балаларҙы уҡып сыҡҡан әҫәрҙе аңларға һәм анализларға өйрәтә.Таблицалағы һорауҙар саҡырыу стадияһында дәрес темаһына тиклемге белемдәрҙең, фекер йөрөтөү стадияһында-дәрес темаһын актив үҙләштереү, рефлексия этабында яңы алған белемдәрҙең күрһәткесе булып тора.
Уҡыусы тарафынан текстҡа ҡарата төҙөлгән һорауҙар уҡытыусыға баланың әҫәрҙе аңлау, анализлай белеү кимәлен диагностикалау ысулы булып тора. Был алымды ҡуллана башлаған осорҙа уҡыусыларҙы дөрөҫ һәм тәрән мәғәнеле һорауҙар бирергә, уларҙың төрөн билдәләргә өйрәтеү мөһим.Дәрестең рефлексия этабында 3-4 “тар”һәм “киң” һорауҙан торған таблица тәҡдим ителә. Артабан был һорауҙар уҡыусының ижади эшендә ярҙам итә (кроссворд, викторина, инша).
“Тар” һорауҙар “Киң” һорауҙар
Бер һүҙ менән яуап биреүҙе
талап итеүсе һорауҙар Фекерләүҙе, өҫтәлмә мәғлүмәт
ҡулланыуҙы, анализлауҙы
талап итеүсе һорауҙар
1. Кем?
2. Нимә?
3. Ҡасан?
4. Исме нисек? 1. Ни өсөн икәнен аңлат.
2......осраҡта нимә булыр ине?
3. Ниндәй айырмалы яҡтары бар?
4. Һеҙ.....менән ризамы?
Туҡталыш менән уҡыу алымын әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштергәндә ҡулланыу отошло.Уҡытыусы алдан әҫәрҙе мәғәнәнәһе яғынан өлөштәргә бүлеп, йөкмәткеһенә ҡарап һорауҙар әҙерләй. Туҡталыш яһағанда уҡыусыларға һорауҙар бирелә, балалар әҫәрҙә артабан ниндәй хәл-ваҡиғалар булыуын күҙаллай.
Психолог Б. Блум тәнкитле фекерләүҙе үҫтереү технологиһы һорауҙарын түбәндәгесә төркөмләй.
-ябай ( кем? нимә? Ҡасан?ҡайҙа?)
-аңлатыусы ( ни өсөн?)
-аныҡлаусы ( мин дөрөҫ аңлағанмынмы? дөрөҫмө?)
-баһалаусы (нимә менән айырыла? һин быға нисек ҡарайһың?)
- практик (һин ни эшләр инең? ғәҙәти тормошта нисек? йәки ҡайҙа?)
- ижади (ни булыр? әгәр ҙә...)
Ә иң мөһиме артабан нимә булыр? һәм ни өсөн? тигән һорау булырға тейеш.
Идеялар “кәрзине” алымы дәрестең беренсе этабында ҡулланыла. Ул дәрес темаһы буйынса балаларҙың ни дәрәжәлә таныш булыуын күрһәтә, уҡыусыларҙың белемдәрен актуалләштерә. Таҡтаға кәрзин һүрәте эленә, был кәрзингә шартлы рәүештә уҡыусыларҙың белемдәре йыйыла.
1. Уҡыусылар тема буйынса белгәндәрен дәфтәргә яҙалар. Һәр уҡыусы
1-2 минут үҙ аллы эшләй.
2. Парлап йәки төркөмдәрҙә фекер алышыу үткәрелә (3 минуттан артырға
тейеш түгел): фекер берҙәмлеге йәки айырмаһы асыҡлана.
3. Һәр төркөм сират буйынса темаға ҡараған бер факт йәки мәғлүмәт әйтә.
Алда әйтелгәндәр ҡабатланырға тейеш түгел.
4. Уҡытыусы һәр идеяны, атаманы, проблеманы, фекерҙе, хатта дөрөҫ
булмағанын да, “кәрзингә” тезис формаһында “һала” бара.
5. Дәрес барышында хаталар төҙәтелә, идеялар логик сылбырға теҙелә.
