Выступление на семинаре: Рус телле м?кт?пт?р?? баш?орт теле ??м ???би?тен ?йр?не??? ижади проекттар?ы? роле


Әбсәхова Эльвира Зөфәр ҡыҙы
Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙә ижади проекттарҙың роле
Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын дөйөм белем биреү хөкүмәт стандарттарын индереү шарттарында эшләү уҡытыусы алдында ҙур талаптар ҡуя. Бөгөнгө көндә беҙ белем алыуға һәләте булған, мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына эйә булған, хаталаныуҙан ҡурҡмаған, ышаныслы эш иткән, үҙен уратып алған һәр объектҡа, күренешкә үҙ фекере, ҡарашы булған шәхес тәрбиәләргә тейешбеҙ.
Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу – үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы эш. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән уҡыусыларҙы ғына алғанда ла, уларҙы өс төркөмгө бүлергә була: 1 - телде аңлайҙар һәм һөйләшәләр, 2 - аңлайҙар, тик һөйләшә белмәйҙәр, 3 – аңламайҙар. Уҡыусыларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятып, яҡшы һөҙөмтөлөргә өлгәшеү өсөн заманса технологиялар, төрлө уҡыу методтары ҡулланыу талап ителә. Һуңғы йылдарҙа уҡытыусылар араһында проектлау технологияһын ҡулланыу күҙәтелә.
Проектлау технологияһы — педагогик процесты планлаштырыуҙа ҡулланыла торған үҙенсәлекле методик система ул. Проект һүҙе белем биреү процесын алдан күҙаллау тигәнде аңлата. Ысынлап та, дәрестә өйрәнеләһе материалдың йөкмәткеһен, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген, эш алымдарын, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләп ҡуйыу проектлау технологияһының төп асылын тәшкил итә. Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлана барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота. [1,24]
Проектлау технологияһының төрҙәре:
-уйын проекты
-эҙләнеү проекты
-ижади проект
-информацион проект
-логик-мәғәнәүи модель (ЛММ)
Проект өҫтөндә эште уңышлы үтәү өсөн шарттар: уҡыусыны эш талаптары менән таныштырып, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, күренештәрҙең төбөнә үтеп инергә өйрәтеү мөһим. Дәрестәрҙе төрлө типта, төрлө алымдар ҡулланып ойошторорға, күберәк актив методтарға һалырға (өлөшләтә эҙләнеү, проблемалы эҙләнеү методтары) кәрәк. [4,25]
Туған телгә, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн эш тәжрибәмдә ижади проекттар ҡулланам. Сөнки ижади проект – уҡыусыларҙың фекерләү эшсәнлеген активлаштырыусы алымдарҙың береһе. Ул презентация, һүрәттәр йыйынтығы, ниндәй ҙә булһа байрам сценарийы, спектакль ҡуйыу, гәзит сығарыу, китапсыҡ әҙерләү һ. б. формаларҙа булырға мөмкин. Уҡыусылар башҡарған проекттарҙан түбәндәгеләрҙе күрһәтергә мөмкин: “Башҡортостан – изге төйәгем” һүрәттәр йыйынтығы, “Тыуған ҡалам – Нефтекама” иншалар йыйынтығы, “Антонимдар”, “Синонимдар” китапсыҡтары, төрлө темаларға презентациялар әҙерләү, “Әминбәк” әкиәтен, А. Йәғәфәрованың “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” әкиәтен сәхнәләштереү.
Проект эшен башҡарыу өсөн башта проблема тыуҙырыла. Проект өҫтөндә эш бер нисә этаптан тора.
Баһаүетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Тарафынан сығарылған “Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу” ҡулланмаһында түбәндәге этаптар билдәләнгән:
1.Проект темаһын тәҡдим итеү. Мәсьәлә ҡуйыу.
2.Эштең дөйөм йүнәлешен һайлау. Балаларҙы төркөмдәргә бүлеү. Эш планын төҙөү. Мәғлүмәт йыйыу алымдарын һайлау һәм эҙләнеүҙе башлау. Беренсе һөҙөмтәләрҙе тикшереү.
3.Проектты презентациялау (тапшырыу) һәм яҡлау.
4.Йомғаҡлау. Һығымта яһау. [1,25]
Проектлау методы менән эшләү барышында иң мөһиме нимә һуң?
1)Хыял итеү, фараз итеү, күҙ алдына килтереүҙе талап иткән ижади эшмәкәрлек аша уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын дәртләндереү.
2)Уҡыусы мәғлүмәтте механик рәүештә ятлап алырға түгел, ә мәғәнәһен аңлата, эстәлеген асып бирә, артабан үҙ тәжрибәһендә ҡуллана белергә тейеш. Проектлау технологияһын ҡулланыу ошо мәсьәләләрҙе теүәл хәл итергә ярҙам итә.
—ҡуйылған мәсьәләне сисеү юлын эҙләй белеү оҫталығын, тәнҡитсел аҡыл эшмәкәрлеген үҫтерә,
—уҡыусыларҙа фаразлау, күҙ алдына килтереү, тикшеренеү, анализлай белеү оҫталығын, үҙенсәлекле фекерләүҙе үҫтерә,
—балаларҙың үҙ баһаһын күтәреүгә булышлыҡ итә.
Проектлау технологияһы һәр саҡ балаларҙың үҙ аллы (айырым, парлы, төркөмдәрҙә) эшмәкәрлеген ойоштороуға йүнәлтелгән [ 2; 19 ]
Ижади проекттар эшләү барышында уҡыусылар бер - береһе менән аралаша, бер – береһенә ярҙам итә, фекер уртаҡлаша. Уларҙың ижади мөмкинлектәре асыҡлана, төркөмдә эшләү күнекмәләре булдырыла. Шулай уҡ ижади проекттар уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыуға, бәйләнешле телмәр үҫтереүгә ярҙам итә.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
Баһаүетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу/ Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. — Өфө: Китап,2009/ - 176 бит.
Дәүләтшина М. С. , Янышева З. Ф. «Туған тел» дәреслегенә методик ҡулланма: 3 – сө класс. – Өфө: Китап, 2010.
http://festival.1september.ruhttp://do.gendocs.ruhttp://xreferat.ruhttp://letopisi.ru