Конспект урока по башкирской литературе Урал тура?ында ?обайыр
ЖӘЛИЛ КЕЙЕКБАЕВ. «Урал тураһында ҡобайыр».
Маҡсаттар:
«Урал тураһында ҡобайыр» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү.
Ҡобайыр жанрын дауам итеүселәр менән таныштырыу.
Урал образына хөрмәт һәм һөйөү, ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү.
Уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп эш төрҙәре.
Жәлил Кейекбаевтың биографияһын һөйләү. Уның бөйөк телсе, башҡорт теленең фәнни фонетикаһына нигеҙ һалыусы икәнлеген таныу. «Урал тураһындағы ҡобайыр»ҙы тасуири итеп уҡыу. Ҡобайыр жанрының дауам ителеүенә иғтибар итеү.
Дәрес барышыI. Өйгә бирелгән эште тикшереү.
«Эш дәфтәре»ндә бирелгән биремдәрҙең үтәлешен тикшереү һәм баһалау.
Хикәйәт ни өсөн «Салауат ташы» тип йөрөтөлә? Йөкмәткеһен һөйләтеү.
Халыҡ риүәйәттәренә таянып яҙылған был әҫәрҙең ҡайһы урындары ысынбарлыҡ менән уртаҡ йәки уға тап килмәй?
Бындай әҫәрҙәрҙе әҙәбиәттә жанры буйынса нисек тин йөрөтәләр?
Яңы тема.
— «Урал» темаһына күп сәсәндәр ҡобайырҙар ижад иткән. Шундай шәхестәрҙең береһе — күренекле телсе, Урал- Алтай лингвистикаһына нигеҙ һалыусы ғалим Жәлил Кейекбаев. Бөгөн беҙ уның тарафынан ижад ителгән «Урал тура һында ҡобайыр» исемле әҫәр менән танышырбыҙ. Хәҙер Жәлил Кейекбаевтың ҡыҙыҡлы биографияһы тураһында.
Яҙыусы һәм тел ғалимы профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев 1911 йылдың 25 октябрендә Башҡортостандың хәҙер ге Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1926 йылда Сәйетбаба ауылында башлангыс мәктәпте тамамлағас, Маҡар ауылында колхозсы йәштәр мәктәбендә уҡый.
1932 йылда Өфөлә Башҡорт педагогия техникумын тамамлай. Бер үк ваҡытта ул «Аллаһыҙ» журналының яуаплы секретары вазифаһын да башҡара. 1932—1937 йылдарҙа Мәскәүҙә Сит телдәр педагогия институтында уҡый һәм герман филологияһы бүлеген уңышлы тамамлап сыға. Бер йыл Мәскәү өлкәһе Рошаль ҡалаһында урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң, Өфөгә ҡайтып, педагогия институтының сит телдәр факультетында уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, уҡытыу бүлеге мөдире, кафедра мөдире булып эшләй. 1942—1945 йылдарҙа Жәлил Кейекбаев Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең директоры була. Бер йылға яҡын китап нәшриәтендә баш мөхәррир булып эшләгәндән һуң, Мәскәүҙә Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый. 1946—1949 йылдарҙа Өфө авиация институтында немец теле уҡытыусыһы булып эшләй, кафедра мөдире вазифаһын да башҡара. 1948 йылда ул филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай. 1949 йылдан алып тәүҙә Башҡорт педагогия институтында, һуңынан дәүләт университетында доцент, профессор — башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире, бер ни тиклем ваҡыт сит телдәр факультеты деканы, 1057 йылдан 1961 йылга тиклем университеттың проректоры Оулып эшләй. 1960 йылда Жәлил Кейекбаев филология фәндәре докторлығына, башҡорт интеллигенцияһынан иң беренсе булып, диссертация яҡлай.
Жәлил Кейекбаев утыҙынсы йылдарҙың башында шиғырҙары менән матбуғат биттәрендә йыш күренә башлай. Уның күп кенә шиғырҙарын Ж. Табын имзаһы менән газеталарҙа, журналдарҙа осратырға була. Мәскәүҙәге Сит телдәр институтымда уҡығанда, ул немец теленән башҡорт теленә тәржемә эше менән ныҡлап шөғөлләнә. Жәлил Кейекбаев ике телдең дә нескәлектәрен белә, тел культураһы талаптарын яҡшы тоя. Шуға күрә тәржемә иткәндә әҫәрҙең оригиналдағыса яңғырауына ирешә. Бөйөк Гете, Г. Гейне кеүек шағирҙарҙың шиғырҙарын, Эрих Вайнерт, Вилли Бределдең шиғыр һәм хикәйәләре, Фр. Вольфтың «Доктор Мамлюк» драмаһы, бер туған Гримдарҙың айырым китап булып сыҡҡан әкиәттәре оригиналдың, стиле, дөйөм эске һулыштары һаҡланыу менән әһәмиәтлеләр. Был осорҙа әле рус теленән тәржемә эше лә түбән була ә инде башҡа сит телдәрҙән туранан-тура тәржемә итеү тағы ла һирәк ине.
