Рабочая программа по башкирской литературе для 7 класса


Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа х.Новохвалынский
муниципального района Кугарчинский район Республики Башкортостан
«Согласовано»
Руководитель ШМО
_________/Алимгужина Э.М./
Протокол № __ от « »________ 2014г. «Согласовано»
Заместитель директора по УВР
МБОУ СОШ х.Новохвалынский МР Кугарчинский район РБ
________________/Суюндикова М.К../
« __»-_________ 2014 г. «Утверждаю»
Директор МБОУ СОШ х.Новохвалынский
МР Кугарчинский район РБ
_____________/Кильсенбаева А.А./
Приказ № __ от « » _______ 2014 г.
Рабочая программа по башкирскому языку
для 7 класса
МБОУ СОШ х. Новохвалынский
на 2014 – 2015 учебный год.
Составитель рабочей программы: Казбулатова М.М.
х. Новохвалынский- 2014
Аңлатма яҙыу
Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән , аҙнаһына 2 сәғәт иҫәбенән.
Төҙөүсеһе Ҡазбулатова Минибикә Ғәли ҡыҙы.
Дәреслек: “Әсә теле”(Ябай һөйләм синтаксисы): Башҡорт мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Аҙнабаев Ә.М., Таһирова С.А., -Өфө: Китап, 2009.
Программа кимәле : базис
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
1) Икенсе быуын стандарттары, төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар, 5-9 кластар өсөн, З.Биишева исмендәге “Китап” нәшриәте, Өфө, 2012.
2) Толомбаев Х.А., Атнағолова С.В. 5-9 кластар өсөн башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы – Өфө, Китап, 2009
3)Ғималова М.Ғ., Рәхимова С.М. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы.- Китап, 2009.
4) Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы,Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты.- Өфө; Китап, 2013.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
1) “Әсә теле” (Ябай һөйләм синтаксисы): Башҡорт мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Аҙнабаев Ә.М., Таһирова С.Ә.,-Өфө: Китап, 2009.
2) Аҙнабаев Ә.М., Таһирова С.Ә. 7 класс өсөн дидактик материалдар- Өфө, 2010.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Икенсе быуын стандарттары, төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар, 5-9 кластар өсөн, З.Биишева исмендәге “Китап” нәшриәте, Өфө, 2012. –гә таянып эшләнде.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Тәүәкән муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;
«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;
Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Тел тураһында әңгәмә -1 сәғәт
Лексика, фонетиканы ҡабатлау – 1 сәғәт
Морфология, орфографияны ҡабатлау-1 сәғәт
Синтаксис һәм пунктуация, һүҙбәйләнеш – 9 сәғәт
Синтаксистың төп маҡсаты, һүҙбәйләнеш һәм һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары, эйәртеүле бәйләнештең төрҙәре: ярашыу, башҡарылыу, йәнәшәлек, һөйкәлеү, һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ, нығынған һүҙбәйләнештәр.
Ике составлы ябай һөйләмдәр – 16 сәғәт
Ике составлы ябай һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә, һөйләмдең баш киҫәктәре, һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре, тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар, өҫтәлмәлек, тура һәм ситләтелгән тултырыусы, һөйләмдә һөйләм киҫәктәрен урынлаштырыу тәртибе.
Бер составлы һөйләмдәр – 5 сәғәт
Бер составлы һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә, уның төрҙәре: билдәле эйәле һәм билдәһеҙ эйәле һөйләм, эйәһеҙ һөйләм, атама һөйләм.
Тулы һәм кәм һөйләмдәр – 1 сәғәт
Тиң киҫәкле һөйләмдәр – 3
Тиң киҫәкле һөйләмдәр, улар араһында тыныш билдәләре, дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.
Һөйләм киҫәге менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр – 3 сәғәт
Өндәш һүҙҙәр, инеш һүҙҙәр һәм һөйләмдәр.
Һөйләмдең айырымланған киҫәктәре – 6 сәғәт
Айырымланыу тураһында дөйөм төшөнсә, өҫтәлмәлектәрҙең, аныҡлаусыларҙың, хәл әйтемдәренең айырымланыуы.
