Конспект по башкирскому языку в 3 классе ?ушма ?????р


Башҡорт теле. 3 класс. Ф.Ш. Сынбулатова.
Тема: Ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың яһалышы.
Шәхси сифаттар өлкәһендәге үҫеш: ябай тәбиғәт күренештәренә иғтибарлы булып, тәбиғәттең ҡабатланмаҫ матурлығын, хозурлығын күрергә, уға ҡарата һаҡсыл ҡарашта булырға өйрәнеү, тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү;
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: эште шартына ҡарап эҙмә-эҙлекле үтәү; дөрөҫлөгөн тикшереү, баһалау; әңгәмәсеңде тыңлай белеү, дөрөҫ йүнәлештә эш итеү, ҡушылғанды эшләй белеү.
Предмет өлкәһендәге үҫеш: күҙәтеүҙәр, сағыштырыуҙар һөҙөмтәһендә ҡушма һүҙҙәрҙең ябай һәм яһалма һүҙҙәрҙән айырмаһын билдәләү; күмәкләп ҡушма һүҙҙәргә дөйөм төшөнсә биреү; ике һүҙ ҡушылып, бер нәмәнең атамаһы булып йөрөгән ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын анализлау, һығымта яһау; һүҙлек запасын байытыу, телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләү.
Йыһазландырыу: , карточкалар, аңлатмалы һүҙлектәр, таблица, Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһы, смайликтар, сигнал карточкалары
Дәрес барышы
Психологик комфорт булдырыу.
Сәләмләү. Яҡшы кәйеф булдырыу.
Һаумыһығыҙ, балалар,- тип
Үҙ телемдә өндәшәм.
Телемдең бар нескәлеген
Һәр дәрестә өләшәм.
Ә хәҙер әйҙәгеҙ экранға күҙ һалайыҡ, бергәләшеп уҡыйыҡ. Слайд 2.
Хәйерле иртә, күҙҙәр,
Һеҙ уяндығыҙмы? (күҙҙәрҙе һыйпау)
Хәйерле иртә, ҡулдар, (ҡулдарҙы һыйпау)
Һеҙ уяндығыҙмы? (сәпәкәй итеү)
Хәйерле иртә, аяҡтар, (һыйпау)
Һеҙ уяндығыҙмы? (тыпырҙау)
Хәйерле иртә,ҡояш,мин уяндым! (ҡулдарҙы ҡояшҡа һуҙыу)
- Әле ниндәй миҙгел?
-Ҡыш миҙгеле һеҙгә нимәһе менән оҡшай?һ.б Эйе, ҡыш һыуыҡ, аҡ, матур миҙгел .
-Беҙ ҙә бөгөн һеҙҙең менән аҡ һәм саф уйҙар, һәйбәт теләктәр менән дәресте башлайыҡ.
-Кәйефтәрегеҙ нисек? (смайликтар)
2. Уңыш ситуацияһы ойоштороу. Дөрөҫ ултырыу ҡағиҙәләре.
а) Матур яҙыу минуты
Дүртенсе февраль.
Класта эш.
Ҡҡ
Ҡарһылыу боҙбармаҡ ҡарабойҙай
-Был ниндәй һүҙҙәр?Улар нисек яһала?Боҙбармаҡ нисек яһала?Йылы,һыуыҡ көндәрҙә яһала.Улар ҡыйыҡ баштарында тора.Юлда йәйәү йөрөгәндә иғтибарлы булығыҙ.
ер, менән, бөтә, ҡапланған, ҡар. Һөйләм төҙөү. Баш киҫәктәрен табыу. Тикшереү .
-Эйә ниндәй һорауға яуап бирә? Ә хәбәр?
Слайд 3.
б) Һүрәтле диктант яҙыу.
- Предметтарҙың исемдәрен яҙ.
аҡҡош, ҡыҙылтүш, ташбаҡа, көнбағыш, ҡыҫала. Слайд 4-8.
Тикшереү. Слайд 9.
Ҡәләм менән тамырҙарын билдәләйек.
Был ниндәй һүҙҙәр? Ни өсөн? Иҫбатла.
Ҡағиҙәне иҫкә төшөрәйек.Ә ҡыҙылтүш тураһында нимәләр беләһегеҙ?Улар беҙҙең яҡҡа ҡышларға килә.Ҡыҙылтүшлеләре –ата ҡоштар булһа,ә һары түшлеләре-инә ҡоштар икән.Уларҙы нисек һаҡларға кәрәк? Слайд 10.
Был һүҘҘәр нисек яһалған?
3.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
Слайд 11.Таҡтала
алъяпҡыс, ата-әсә, Йәнбикә, аръяҡ, матур-матур, Байтимер, бирьяҡ, һауыт-һаба, Гөлбикә, ҡулъяулыҡ, йүгерә- йүгерә, арлы-бирле, көньяҡ,ташкүмер,көнбағыш, бишбармаҡ
-Төркөмдәрҙә эшләйек.1-се төркөм-Бикә,2-се төркөм-Булат,3-сө төркөм-Отҡор.
Һүҙлек эше: бишбармаҡ (Аңлатмалы һүҙлек )
Нимә ул бишбармаҡ? (милли аш)Уны нисек ашайҘар?
б)Ҡушма һүҙҙәрҙе төркөмләү. Яһалыштарын күҙәтеү.Слайд 14-17.
4. Ял минуты.Беҙ,беҙ,беҙ генә.
5.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.
а) Парҙар менән эш (карточкаларҙа)
Ҡушма һүҙ төҙөп яҙ һәм уның нимә атамаһы булыуын бер һүҙ менән генә яҙып ҡуй.
алма+ағас, күмер+тау, биш+бармаҡ, аҡ+бай
_______________________________________________________________________
Ҡушма һүҙ төҙөп яҙ һәм уның нимә атамаһы булыуын бер һүҙ менән генә яҙып ҡуй.
стәрле+тамаҡ, аш+хана, аҡ+тырнаҡ, боҙ+бармаҡ
_______________________________________________________________________
Ҡушма һүҙ төҙөп яҙ һәм уның нимә атамаһы булыуын бер һүҙ менән генә яҙып ҡуй.
ҡул+тамға, аҡ+иҙел, һары+бай, көн+байыш
_______________________________________________________________________
Тикшереү. Һығымта яһатыу. Слайд 18.
Ике һүҙҙән яһалып, бер нәмәнең атамаһы булып йөрөгән ҡушма һүҙҙәр ҡушып яҙыла.
б) Дәреслек менән эш.
Күнегеү
6. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү
Артыҡ һүҙҙе тап ! уйыныТикшереү. Һығымта.
Б)электрон дәреслек буйынса «Башҡортостан байлығы» тексы өҫтөндә эш.
Ҡушма һүҙҙәрҙе әйт.Улар нисек яһала?
-Шулай итеп,беҙҙең тыуған тәбиғәтебеҙ ниндәй?Беҙ уны һаҡларға тейешме?
Тыуған яҡ тураһында ниндәй шиҡырҙар беләһегеҙ?
7. Өйгә эш. ( күнегеү). Аңлатыу.
8. Рефлексив анализ. Баһалау.
Дәрестә маҡсатҡа өлгәштекме? Слайдты ҡабат ҡарау.Дәрестә бөтәһе лә аңлашылдымы? Сигнал карточкалары күрһәтәләр.Баһалар ҡуйыу.
Дәрес тамам. Барығыҙға ла рәхмәт.