Адаптированная рабочая программа по башкирскому (государственному ) языку для 4 класса (для русскоязычных школ)
Башҡортостан Республикаһы мәғәриф министрлығы
Дәүләт мәғариф дөйөм белем биреү учреждениеһы Красный Восход коррекциялы
һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн мәктәп-интернаты
Килешелгән:
УТЭ буйынса директор урынбаҫары
_______________ Ғайсина Э.Р
«__»__________2016 й. Ҡабул ителгән
педагогтарҙың кәңәшмәһе ултырышында
«__»__________2016 й.,
Протокол №1
Раҫлайым:
Мәктәп директоры
__________________ Ғайсин Р.Ғ.
«__»__________2016 й.
2016-2017 уҡыу йылына
4-се класс өсөн
БАШҠОРТ (ДӘҮЛӘТ) ТЕЛЕНӘН АДАПТИВ ЭШ ПРОГРАММАҺЫ
Төҙөүсеһе: уҡытыусы
Ғайсина Алина Рауил ҡыҙы
Красный Восход – 2016 й.
Аңлатма яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән адаптив эш программаһы.
Адаптив эш программаһы 67 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).
Төҙөүсе: Ғайсина Алина Рауил ҡыҙы
Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014.
Программа кимәле: базис планға ҡулайлаштырып төҙөлгән.
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :
Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыс мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты
Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2008.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Адаптив эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Дәүләт мәғариф учреждениеһе Красный Восход коррекциялы һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн мәктәп-интернатының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был адаптив эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.
Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).
Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).
Маҡсаттар һәм бурыстар.
Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 4-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
3 класта өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.
Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә яуап бирә белеү.
Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп яҙыу.
Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.
Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Мин дәрестә.
Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе. Текстарҙың эстәлешен аңлап, үҙ һүҙең менән һөйләп биреү. Ҙур булмаған шиғырҙар тасуири уҡыу. Бүтән уҡыусылар менән диалог ҡора белеү. Ҡайҙа һорауына яуап бирә белеү.
Мин дәрестән сыҡтым.
Нимә эшләйем һорауына яуап бирә белеү. Дәрестән һуң үткрелгән түңәрәктәрҙең исемлеген әйтеү. Тәнәфес ваҡыты. Ҙур булмаған текстар төҙөү. Көн режимы.
Минең уйынсыҡтарым.
Нимә, нимәләр һорауҙарына яуап биреү. Уйынсыҡтарһың исемлеге. Күплек ялҙауғары. Уйынсыҡтар магазинында. Ҡыш темаһына ҡарашлы һүҙҙәр, шөғөлдәр. Яңы йылға әҙерлек. Шиғыр ятлау. Ниндәй һорауына яуап биреү. Сифат. Диалог ҡороу. Нимә эшләмә һорауына яуап. Тасуири уҡыу.
Мин уйнарға яратам.
Ҡышҡы уйындар. Нимә эшләйбеҙ һорауына яуап биреү. Диалог ҡороу. Тасуири уҡыу. Яратҡан шөғөлдәр тураһында әйтеп биреү. Йыр отоп йырлай белеү. Ҡышҡы каникулда. Текст төҙөү. Ҡыш темаһына бағышланған шиғырҙар уҡыу, ятлау.
Мин уйнарға сығам.
Ял көнөндәге шөғөлдәр. Ҡышҡы кейем-һалым исемлеге. Яңы һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү. Миңә нимә кәрәк һорауына яуап биреү. Ҡышҡы кейемдең йәйгеһенән айырып әйтеү.
Мин уйнарға сыҡтым.
Һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү. Нисәнсе һорауына яуап биреү. Диалогтар ҡороу.
Минең кескәй дуҫтарым.
Йәнлектәрҙең исемлеге. Тән өлөштәре. Был нимә һорауына яуап бирә белеү. Ҡоштар, йәнлектәр тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Ниндәй һорауына яуап әйтеп биреү. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Йәнлектәр тураһында диалог төҙөү. Ни эшләй һорауы. Йәнлектәрҙең шөғөлдәре.
Мин ял итәм.