Жәлил Кейекбаев Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төрлө темаға ҡобайырҙар, очерк һәм хикәйәләр ижад итә. Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов тураһында очерк, Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) тураһында шиғырҙар яҙып, шул уҡ иҫемдәрҙә башҡорт һәм рус телдәрендә баҫтырып сығара.
Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа ул, юғары уҡыу йорттарында уҡытыусылыҡ һәм ғилми эштәр алып барыу менән бергә, балалар әҙәбиәтендә даими эшләп килә. Уның халыҡ әкиәттәре ерлегендә яҙған әҫәрҙәре айырым йыйынтыҡтарға тупланып та сыға. Яҙыусының «Туғандар һәм таныштар» романы ҙур популярлыҡ яуланы.
Жәлил Кейекбаев республикала Н. К. Дмитриев башлап ебәргән башҡорт теле ғилеме фәнен дауам иттереүсе һәм артабан уңышлы үҫтереүсе, ошо фәнде югары талаптарға яуап бирерлек хәлдә ойоштороусы. «Башҡорт теленең фонетикаһы» тигән ҙур монографик тикшеренеүе буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, профессор Жәлил Кейекбаев тирәһендә башҡорт теле фәнен өйрәнеү буйынса һәләтле йәш ғалимдар мәктәбе ойоша һәм белгестәр әҙерләүҙә әһәмиәтле эштәр башҡарыла. Күп тә үтмәй, ул «Урал-алтай телдәренең сағыштырма грамматикаһы» тигән ҙур хеҙмәтен тамамлай. Жәлил Кейекбаевтың бөтәһе илленән ашыу ғилми хеҙмәте бар. Шулар араһында етеһе айырым китап булып сыҡты. Ул башҡорт теленән урта мәктәптәр, педучилище һәм юғары уҡыу йорттары өсөн яҙылған байтаҡ дәреслектәрҙең авторы ла.
Жәлил Кейекбаев ундан ашыу филология фәндәре кандидаттарын әҙерләне, илебеҙҙең төрлө ҡалаларында ғилми учреждениеларҙың эштәрендә булышлыҡ итә ине, башҡа универ ситеттарҙың һорауы буйынса лекциялар менән сығыш яһаны.
Ғалим-яҙыусы республикала йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты. Азия һәм Африка илдәре теләктәшлек Совет ко митеты ағзаһы, БАССР Верховный Советы депутаты булды.
Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ленин һәм «Почет Билдәһе» ордендары менән наградланды, «Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән исемгә лайыҡ булды.
Ҡобайырҙы уҡытыусы үҙе тасуири итеп уҡый. Ҡайһы бер өҙөктәрен уҡыусыларҙан уҡыта.
Йөкмәткеһен үҙләштереү буйынса түбәндәге һорау
Был әҫәрҙе ни өсөн ҡобайыр тип әйтәбеҙ? Унда ҡобайыр жанрына хас стилдәрҙең һаҡланыуын күрһәтеп иҫбат итегеҙ.
Ҡобайырҙа беҙҙең Башҡортостандың иҫ киткес байлығы тураһында әйтелгән юлдарҙы табып уҡыгыҙ.
Ҡобайырҙа ниндәй тарихи ваҡиғалар тураһында һүҙ барыуын әйтегеҙ.
Ҡобайырҙа халыҡ азатлығы өсөн көрәштә үҙҙәрен күрһәткән ниндәй батырҙар тураһында әйтелә?
Боронғораҡ ижад ителгән ҡобайырҙар менән сағыштырып, оҡшаш һәм айырмалы яҡтарҙы әйтеп ҡарағыҙ.
Әгәр ҙә иғтибар итһәгеҙ, тәҡдим ителгән ҡобайырҙың теле иҫ киткес бай, унда ниндәй генә сағыштырыуҙар, башҡа тасуири саралар ҡулланылмай. Әйҙәгеҙ, ошо тасуири саралар тураһында һөйләшәйек.
Урал образын һүрәтләгәндә шағир бер үк һүҙҙең мәғәнәһенә бер нисә метафора файҙалана. Шул метафораларҙы табып дәфтәрегеҙгә яҙығыҙ:
Уралдың битләсендә, Уралдың ҡосағында, Уралдың итәгендә, Урман ҡуйынында.
Ҡобайырҙа образлы итеп әйтелгән эпитеттар бар. Шу- нарҙы табып уҡып күрһәтегеҙ. (Сая туп, ҡорос ҡая)
Рефлексив анализ, баһалау.
Өйгә эш.
«Эш дәфтәре» буйынса бирелгән биремдәрҙе эшләргә.
«Урал тураһында ҡобайыр»ҙы тасуири уҡырға, йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнергә.