Тесты по башкирскому языку и литературе на тему:«Народные песни»
7 класс өсөн « Халыҡ йырҙары » буйынса
тест һорауҙары
1. Тәфтиләүҙең хәрби званиеһы:
а) майор; в) полковник;
б) генерал; г) подполковник.
2. Ҡыҙҙар әрмегә барыусы егеттәргә нимә биргәндәр:
а) ҡулъяулыҡ; в) еп;
б) янсыҡ; г) тәңкә.
3. Этҡара тауы ҡайһы йырҙа иҫкә алына:
а) Бейеш; в) Зөлхизә;
б) Таштуғай; г) Ғилмияза.
4. Ир- егеттәрҙең Уралды һаҡлаған ҡаралы:
а) уҡ-һаҙаҡ: в) һөңгө;
б) ҡылыс; г) һәнәк.
5. Ҡаһым түрә атланған юрғаның төҫө:
а) аҡ; в) һоро;
б) ҡара; г) туры.
6. Буранбай хатты ҡайҙан яҙған:
а) Париждан; в) Мәскәүҙән;
б) Ырымбурҙан; г) Себерҙән.
7. Көнһылыуҙың һөйгән егетенең исеме нисек:
а) Байғүбәк; в) Әлми;
б) Көтөр; г) Көбәк.
8. «Зөлхизә» йырындағы ҡыҙ ни эшләй:
а) йырлай; в) илай;
б) көлә; г) уйлай.
9. «Бейеш» йырындағы йәнлек:
а) болан; в) айыу;
б) ҡуян; г) бүре.
10. Ҡаҙаҡ батыры менән көрәшкән бәһлеүән:
а) Байғүбәк; в) Әхмәт Байыҡ;
б) Буранбай; г ) Бейеш.