???би?т д?ресе.?.Ибра?имов. Кинй? романы. Инеш д?рес.


Предмет: Әҙәбиәт.
Уҡытыусы: Закирова С.Х.
Тема: Ғ.Ибраһимов. “Кинйә” романы.
Класс: 8
Дәреслек: Ғ.Б.Хөсәйенов, М.Ғ.Ғималова.
Туған әҙәбиәт. Урта мәктәптең 8 класы өсөн дәреслек- хрестоматия, 2008 й., Өфө: Китап, 2008 й., II баҫма.
Дәрескә методик күрһәтмәләр.
Уҡыу-уҡытыу процессында яңы технологиялар ҡулланыу – заман талабы.
Бөгөн уҡытыусынан күп нәмә талап ителә: үҙ фәнеңде яҡшы белеү, уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү, уҡыу- танып белеү эшсәнлеген ойоштороу, рухи һәм физик үҫешен тәьмин итеү.
Шуға күрә дәрестәрҙә мәғлүмәти технологияларҙы ҡулланыу ҙур мөмкинселектәр бирә: дәрестең әһәмиәтен арттыра, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп яҡлы мәғлүмәт менән эшләү сараһы ла булып тора.
Тарихи шәхестәргә бағышланған дәрестәрҙә компьютер төп ярҙамсы. Сөнки презентацион программаларҙы төҙөгәндә, уҡытыусы уның эсенә бик күп материал: фотоһүрәттәр, архив документтары, схемалар, карталар, һ.б. һала. Видеофильмдар ҡарау дәресте тағы ла йәнләндерә, тарихи күренештәргә икенсе күҙлектән ҡарарға ярҙам итә.
Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен уҡытыуҙың сиге юҡ. Бары тик эҙләнергә, яңылыҡҡа ынтылырға, ҡуйылған маҡсатҡа ҡыйыу атларға ғына кәрәк. Инновацион технология элементтарын урынлы файҙаланыу ҙа, һис шикһеҙ, эшебеҙҙә тик уңыш ҡына килтерәсәк.
Дәрескә аннотация.
Инеш дәрес. Инеш дәрестәр уҡыусыларҙы әҫәрҙе аңлы һәм эмоциональ ҡабул итеүгә әҙерләү, уларҙың иғтибарын яңы темаға туплау, ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыу һәм әҫәрҙе аңлы үҙләштереүгә ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә.
Дәрескә түбәндәге маҡсаттар ҡуйылды:
1. Башҡорт халҡының күренекле яҙыусыһы Ғ. Ибраһимовтың тормош һәм ижад юлына байҡау, “Кинйә” романынан өҙөк менән танышыуҙы башлау;
2.Үҙ аллы фекерләүҙе тәрәнәйтеү, бәйләнешле телмәр үҫтереү, тасуири уҡыу күнекмәләрен булдырыу;
3.Яҙыусының әҫәрҙәре аша Тыуған илгә, ергә, телгә,халыҡҡа, тарихҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү.
Дәрес уҡыусыларҙа тейешле эмоциональ кәйеф булдырып, ҡыҙыҡһыныу уятып, дәрестә үҙләштерә торған яңы материалды еңел ҡабул итеүгә ҡоролған. Презентация ҡулланыу, “Кинйә абыҙ”ға бағышланған фильм ҡарау дәрестең төрлө этаптарын асыҡлай, тарихи ваҡиғаларҙы уҡыусыларҙың ҡабул итеүенә булышлыҡ итә. Документ- камера ҡулланыу уҡыусыларҙың яуаптарын тикшерергә, уҡытыусы менән уҡыусы араһында диалог тыуҙырырға ярҙам итә.
Дәрес, яңы быуын стандарттарына ярашлы төҙөлөп, уҡыусыларҙа эшмәкәрлек һәм инновацион рух, тәүәкәллек, үҙеңә яуаплылыҡ, вазифа алыу сифаттарын үҫтереү алымдарына нигеҙләнеп маҡсатына иреште.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.Кулбахтин Н.М. Башкирские вожди Крестьянской войны 1773- 1774 годов.