Кластер төҙөү алымы. Был алымдың асылы – булған белемдәрҙе системаға һалыуҙа. Ул идеялар “кәрзине” менән бәйле, сөнки тик “кәрзиндәге” белемдәр системалаштырыла.
“Кластер” һүҙе бәйләм, тәлгәш тигәнде аңлата. Ул материалды график ҡалыпҡа һалыуҙы күҙ алдында тота.
Төп мәғәнәне белдергән һүҙ уртаға яҙыла, унан төрлө яҡҡа киткән уҡтар был һүҙҙе асыҡлаусы башҡа һүҙ, һүҙбәйләнештәр менән бәйләй. Шулай итеп, бер һүҙҙе, төшөнсәне асыҡлаусы бик күп мәғлүмәт йыйыла. Уҡытыусы бөтөн яуаптарҙы таҡтаға яҙа. Кластерҙы дәрестең төрлө этабында ҡулланып була.
Синквейн.
Дәрестең һуңғы этабында уҡыусыларға синквейн алымы тәҡдим ителә. “Синквейн” - француз һүҙе, биш юллыҡ шиғыр тигәнде аңлата.
Синквейнды методик алым булараҡ дәрестең өсөнсө стадияһындә ҡулланыу отошло. Ул ҡабул ителгән мәғлүмәтте, аңлатмаларҙы йомғаҡлау өсөн көслө алым һанала. Дәрестә яҡшы атмосфера булдыра, балаларҙың телемәрен үҫтерә.
Синквейнды төҙөү тәртибе:
1-се юл. Теманы асыҡлаусы һүҙ, исем.
2-се юл. Синквейн темаһына тура килә торған ике сифат.
3-сө юл. Синквейн темаһына хас булған 3 ҡылым.
4-се юл. Теманың эстәлеген асыусы фраза, һөйләм. Ул уҡыусының темаға мөнәсәбәтен күрһәтә.
5-се юл. Уҡыусының темаға ҡарата үҙ фекерен бер һүҙ менән сағылдырған һөҙөмтә (резюме).
Диаманта.
Диаманта – ете юлдан торған шиғыр, беренсе һәм һуңғы юлдары ҡапма-ҡаршы мәғәнәне аңлата.
Диамантаны яҙыу тәртибе:
1-се юл. 1 исем (тема).
2-се юл. 2 сифат (теманы асыҡлау).
3-се юл. 3 ҡылым (эш, хәл, хәрәкәт).
4-се юл. 4 исем (ассоциация).
5-се юл. 3 ҡылым (ҡапма-ҡаршы эш, хәл, хәрәкәт)
6-сы юл. 2 сифат (ҡапма-ҡаршы теманы асыҡлау).
7-се юл. 1 исем (ҡапма-ҡаршы тема).
Фекерләүҙең алты эшләпәһе.
Был алым рефлексия этабында ҡулланыла. Класс алты төркөмгә бүленә, һәр төркөм үҙенең “эшләпәһен кейеп ҡарай”: бер проблема 6 яҡтан асыҡлана
Аҡ эшләпә: ниндәй яңы мәғлүмәт белдегеҙ?Факттар.
Һары эшләпә: өйрәнгән мәғлүмәттең ыңғай яктары. Позитив фекерҙәр.
Ҡара эшләпә: ниндәй тиҫкәре яҡтар күренде.Тәңкит күҙлегенән ҡарау.
Ҡыҙыл эшләпә: Һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙы? Эмоциональ ҡабул итеү.
Йәшел эшләпә: иҗади фекерләү. Фараздар.
Зәңгәр эшләпә: фекерләүҙе дөйөмләштереү, йомғаҡ яһау.
Был алымды әҙәбиәт, телмәр үҫтереү дәрестәрендә ҡулланыу отошло.
Эксперементаль-эҙләнеү этабында:
- Модель ғәмәлдә ҡулланылышҡа индерелде
- Процесс барышында мониторинг үткәрелде, һөҙөмтәләр барланды
- Алдағы эшмәкәрлеккә корректировка яһалды
Был технологияның алымдары ғәмәлдә ниндәй һөҙөмтәләргә килтереүен билдәләр өсөн 2010-2011 уҡыу йылында яны быуын белем биреү стандарттары индерелгән беренсе класс һайланды. Быйыл эш өсөнсө йыл дауам итә.
Тәнҡитле фекерләү технологияһы буйынса эшләгәндә уҡытыуҙың моделе түбәндәгеләргә нигеҙләнә:
- уҡытыу технологияһының үҙәгендә уҡыусы тора;
- уҡыу эшмәкәрлегенең нигеҙен педагог һәм уҡыусының
хеҙмәттәшлеге тәшкил итә;
- белем алыуҙа балалар үҙҙәре әүҙем ҡатнаша;
- уҡытыу процессы уҡыусыларҙың ижади һәләтен, тәнҡитле фекерләүен үҫтереүгә йүнәлдерелә.
Дәрестә генә балала фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, ижади фекерләүен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, телмәрҙе үҫтереү, телде аралашыу ҡоралы итеп күтәреү бик ауыр, был маҡсаттан сығып түбәндәге саралар тәҡдим итәм:
Ижади түңәрәктәр ойоштороу
Һәләтлегенәҡарап эш төрө биреү
эш биреү
традицион булмаған дәрес төрҙәре үткәреү
Аралашыу мөхите булдырыусы саралар
эҙләнеү –
тикшеренеү эшенә
йәлеп итеү
синыфтан тыш сараларҙа ҡатнаштырыу
ата-әсәләр менән тығыҙ
бәйләнеш
булдырыу
Көтөлгән һөҙөмтәләр:
- уҡыусылар тормоштағы төрлө ситуацияларҙа дөрөҫ йүнәлеш табып, туған телдә иркен аралашалар;
- фекерҙәрен телдән һәм яҙма дөрөҫ белдерәләр;
- мәғлүмәтте аңлы рәүештә ҡабул итәләр;
- фекерҙәрен дәлилләй беләләр;
- белем алыу өҫтөндә үҙаллы эшләй беләләр.
Йомғаҡлау
Йомғаҡлау этабы
моделден эффектив булыуын баһалау;
һөҙөмтәләрҙе анализлау;
проекты уҡытыу процесына индереү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу,
методик тәҡдимдәр әҙерләү.
Йомғаҡлап шуны әйткем килә: балалар менән эшләүҙе тейешле дәрәжәлә ойоштороу күп көс талап итә. Уҡытыусыға уҡытыу системаһын яңыртырға, методикаһын камилләштерергә, һөнәри оҫталығын арттырырға кәрәк була. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, ул уҡыусыларҙың уңыштары менән кире ҡайтарыла. Тәнҡитле фекерләү технологияһы аша уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү буйынса эш тәжрибәм ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Үрҙә әйтелгән гипотеза раҫланды. Башҡорт теле дәрестәрендә иң эффектив булған алымдарҙы, эш төрҙәрен, дәрес формаларын маҡсатлы ҡулланыу һөҙөмтәһендә уҡыусының белем алырға теләге артты, эшкә ижади ҡарашы уянды.
Бәйләнешле телмәрҙең үҫеш дәрәжәһен синыфтан тыш сараларҙа ҡатнашыу асыҡ күрһәтә: “Һаумы, һаумы әкиәт” конкурсында, “Урал батыр” эпосы буйынса ойошторолған йәш сәсәндәр бәйгеһендә, “Башҡортостан ынйылары” республика конкурс-фестивалендә, муниципаль олимпиадаларҙа, полиолимпиадаларҙа ҡатнашып призлы урындар яулайбыҙ. Башҡорт халҡының күркәм милли йолалары аулаҡ өй, Сөмбөлә, Нардуған, Науруз, Шәжәрә байрамдарын үткәрәбеҙ. Халыҡ ижады әҫәрҙәрен сәхнәләштереү бик фәһемле үтә. Хәҙер башҡорт телендә лә йәнһүрәттәр эшләйҙәр. Балаларҙы башҡорт теле менән ҡыҙыҡһындырыу телде үҫтереү өсөн анимацияның әһәмиәте ҙур. Донъя халыҡтары әкиәттәре буйынса ҡуйылған башҡорт телендәге йәнһүрәттәрҙе уҡыусылар ҡыҙыҡһынып ҡарай. Дәрестәрҙә беҙ үҙебеҙ ҙә кадр-һүрәттәр төшөрөп, үҙебеҙ һөйләп , ролгә кереп уйнап та күрһәтәбеҙ. Шулай уҡ бындай эш төрөн әҙер һүрәттәр менән үткәреү ҙә отошло. Балаларға бер һүрәт күрһәтелә, ваҡиғалар үҫешен төрлө вариантта һөйләргә тәҡдим ителә. Варианттар тыңланғандан һуң алдағы һүрәт бирелә, уҡыусының фантазияһы менән авторҙың фантазияһы тура килеү килмәүе баһалана һәм әкиәткә йомғаҡ яһала.
Проект барышында уҡыусыларҙың яҙма телдәре лә шымарҙы, камиллашты. Балаларның ижади эштәре ҡала һәм район гәзиттәрендә, “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестиваленә бағышлап сығарылған “Проба пера” (“Ҡулыма ҡәләм алам”) йыйынтығында донъя күрҙе. “Ҡауырый ҡәләм” түңәрәге ағзалары менән компьютер ысулы менән “Гимназия хәбәрҙәре” гәзитен сығарабыҙ, ҡулдан “Йәйғор” тигән журнал эшләйбеҙ, гимназияла һәр сирек һайын сығарылған “НЛО” (“Яңы йәмғиәт кешеләре”) гәзитендә мәҡәләләребеҙҙе, шиғырҙарыбыҙҙы баҫтырабыҙ.
Мониторинг һөҙөмтәләре лә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарының телмәр үҫтереүҙә эффектив һәм һөҙөмтәле булыуын дәлилләй. Уҡыусыларҙың шундай күрһәткестәргә эйә булыуы иҫбатланды: аудирование ( тыңлап, ишетеп аңлау), телмәр (диалог, монолог төҙөү), уҡыу һәм яҙыу күнекмәләре.
Таблицанан күренеүенсә, алға китеш шаҡтай. Шулай уҡ башҡорт теленән уҡытыу һәм өлгәшеү сифаттары ла яҡшырҙы.
Башҡорт телен белеү күрһәткестәре:
Уҡыу йылы Өлгәшеү Уҡыу сифаты
2010-2011 - -
2011-2012 100% 83%
2012-2013 100% 95%
Проект өҫтөндә эшләү осоронда тәжрибә уртаҡлашыу буйынса түбәндәге эштәр башҡарылды:
1. “Тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдары” темаһына Бәләбәй ҡалаһы һәм районы башҡорт теле уҡытыусыларына оҫталык классы күрһәтелде (23.11.2011 йыл).
2. “Яңы технологиялар аша башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын үҫтереү” темаһына үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары район методик берекмәһе семинарында кластан тыш сара күрһәтелде (05.03.2012 йыл).
3. “Икенсе быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын индереү шарттарында дөйөм белем биреү учреждениеларының эшләүе” мәсьәләһенә уҙғарылған дөйөм белем биреү учреждениелары етәкселәре семинарында “Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын индереү шарттарында тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһының роле” темаһына дәрестән тыш сара күрһәтелде.
Йомғаҡлап әйткәндә, эксперименттың уңышы түбәндәгеләрҙән күренә:
1. Балаларҙың үҙ эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булыуы, туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙары артыу.
2. Уҡыусыларҙың эш күрһәткестәре күтәрелеү (ярыштарҙа, конкурстарҙа еңеүе, уҡыу күрһәткестәре яҡшырыу, йыллыҡ өлгәшеү һәм белем сифаты күтәрелеү).
3. Алған белемдәрҙе тормошта ҡуллана, тормошҡа яраҡлаша белеү, ижадилылыҡ, конкурент булыуға һәләтлелек.