Ял ваҡытындағы шөғөлдәр. Ҡыр йәнлектәре. Һөйләмдәр төҙөү. Ҡайҙа һорауына яуап биреү. Зоопаркта. Йомғаҡтар. Тасуири уҡыу. Ҡайҙан һорауына яуап биреү. Ҡасан һорауына яуап бирә белеү. Ҡоштар исемлеге. Диалогтар төҙөү. Хикәйәлар уҡыу, һөйләү. Ҡайҙа һорауына яуап биреү. Ҡоштар тураһында шиғырҙар уҡыу. Ҡайҙа, ҡасан һорауҙарына яуаптар биреү. Уйындар. Был нимә һорауы. Йорт ҡорт-ҡоштары. Нимәгә һорауы. Хикәйәләр уҡыу. Һандар. Ваҡыт. Сәғәт менән эшләү. Көн режимын төҙөү. Нимә менән һорауын яуап биреү. Нимә эшләйбеҙ һорауына яуап бирә белеү. Хикәйә төҙөү. Лагерҙа ял.
Ҡабатлау.
Һәр үткән теманан һуң ҡабатлау дәрестәре. Хикәйәләр уҡыу, һөйләү. Шиғырҙар уҡыу. Һорауҙарға яуап биреү.
Уҡыу дәресе.
Хикәйәләр, шиғырҙар, тематик текстар уҡыу. Тасуири уҡыу. Аҡбуҙат журналынан.
Уйнап алайыҡ әле!
Дәрес барышында тематик уйындар уйнау. Һанамыштар отоу.
Йырлап алайыҡ әле!
Башҡорт телендә йырҙар отоу.
Башҡорт теленән 4-се класс өсөн календарь-тематик планлаштырыу, 2016-2017 уҡыу йылы.
№№ Дәрес темаһы Сәғәт һаны Үткәрелеү ваҡыты Йыһазландырыу Уҡыусы эшсәнлеге,
уҡытыу эшсәнлеге
төрҙәре Иҫкәрмә
Планлашты-рылған
Үткәрелгән
1 сирек – сәғәт
1-2 Мин уҡыусы 2 3.09
6.09 Түбәнге синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау 3-4 Мин дәрестә. Ҡайҙа? һорауы 2 10.09
13.09 Дәреслек,
Мәктәп темаһына сюжетлы һүрәттәр Һөйләм телмәрен үҫтереү;
Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү. 5 Мин дәрестән сыҡтым. 1 17.09 Дәреслек,
Предметлы һүрәттәр Телмәрҙе нығытыу;
Һөйләм телмәрен үҫтереү;
Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү.Әңгәмә, бирем үтәү. Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
6 Уҡыу дәресе. Аҡбуҙат журналынан 1 20.09 Аҡбуҙат журналдары Уҡытыусы аңлатыуы, һүҙбәйләнештәр төҙөү. 7 Уйнап алайыҡ әле! 1 24.09 сюжетлы һүрәттәр Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү;
Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү; Уйын технологияһы
8-9 Нимә эшләйем? һорауы 2 27.09
1.10 Дәреслек,
Предметлы һүрәттәр Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү;
Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү; 10 Уҡыу дәресе.
Ф.Туғыҙбаева, Телдәр илендә телдәр 1 4.10 Дәреслек,
Темаға тап килгән сюжетлы һүрәттәр Әңгәмә, бирем үтәү. Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
11-12 Ҡабатлау. 2 8.10
15.10 Дәреслек,
Предметлы һүрәттәр Һүҙлекте ҡабатлау 13-14 Минең уйынсыҡтарым. Нимә? Нимәләр? һорауы 2 18.10
22.10 Дәреслек,
Темаға тап килгән сюжетлы һүрәттәр Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
15-16 Нимә эшләйбеҙ? һорауы 2 25.10
29.10 Дәреслек,
Сюжетлы һүрәттәр Биремдәр үтәү. 17 Уҡыу дәресе 1 1.11 18 Былар ҡыҙыҡлы 1 8.11 Ноутбук, йырҙар йыйынтығы, йырҙың һүҙҙәре Һөйләмдәр төҙөү, тәржемә итү. Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
19-20 Ниндәй? һорауы 2 12.11
15.11 Дәреслек,
Предметлы һүрәттәр Текст өҫтөндә эшләү 21 Уҡыу дәресе. Ғ.Ғүмәр, Һанап ҡара әле 1 19.11 Дәреслек,
Темаға тап килгән сюжетлы һүрәттәр Әңгәмә, бирем үтәү Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
22 Нимә эшләмә? һорауы 1 22.11 Дәреслек,
Сюжетлы һүрәттәр Текст өҫтөндә эшләү Биремдәр үтәү. 23-25 Мин уйнарға яратам. Нимә эшләйбеҙ? һорауы 3 26.11
29.11
3.12 Дәреслек,
Предметлы һүрәттәр Текст өҫтөндә эшләү Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
26 Йырлап алайыҡ әле 1 6.12 27-28 Мин уйнарға сығам. Миңә нимә кәрәк? 2 10.12
13.12 Дәреслек,
Темаға тап килгән сюжетлы һүрәттәр Әңгәмә, Биремдәр үтәү. 29 Уйнап алайыҡ әле! Йөҙөк һалыш уйыны 1 17.12 Дәреслек,
Сюжетлы һүрәттәр Биремдәр үтәү. 30-31 Мин уйнарға сыҡтым. Нисәнсе? 2 20.12
24.12 Дәреслек,
Мәктәп темаһына сюжетлы һүрәттәр Биремдәр үтәү. Уйын технологияһы
32 Ҡабатлау. 1 27.12 Дәреслек,
Предметлы һүрәттәр Биремдәр үтәү. Текст өҫтөндә эшләү 33-34 Минең кескәй дуҫтарым. Был нимә? һорауы 2 17.01
21.01 сюжетлы һүрәттәр Уҡыусы эшсәнлеге, уҡытыу эшсәнлеге төрҙәре Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
35-36 Ниндәй? һорауы 2 24.01
28.01 Дәреслек,
Предметлы һүрәттәр үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу;
Һөйләм телмәрен үҫтереү;
Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү.Әңгәмә, бирем үтәү. 37-38 Ни эшләй? һорауы 2 31.01
4.02 Дәреслек,
Темаға тап килгән сюжетлы һүрәттәр Һөйләм телмәрен үҫтереү;
Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү. Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
39 Уҡыу дәресе. Аҡбуҙат журналынан 1 7.02 Дәреслек,
Темаға тап килгән сюжетлы һүрәттәр Телмәрҙе нығытыу;
Һөйләм телмәрен үҫтереү;
Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү.Әңгәмә, бирем үтәү. Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
40-41 Мин ял итәм. Ҡайҙа? һорауы 2 11.02
14.02 Дәреслек,
Сюжетлы һүрәттәр Уҡытыусы аңлатыуы, һүҙбәйләнештәр төҙөү. Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
42 Ҡабатлау 1 18.02 Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү;
Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү; 43 Йырлап алайыҡ әле! 1 21.02 Ноутбук, йырҙар йыйынтығы, йырҙың һүҙҙәре Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
44-45 Ҡайҙан? һорауы 2 25.02
28.02 Дәреслек,
Предметлы һүрәттәр Биремдәр үтәү. Текст өҫтөндә эшләү Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
46-47 Ҡасан? һорауы 2 4.03
7.03 Дәреслек,
Темаға тап килгән сюжетлы һүрәттәр Уҡыусы эшсәнлеге, уҡытыу эшсәнлеге төрҙәре Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
48 Ҡайҙа? һорауы 1 11.03 Дәреслек,
Сюжетлы һүрәттәр үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу;
Һөйләм телмәрен үҫтереү;
Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү.Әңгәмә, бирем үтәү. 49 Ҡайҙа? Ҡасан? һорауҙары 1 14.03 Дәреслек,
Предметлы һүрәттәр Һөйләм телмәрен үҫтереү;
Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү. Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
50 Уҡыу дәресе 1 18.03 Телмәрҙе нығытыу;
Һөйләм телмәрен үҫтереү;
Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү.Әңгәмә, бирем үтәү. 51-52 Был нимә? һорауы 2 21.03
4.04 Дәреслек,
Темаға тап килгән сюжетлы һүрәттәр Уҡытыусы аңлатыуы, һүҙбәйләнештәр төҙөү. Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
53-54 Нимәгә? һорауы 2 8.04
11.04 Дәреслек,
Мәктәп темаһына сюжетлы һүрәттәр Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау һәм яңыларын өйрәтеү;
Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү; Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
55-57 Ҡабатлау 3 15.04
18.04
22.04 Аҡбуҙат журналдары. Предметлы һүрәттәр Биремдәр үтәү. Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
58 Уйнап алайыҡ әле! 1 25.04 Предметлы һүрәттәр Уйындар отоу. Уйын технологияһы
59 Уҡыу дәресе. Ф.Туғыҙбаева. Тыуған көн. 1 29.04 сюжетлы һүрәттәр Биремдәр үтәү. Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
60 Ҡасан? һорауы 1 2.05
Дәреслек,
Предметлы һүрәттәр Биремдәр үтәү. Текст өҫтөндә эшләү 61-62 Бармы? һорауы. 2 6.05
13.05 Дәреслек,
Темаға тап килгән сюжетлы һүрәттәр Уҡыусы эшсәнлеге, уҡытыу эшсәнлеге төрҙәре Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
63 Нимә менән? һорауы 1 16.05 Дәреслек,
Предметлы һүрәттәр үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу;
Һөйләм телмәрен үҫтереү;
Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү.Әңгәмә, бирем үтәү. Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
64-65 Нимә эшләйбеҙ? һорауы 2 20.05
23.05 Дәреслек,
Темаға тап килгән сюжетлы һүрәттәр Һөйләм телмәрен үҫтереү;
Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү. Һаулыҡты һаҡлау технологияһы
66-67 Ҡабатлау. 2 27.05
30.05 Дәреслек,
Мәктәп темаһына сюжетлы һүрәттәр
Телмәрҙе нығытыу;
Һөйләм телмәрен үҫтереү;
Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү.Әңгәмә, бирем үтәү. Уйын технологияһы
Бөтәһе – 67 сәғәт.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙе уҡыған тексты аңлай алыу:
- 3-6 һөйләмдән (репликанан) торған диалогты аңлай белеү;
- уҡытыусыға йәки иптәштәренә уҡыған йәки ишеткән текст буйынса һорауҙар биреү;
- текстың темаһын, төп фекерен ярҙам менән әйтә белеү.
2. Уҡыған әҫәр, картина, билдәле ситуация буйынса әңгәмәлә ҡатнаша алыу:
- текстың йөкмәткеһен ярҙам менән һөйләү;
- предметты, күренеште, персонажды элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтен белдерә алыу;
- һөйләмдәрҙе, дөрөҫ интонация менән уҡыу;
- билдәле ситуация буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөй алыу;
3. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу:
- тексты тасуири уҡыу;
- текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе һүрәтләү, тасуирлау таба алыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
- текстың өлөштәренә, иллюстрацияларға исем бирә алыу;
- хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү.
4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу:
- текст, күҙәтеүҙәр, экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;
- бер телдән икенсеһенә тәржемә итеү;
- яҙғанды элементар рәүештә камиллаштыра алыу.
5. Гәзит- журнал материалдарын, дәреслектә билдәләнгән әҫәрҙәрҙе кластан тыш уҡыу.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
һорауҙарға телдән яуаптар (әңгәмә)
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау яҙма эштәре үткәрелә. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.
Бының өсөн башҡорт теленән 4-се класта түбәндәге күләмдә эштәр үткәреү ҡарала:
Контроль күсереп яҙыу
Һүҙлек диктантыЯҙма эш төрҙәре яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла.
Уҡыу һәм уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге:
Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы): Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.
Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 1991.
Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.
Сал Уралда – илдә бер ине. Өфө, БМКИ, 2004.
Телмәр һәм зиһен // Аслаева Р. Өфө, Китап, 2005.
Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 1997.
Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.
Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт
Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».