2. Башкортостан: Краткая энциклопедия Гл. ред. Р. З. Шакуров, Научное издательство "Башкирская энциклопедия", 1996 г.
3.Ресурсы интернета.

Тема: Ғ.Ибраһимов. “Кинйә” романы.
Маҡсат: башҡорт халҡының күренекле яҙыусыһы Ғ. Ибраһимовтың тормош һәм ижад юлына байҡау, “Кинйә” романы менән танышыуҙы башлау; үҙ аллы фекерләүҙе тәрәнәйтеү, бәйләнешле телмәр үҫтереү, тасуири уҡыу күнекмәләрен булдырыу; яҙыусының әҫәрҙәре аша Тыуған илгә, ергә, телгә,халыҡҡа, тарихҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү.
Предмет-ара бәйләнеш: тарих-мәҙәниәт- география.
Йыһазландырыу: компьютер, мультимедиа проекторы, экран, презентация, видеофильм “Кинйә абыҙ” ( реж. Әнүәр Нурмөхәммәтов ) , документ- камера.
Дәрес барышы:
I. Ойоштороу мәле.
1.Һаулашыу.
2. Өй эшен тикшереү.
-Уҡыусылар, һеҙ үткән дәрестәрҙә башҡорт халҡының үҙ азатлығы өсөн көрәше тураһында бик күп әҫәрҙәр менән таныштығыҙ. Шул ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекерегеҙҙе яҙып килергә ине. Әйҙәгеҙ бер нисә иншаны тыңлап үтәйек.
3. Ижади эштәрҙе баһалау.
4. Дәрестең маҡсатын асыҡлау.
- Ни өсөн халыҡ ер- һыуын һаҡлап яуға күтәрелә? Башҡорт батырҙарынан кемдәрҙе әйтә алаһығыҙ? Ниндәй яҙыусылар был темаларға мөрәжәғәт иткән икән?
II. Төп өлөш.
1. Ғ. Ибраһимовтың тормош һәм ижад юлы менән танышыу.
- Беҙҙең әҙәбиәттә күп кенә яҙыусылар тарихҡа, башҡорт халҡының үткәненә иғтибар бүләләр. Ғ. Ибраһимов “Кинйә” романы менән башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индерҙе, быға тиклем аҙ яҡтыртылған тарихи осорҙо сағылдырҙы.
а) Яҙыусы тураһында. Слайд.
б) Кем ул Кинйә Арыҫланов? Слайд.
в)“Кинйә” романының яҙылыу тарихы.
1977 й.- “Кинйә” тарихи романының беренсе китабы, 1987 й. икенсе китабы донъя күрә. Ҙур күләмле эпик әҫәряҙыусынан тарихи осорҙо, документарҙы. ныҡлап өйрәнеүҙе, эҙләнеүҙәр талап итә.
Яҙыусы тәүге китабы “Тапалған йәйләү”, икенсеһе- “Ил ағаһы”нда башҡорт халҡының XVIII быуаттағы тормошо һәм көрәше, халыҡты ихтилалға алып килгән сәбәптәрҙе һүрәтләй. 1773- 1775 й-ғы Крәҫтиәндәр һуғышында Пугачевтың күренекле көрәштәше, кәңәшсеһе, ихтилал етәкселәренең береһе булған, тарихта һәм нәфис әҙәбиәттә бығасабөтөнләй яҡтыртылмаған Кинйә Арыҫланов образын ижад итеү өсөн күп көс һала.
Романдың беренсе китабы ун бүлектән тора.Һүҙ илдәге хәлдең киҫкенләшә барыуы, Кинйәнең шәхес булып формалашыуын сағылдыра. Икенсе китабы Кинйә Арыҫлановтың Пугачев күтәрелешенә ҡушылыуы менән тамамлана.
2. “Кинйә- абыҙ” фильмынан өҙөк ҡарау. (ваҡыты: 07:40- 05:15) .Реж. Әнүәр Нурмөхәммәтов, сц. авторы- С. Сурина. Кинйә ролендә- Рауил Ғәлин.
- Уҡыусылар, Кинйә Арыҫланов һеҙҙең күҙ алдында ниндәй шәхес булып баҫты?
-Батыр башҡорт халҡына нимә әйтеп ҡалдыра?
Артист- Р.Ғәлин был образды асып бирә алғанмы?
III. Романдан өҙөк уҡыу. (28- 32-се бит.).
1. Һүҙлек эше: (слайд).
Саруа-халыҡ массаһы;
Наибы- ярҙамсыһы;
Ябауыл- һөжүм итеүсе төркөм;
Улъя- трофей;
Ибтидаи- башланғыс.
2. Сылбырлап уҡыу.
3. Әҫәр йөкмәткеһе буйынса әңгәмә.
- Уҡыусылар, әҫәрҙә сағылдырған тарихи осорҙо күҙ алдына килтерегеҙ.
-Ваҡиғала ниндәй осор һүрәтләнгән?
-Ниндәй тарихи шәхестәр телгә алына?
IV. 1. Микроһығымта.
- Әҫәрҙең яҙылыу тарихы тураһында нимә белдегеҙ?
- Хикәйәнең төп темаһы?
- Автор был әҫәр аша нимә әйтергә теләгән? Идеяһын асыҡлағыҙ.
-Дөрөҫ,“Кинйә” романы тарихыбыҙға, халҡыбыҙҙың ҡаһармандарса көрәшенә хөрмәт тойғоһо тәрбиәләй. Слайд.
- Өҙөктән Кинйәнең атаһы Арыҫландың уй- борсолоуҙарын табып уҡып күрһәтәгеҙ. Улар урынлымы?
2. “ Батыр тауы”н бергәләп өйәйек. Уйын.
- Һеҙ, батырлыҡ, тыуған ил тураһында мәҡәлдәр яҙырға тейешһегеҙ. Беренсе мәҡәл 8 һүҙҙән торһа, һуңғылары кәмей барырға тейеш.
-Уҡыусылар, яуаптарығыҙҙы документ-камера аша тикшерербеҙ.
Ир терәге- ер.
Ерһеҙ кеше- илһеҙ кеше.
Яуҙан ҡасып ҡайтҡансы яралы ҡайт.
Батыр үҙе үлһә лә, исеме үлмәҫ.
Батыр үҙе өсөн тыуыр, халҡы өсөн үлер.
Ир аҡылы- бер алтын, ил аҡылы- мең алтын.
- Бик фәһемле мәҡәлдәр яҙғанһығыҙ, уҡыусылар. Халҡыбыҙҙың ижад емештәрен артабан да телмәрегеҙҙә ҡулланығыҙ, байытығыҙ.
V. Рефлексия.
-Дәрестә алған белем киләсәктә һеҙгә ниндәй яҡтан ярҙам итер?
VI. 1.Йомғаҡлау. Слайд.
- Яҙыусы “Кинйә” романында ниндәй проблема күтәрә?
-Дөрөҫ, Тыуған еребеҙҙе, телебеҙҙе, Алдар һәм Күсемдәр, Ҡараһаҡал һәм Батыршалар, Кинйә һәм Салауаттар яулаған иректе һаҡларға өндәй. Шул саҡта ғына киләсәк ышаныслы, өмөтлө булыр.
- Батырҙар тураһында уҡығандан һуң күңелдә ниндәй уйҙар тыуа, егеттәр?
2. Уҡыусыларҙың яуаптарын баһалау.
3. Өй эше- II,III бүлектәрҙе уҡып һорауҙарға яуап бирегеҙ.