Тура һәм ситләтелгән телмәр – 4 сәғәт
Тура телмәрле һөйләмдәр, уларҙа тыныш билдәләре, диалог, цитаталар.
Ҡабатлау – 3 сәғәт.
Яҙма эштәр – 16 сәғәт
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
-ике составлы, бер составлы, кәм һөйләм; һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре; эйә менән хәбәрҙең сағылыу ысулдары, тыныш билдәләренең принциптары;
-айырымланған эйәрсән киҫәкле ябай һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылыу ҡағиҙәләре, һөйләмдәрҙә инеш һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, ымлыҡтар булғанда , тура һәм ситләтелгән телмәрле, цитаталы һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышы.
Күнекмәләр:
-һүҙбәйләнештәргә, ике составлы ябай, бер составлы, тура телмәр булған һөйләмдәргә синтаксик анализ яһау, ике составлы һөйләмдәр, тиң киҫәктәр, инеш һүҙҙәр, инеш һүҙбәйләнештәр, инеш һөйләмдәр, өндәш һүҙҙәр булған тарҡау һөйләмдәр төҙөү;
-эйәһе, хәбәре төрлө һүҙ төркөмөнән килгән һөйләмдәр менән файҙаланыу;
-эйәле һөйләмдәрҙе эйәһеҙ һөйләмдәр итеп, ябай һөйләмдәрҙе айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәр итеп, тура телмәрҙе ситләтелгән телмәр итеп үҙгәртеп төҙөй белеү, цитаталар менән, стилгә һәм йөкмәткегә ҡарап, синтаксик синонимдар менән файҙалана белеү;
-төрлө тип һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуя белеү;
-хикәйәләү тексын, тасуирлау элементтары индереп, ентекле һәм һайлап изложение яҙыу, әҙәби геройҙарҙы сағыштырып, урынды, тарихи һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын тасуирлап, әхлаҡ-әҙәп темаһына хөкөм йөрөтөү (фекер йөрөтөү) иншаһы яҙыу; төп фекеренә, темаһына ҡарап, орофграфик, тыныш билдәләре буйынса, грамматик һәм телмәр хаталары булған текстарҙы камиллаштырыу.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау
1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Уҡыу йылы башында инеш диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала: 7 класта- 16
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла.
№ Төрө Формаһы Ваҡыты
1 Инеш контроль Биремле диктант 1 сирек
2 Телмәр үҫтереү Инша 1 сирек
3 Телмәр үҫтереү Инша 1 сирек
4 Телмәр үҫтереү Изложение 1 сирек
5 Телмәр үҫтереү Диктант 1 сирек
6 Телмәр үҫтереү Инша 2 сирек
7 Телмәр үҫтереү Изложение 2 сирек
8 Контроль эш Диктант 3 сирек
9 Контроль эш Изложение 3 сирек
10 Телмәр үҫтереү Инша 3 сирек
11 Контроль эш Инша 3 сирек
12 Телмәр үҫтереү Диктант 3 сирек
13 Контроль эш Инша 4 сирек
14 Телмәр үҫтереү Инша 4 сирек
15 Контроль эш Биремле диктант 4 сирек
16 Контроль эш Изложение 4 сирек

Тематик план
№ Дәрес темаһы Сә
ғәт
тәр
һа
ны Дәрес
төрө Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге Дата Фак-
тик
дата. Иҫкәрмә
ләр
1. Тел тураһында әңгәмә. 1 Әңгәмә Башҡорт теленең йәмғиәт һәм хөкүмәт тормошондағы ролен аңлау; кеше тормошонда бащҡорт теленең матурлығын, бай булыуын, яңғырашлығын аңлау. 04.09 2 Т.ү. Инша “Башҡортоста
ныма дан йырлайым” 1 Телмәр үҫтереү Тема буйынса инша яҙыу 09.09 3 Лексика, фонетика, морфология, орфография буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 1 Үтелгән
дәрҙе ҡабатлау Схема буйынса эш. Лексик, фонетик, морфологик тикшереүҙәр. Тасуири уҡыу. Тест һорауҙарына яуап биреү. 11.09 4 Инеш контроль. Биремле диктант “3ай,донъя3ы” 1 Кон
троль тикше
реү Диктант яҙыу, биремдәрҙе үтәү. 16.09 Синтаксис һәм пунктуация, һүҙбәйләнеш: 9 5 Синтаксистың төп маҡсаты.
1 Үткән
дәрҙе ҡабат
лау һәм яңы тема өйрәнеү Һөйләмдәрҙе һәм һүҙбәйләнештәрҙе схема буйынса тикшереү. Һүҙбәйләнештәр төҙөү. 18.09 6 Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. Ҡатнаш Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм араһындағы айырманы белеү 23.09
7 Эйәртеүле бәйләнештең төрҙәре. 1 Яңы тема өйрәнеү Схема буйынса тикшереү. Интонация менән тасуири уҡыу. 25.09 8 Т.ү. Ә.Лотфуллин
дың “Алтын көҙ” картинаһы буйынса өйрәтеү иншаһы. 1 Телмәр үҫтереү. Теманан ситләшмәй, үҙ фекереңде ҡушып яҙыу. Тасуирлау алымдарын ҡулланыу. 30.09 9 Ярашыу 1 Бирелгән билдәләре буйынса һүҙбәйләнештәрҙе төркөмләү, эйәреүсе һүҙҙең ниндәй һүҙ төркөмөнән булыуын асыҡлау. Ярашыу бәйләнешен таныу, телмәрҙә ҡулланыу. 02.10 10 Башҡаралыу 1 Яңы белем менән таныш
тырыу Бирелгән билдәләре буйынса һүҙбәйләнештәрҙе төркөмләү, эйәреүсе һүҙҙең ниндәй һүҙ төркөмөнән булыуын асыҡлау. Башҡарылыу бәйләнешен таныу, телмәрҙә ҡулланыу. 07.10 11 Йәнәшәлек 1 Яңы белем менән таныштырыу Бирелгән билдәләре буйынса һүҙбәйләнештәрҙе төркөмләү, эйәреүсе һүҙҙең ниндәй һүҙ төркөмөнән булыуын асыҡлау. Йәнәшәлек бәйләнешен таныу, телмәрҙә ҡулланыу. 09.10 12 Һөйкәлеү. 1 Яңы белем менән таныштырыу Бирелгән билдәләре буйынса һүҙбәйләнештәрҙе төркөмләү, эйәреүсе һүҙҙең ниндәй һүҙ төркөмөнән булыуын асыҡлау. Һөйкәлеү бәйләнешен таныу, телмәрҙә ҡулланыу. 14.10 13 Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ 1 Яңы белем менән таныш
тырыу Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙҙәрҙең айырмалығын аңлау 16.10 14 Т.ү. Өйрәтеү изложениеһы
“Ете” (ирекле) 1 Телмәр үҫтереү. Тексҡа яҡын итеп яҙыу 21.10 15 Өйрәтеү диктанты “Урман-тыуған төйәк” (аңлатмалы) 1 Белемде тикше
реү. Теманың үҙләштерелеүен тикшереү. 23.10 16 Нығынған һүҙбәйләнеш
тәр. 1 Яңы белем менән таныш
тырыу. Һүҙбәйләнеш һәм фразеологизмдарҙың айырмалығын аңлау. Уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. 28.10 Ике составлы ябай һөйләмдәр. 16 17 Ике составлы ябай һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә.
Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәр. 1 Ҡатнаш Һөйләмдең грамматик нигеҙен, ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙе таныу. Эйәнең һәм хәбәрҙең төрлө һүҙ төркөмдәренән килеүен күҙәтеү 30.10 - 18 Т.ү. Ә.Ситдикова
ның “Башҡорт балы” картинаһы буйынса өйрәтеү иншаһы. 1 Телмәр үҫтереү. Картина буйынса инша яҙыу күнекмәләре. Башҡорт балы т/да әңгәмә. 07.11 19 Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ. 1 Яңы тема өйрәнеү. Тыныш билдәләрен дөрөҫ, урынлы ҡуйыу. Тасуири уҡыу. 12.11 20 Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусы. 1 Яңы тема өйрәнеү. Ҡабатлау. Синтаксик анализ.Аныҡлаусыларҙы таныу. Тасуири уҡыу. 15.11 21 Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар. 1 Яңы тема өйрәнеү. Синтаксик анализ. Таблица менән эш. 19.11 22 Өҫтәлмәлек. 1 Яңы тема өйрәнеү. Өҫтәлмәлектәрҙе айыра белеү, таныу, телмәрҙә ҡулланыу. Синтаксик анализ. Һөйләмдәр төҙөү. 22.11 23 Тултырыусы. 1 Яңы тема өйрәнеү. Ҡабат
лау. Тултырыусыларҙы таныу һәм айыра белеү. Синтаксик анализ. Һөйләмдәр төҙөү. Телмәр үҫтереү (реклама) 26.11 24 Тура һәм ситләтелгән тултырыусы. 1 Яңы тема өйрәнеү. Тура һәм ситләтелгән тултырыусыларҙы айыра белеү. Таблица менән эш. Ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡулланыу. 29.11 25 Хәлдәр. Рәүеш хәлдәре. 1 Ҡатнаш Хәлдәрҙе таныу һәм анализлау, телмәрҙә ҡулланыу. Синтаксик анализ. Ҡурай т/да әңгәмә. 03.12 26 Күләм-дәрәжә хәлдәре. 1 Яңы тема өйрәнеү. Күләм-дәрәжә хәлдәрен таныу һәм анализлау.
Мәҡәлдәр менән эш. 06.12 27 Урын хәлдәре. 1 Яңы тема өйрәнеү. Урын хәлдәрен таныу һәм анализлау. Яттан яҙыу. Килеш менән үҙгәртеү. 10.12 28 Ваҡыт хәлдәре. 1 Яңы тема өйрәнеү. Ваҡыт хәлдәрен таныу һәм анализлау. Тасуири уҡыу. Һөйләмдәр төҙөү 13.12 29 Т.ү. Өйрәтеү изложениеһы “Белем алыу – бәхет ул” 1 Телмәр үҫтереү. Беренсе затты өсөнсө зат менән алмаштырып, текст буйынса изложение яҙыу. 17.12 30 Шарт хәлдәре. 1 Яңы тема өйрәнеү. Шарт хәлдәрен таныу һәм анализлау. Мәҡәлдәр менән эш. Миниатюр инша яҙыу. 20.12 31 Сәбәп хәлдәре. 1 Яңы тема өйрәнеү. Сәбәп хәлдәрен таныу һәм анализлау. Тасуири уҡыу. Схема буйынса эш. 24.12 32 Маҡсат хәлдәре. 1 Яңы тема өйрәнеү. Маҡсат хәлдәрен таныу һәм анализлау. Йола буйынса эш. 27.12 - 33 Кире хәлдәр. 1 Яңы тема өйрәнеү. Кире хәлдәрҙе таныу һәм анализлау. Әкиәт буйынса телмәр үҫтереү. Таблица менән эш. 14.01 34 Һөйләмдә һөйләм киҫәктәрен урынлаштырыу тәртибе. 1 Яңы тема өйрәнеү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен билдәләү. Синтаксик анализ.Тәржемә. Телмәр үҫтереү 17.01 35 Контроль диктант “Ҡышлаусы ҡоштар” 1 Кон
троль тикше
реү. Теманы үҙләштереүҙе тикшереү. 21.01 36 Бер составлы һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә.
Бер составлы һөйләмдең төрҙәре. 1 Яңы тема өйрәнеү. Кәм һөйләмдәрҙе бер составлы һөйләмдәрҙән айырыу. Бер составлы һөйләмдәрҙе таныу; уларҙың төрөн һәм баш киҫәктәренең морфологик бирелеү юлын билдәләү. Бер составлы һөйләмдәрҙең структур һәм мәғәнәүи үҙенсәлектәрен сағыштырыу, анализлау. 24.01 37 Т.ү.Контроль изложение “Өс алтын ҡурсаҡ”. 1 Кон
троль тикше
реү. Өйрәнелгәндәрҙе ҡулланыу. 28.01 38 Билдәле эйәле һөйләм. 1 Яңы тема өйрәнеү. Билдәле эйәле һөйләмде таныу, анализлау, телмәрҙә ҡулланыу. Тасуири уҡыу. Ролле уйын. 31.01 39 Билдәһеҙ эйәле һөйләм. 1 Яңы тема өйрәнеү. Билдәһеҙ эйәле һөйләмде таныу, анализлау, телмәрҙә ҡулланыу. Әҙәби текстар менән эш. 04.02 40 Эйәһеҙ һөйләм. 1 Яңы тема өйрәнеү. Эйәһеҙ һөйләмде таныу, анализлау, телмәрҙә ҡулланыу. Синтаксик анализ. Синоним һөйләмдәрҙе табыу. 07.02 41 Атама һөйләмдәр. 1 Яңы тема өйрәнеү. Атама һөйләмде таныу, анализлау, телмәрҙә ҡулланыу. Синтаксик анализ. Текстың хаталарын табыу. 11.02 42 Тулы һәм кәм һөйләмдәр. 1 Яңы тема өйрәнеү. Тулы һәм кәм һөйләмдәрҙе айырыу һәм сағыштырыу. Диалогтар төҙөү, яҙыу.
Синтаксик анализ. 14.02 43 Т.ү. Р.Нурмөхәмәтовтың “Батыр тураһында легенда” картинаһы буйынса өйрәтеү иншаһы. 1 Телмәр үҫтереү. Авторҙың әйтергә теләгән фекерен асыу.
Теманан ситләшмәй инша яҙыу, эпиграф һайлау, цитаталар ҡулланыу 18.02 Тиң киҫәкле һөйләмдәр. 3 44 Тиң киҫәкле һөйләмдәр. 1 Ҡабат
лау. Тиң киҫәктәрҙең төрлө типтағы бәйләнешен таныу һәм дөрөҫ интонация менән әйтеү. Грамматик нормаларға яраҡлы тиң эйәләр булғанда хәбәр формаһын һайлау. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе анализлау. Телмәрҙә ҡулланыу. 21.02 45 Тиң киҫәктәр араһында тыныш билдәләре. 1 Ҡабат
лау. Нығытыу Синтаксик анализ, пунктуацияны үҙләштереүҙе тикшереү. 25.02 46 Тиң киҫәктәр араһында дөйөмләштереүсе һүҙҙәр 1 Яңы тема өйрәнеү. Дөйөмләштереүсе һүҙҙәрҙе таныу, телмәрҙә ҡулланыу, анализлау. Схемалар буйынса эш. 28.02 Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр. 3 47 Өндәш һүҙҙәр. 1 Яңы тема өйрәнеү. Өндәш һүҙҙәрҙең төп функцияларын аңлау. Өндәш һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе таныу һәм дөрөҫ интонация менән әйтеү. Аралашыуҙың сфераһына һәм ситуацияға ҡарап, телмәрҙә өндәш һүҙҙәр менән һөйләмдәр ҡулланыу. Төрлө стилдәге һәм жанрҙарҙағы текстарҙа өндәш һүҙҙәрҙе ҡулланыу үҙенсәлектәрен күҙәтеү. 04.03 48 Өндәш һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре. 1 Яңы тема өйрәнеү. Үҙ-ара тикшереү. 07.03 49 Т.ү. Контроль инша “Тәбиғәт – беҙҙең байлығыбыҙ”. 1 Телмәр үҫтереү. Экологик темаға үҙ фекерҙәреңде асыу, үҫтереү. 11.03 50 Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр. 1 Яңы тема өйрәнеү. Инеш һүҙ һәм һөйләмдәрҙең төп функцияларын аңлау. Танып белеү һәм ҡулланыу. Уларҙың урынлы ҡулланылыуын күҙәтеү һәм анализлау. Коммуникатив бурыстарға яраҡлы телмәрҙә инеш һүҙ һәм һөйләмдәрҙе ҡулланыу. 14.03 51 Өйрәтеү диктанты “Ҡыңғырауҙар” (административ) 1 Белемде тикше
реү. Хаталарыңды үҙең табыу, иғтибарҙы үҫтереү. 18.03 Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре 6 52 Айырымланыу тураһында төшөнсә. 1 Яңы тема өйрәнеү. Айырымланыуҙың асылын аңлау, айырымланыуҙың дөйөм шарттары. Төрҙәрен таныу һәм дөрөҫ интонация менән уҡыу, телмәрҙә ҡулланыу. 21.03 - 53 Өҫтәлмәлектәр
ҙең айырымланыуы. 1 Яңы тема өйрәнеү. Айырымланған өҫтәлмәлектәрҙе таныу, анализлау, телмәрҙә ҡулланыу. 01.04 54 Аныҡлаусылар
ҙың айырымланыуы тураһында. 1 Яңы тема өйрәнеү. Айырымланған аныҡлаусыларҙы таныу, анализлау, телмәрҙә ҡулланыу. 04.04 55 Хәл әйтемдәре һәм уларҙың үҙенсәлеге. 1 Яңы тема өйрәнеү. Хәл әйтемдәренең үҙенсәлеген асыҡлау, таныу, телмәрҙә ҡулланыу, анализлау. 08.04 56 Хәл әйтемдәренең айырымланыуы. 1 Яңы тема өйрәнеү. Дөрөҫ төҙөлөшөн күҙәтеү, булған етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү. Телмәрҙә ҡулланыу. 11.04 57 Т.ү.Ҡ.Дәүләткилдиевтың “Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе” картинаһы буйынса контроль инша. 1 Телмәр үҫтереү. Үтелгән ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу. 15.04 58 Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 1 Ҡабат
лау, нығытыу Белемде тикшереү, тест. 18.04 Тура һәм ситләтелгән телмәр. 4 59 Тура телмәрле һөйләмдәр. 1 Яңы тема өйрәнеү. Ҡабат
лау, нығытыу Дөрөҫ интонация буйынса эш. Үҙ-ара тикшереү. Схема буйынса эш. 22.04 60 Тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. 1 Ҡабат
лау, нығытыу Пунктуация буйынса эш. Үҙ-ара тикшереү. Схема буйынса эш 25.04 61 Диалог. 1 Яңы тема өйрәнеү. Телмәр үҫтереү. Схема буйынса эш. 29.04 62 Цитаталар. 1 Яңы тема өйрәнеү. Телмәрҙә цитата ҡулланыуҙың төрлө юлдарын файҙаланыу. Әҙәби текстар менән эш. 06.05 63 Т.ү. Б.Домашников
тың “Ҡариҙел” картинаһы буйынса өйрәтеү иншаһы. 1 Телмәр үҫтереү. Тыуған яҡ тәбиғәте менән бәйләнеште күрә белеү, иншала сағылдырыу. 13.05 64,65 Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 2 Ҡабат
лау, нығытыу Үтелгән темалар буйынса тест, үҙ аллы эш. 16.05
20.05
66 Контроль диктант “Бала-бауыр ите”. 1 Кон
троль тикше
реү Өйрәнелгәндәрҙе ҡулланыу. 23.05 67 Контроль изложение “Минең ҡолоном бар”. 1 Кон
троль тикше
реү тикше
реү. Тексҡа яҡын изложение яҙыу. 27.05 68 Йомғаҡлау 30.05 Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

1.М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу
( методик ҡулланма).- Өфө, НМЦ «Педкнига» , 2008.-204 бит.
2. М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу / Уҡытыусылар өсөн ҡулланма..- Өфө, Китап , 2009.-176 бит
3. Т.Я. Бикбаева, Т.Я. Кунафина. 5-11 кластар өсөн башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы – Эдвис,2008
4. М.Ғ. Ғималова, С.М. Рәхимова. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы.- Китап, 2009.
5. М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге – Өфө: Китап 2006 – 384 бит
6. Ғ.Ураҡсин, Ю.З.Ураҡсин Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2007 – 392 бит
7.Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. – Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
Электрон дәреслектәр 5-6 кластар,7-8 кластар, 9-11 кластар.
И.М.Ғарипов Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. Өфө: Китап, 1994- 168 бит.
Ғ.Б.Хөсәйенов Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге – Өфө:Китап,2006 – 248 бит.
М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге – Өфө: Китап 2006 – 384 бит.
З. Ғ.Ураҡсин, Ю.З.Ураҡсин Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2007 – 392 бит.
Л.Ғ.Сәйәхова, М.Ғ.Усманова Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2004 – 224 бит.
Төп әҙәбиәт.
1. “Әсә теле” (Ябай һөйләм синтаксисы): Башҡорт мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Аҙнабаев Ә.М., Таһирова С.А., Өфө: Китап, 2009
Өҫтәлмә әҙәбиәт.
1.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
2.Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
Өфө: Китап, 2007.
4.Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
5.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һынамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
6.Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ағиҙел».
7.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
8. Аҙнабаев Ә.М., Таһирова С.Ә. 7 класс өсөн дидактик материалдар- Өфө, 2010.
9.М.Ғ. Усманова, Ф.Ф.Абдуллина Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма.

Материаль-техник ҡулланмалар
телевизор;
видеомагнитофон
компьютер
магнитофон
мультимедия проектор
Ҡушымта
Инеш контроль- диктант “Урман – тыуған төйәк”
Беҙҙең ауылды итәктәрендә ялбыр ҡайындар, түбәләрендә һырғый ҡарағайҙар үҫкән тауҙар уратып алған. Йәй көнө бөҙрә йәшеллеккә күмелеп ултырған ҡайындар ҡышҡы һыуыҡтарҙа ап-аҡ бәҫ, ә буран мәлдәрендә ҡалын боҙлауыҡ менән ҡаплана. Ҡарағайҙар иһә йәйге эҫегә лә, көҙгө ҡырауға ла, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарға ла бирешмәй, һәр саҡ йәшел, гелән мәғрур.
Төрлө йәнлектәргә ғәжәп бай ул беҙҙең тау-урмандар. Унда сығып йөрөгәнеңдә лапы аҫтынан тоҡор ҡуян сығып ҡасҡанын әй һонтор ҡойроҡло төлкө үтеп киткәнен күрергә мөмкин. Ҡарағай баштарында тейендәр ҙә, йүкәлек йә имәнлектә һуҫарҙар ҙа бар. Урман шырлығында бүреләр ҙә осрай, ғорур мышылар ҙа юлға килеп сыға. Ҡарағайлыҡта – һуйырҙар, ҡайын урманында яҡын-тирәлә ҡорҙар ҡаптырлашып оса. Һунарға сыҡтыңмы, һис юғында берәй ҡош-ҡорт атып алып ҡайтаһың
(Н.Мусин)
Контроль диктант “Ҡышлаусы ҡоштар”
Ҡыш. Бөтә ерҙә ап-аҡ ҡар һырынтылары. Урман тып-тын, ул уйға сумған төҫлө. Ҡар аҫтында һығылған ағастар әкиәттәге кеүек булып ҡалғандар.
Ғинуар беҙҙең яҡта бик ҡаты була. Һалҡындар хатта 40 градустан да уҙып киткеләй. Ыжғыр буранлы көндәр күп. Ел һыҙғыра, олой, ҡоторона, ләкин ул ҡапыл туҡтай. Һыуыҡ йомшара, тағы ла тынлыҡ урынлаша.
Тәжрибәле натуралист һәр саҡ ҡарҙа ҡышҡы йән эйәләренең эҙҙәрен таба. Бына ҡар өҫтөндә дегәнәк баштары туҙҙырылған, бында ҡарабаш турғайҙар ем эҙләгән.
Сел, һуйыр, ҡор кеүек ҡоштар сатлама һыуыҡтар үткәнен тәрән ҡар эсендә көтәләр. Тик һайыҫҡан, ҡарға, турғайҙар ғына көслө һыуыҡтарға бирешмәйҙәр, улар кеше йәшәгән урындарға яҡыныраҡ киләләр. Сөнки бында аҙыҡ табыуы еңелерәк уларға. Поляр өкөһө төньяҡта йәшәй, ә ҡышын беҙгә күсеп килә.
Башҡортостанда 70-тән артыҡ ҡош ҡышлай. Һеҙҙә ниндәй ҡоштар ҡышлай? Уларға һеҙ нисек ярҙам итәһегеҙ?
(“Совет Башҡортостаны”)
Контроль изложение “Өс алтын ҡурсаҡ”
Бер батша күрше ил халҡын һынап ҡарарға уйлаап, щул илдең солтанына өс алтын ҡурсаҡ ебәрә. Был ҡурсаҡтар бер төҫлө була. Ауырлыҡтары, буй-һындары ла бер үк. Ә хаҡына килгәндә, береһе – мең һум, икенсеһе – йөҙ, өсөнсөһө ун һум ғына икән. Ниңә улай булыуы һис кенә лә билдәле түгел икән.
Солтан бүләкте ала ла, үҙнең ярандарына ҡурсаҡтарҙы ҡарарға, уларҙың ниндәй ғилләһе барлығын белергә ҡуша. Бөтә вәзирҙәр, ғалимдар һәм бүтән белгестәр ҡурсаҡтарҙы әйләндереп-әйләндереп ҡарай. Ләкин бер кем бер нәмә аңламай.
Ярандары белмәгәс, солтан ябай халыҡҡа һарайға инергә рәхсәт бирә.
Бер көндө һарай ҡапҡаһы төбөнә бер егет килә. Уны индерәләр ҙә ҡурсаҡты күрһәтәләр. Егет уларҙы бик оҙаҡ ентекләп ҡарай. Ҡарай торғас, ул ҡурсаҡтарҙың ҡолаҡ тишектәренә туҡтала. Ҡыл ала ла береһенең ҡолағына тыға. Ҡылдың осо ҡурсаҡтың ауыҙынан барып сыға. Икенсе ҡурсаҡҡа ла тыҡһа, ҡыл уның бер ҡолағынан икенсеһенә килеп сыға. Шунан өсөнөсө ҡурсаҡты ала. Ҡолағынан индерелгән ҡыл уның йөрәгенә барып етә һәм шунда туҡтай.
Шунан егет солтанға былай ти:
-Был ҡурсаҡтар өс төрлө кешегә оҡшаш. Тәүге ҡурсаҡ – ни ишетһә, шуны лығырлап йөрөй торған кеше. Бындай бәндәгә бер ҙә ышанып булмай. Бының хаҡы арзан. Икенсе ҡурсаҡ бер ҡолағынан ингән һүҙ икенсеһенән сығып китә торған кешегә тартым. Бындай бәндә һүҙҙе аңламай, кәңәште тотмай, еңел аҡыллы була. Унан әллә ниндәй файҙа ла, ул тиклем зыян да юҡ. Бының хаҡы уртаса йөрөй. Ә өсөнсө ҡурсаҡ – ни ишетһә лә, йөрәгенә һалып ҡуя торған, сер һаҡлар кеше. Бының хаҡы бик ҡиммәт.
Солтан был егеттең зирәклегенә аптырай.
-Кем өйрәтте быға һине?-тип һорай.
-Олатайым,-ти егет.
-Кем ул һинең олатайың? Ни эшләй? Нисек донъя көтә?- тип һорай солтан.
-Ул ҡырҡ йыл иген сәскән, ҡырҡ йыл көтөү көткән, һикһән йыл халыҡ һүҙен тыңлаған,- тип яуап бирә егет.
-Һуң ул йөҙ алтмыш йыл йәшәгәнме ни?
-Юҡ, һикһәндә генә. Ул иген иккәндә лә, көтөү көткәндә лә ил халҡынан фәһем алып йөрөгән.
-Һуң, минең вәзирҙәрем халыҡтан фәһем алмаймы икән ни?
-Улар халыҡты йә ат, йә фил өҫтөнән генә күрәләр бит,- тигән тапҡыр егет.
Контроль диктант “Бала – бауыр ите”
Гөлғәйшә инәй улы һау саҡта ыңғыр-шыңғыр ғына йөрөгән ҡарсыҡ ине, йыш ҡына башы ауыртыуға, биле һыҙлауға зарлана торғайны. Фәрит больницаға ингәндән һуң, ул үҙенең зарҙарын бөтөнләй онотто. Уның уйында тик улы ғына –Фәрите генә булды.
Бер көндө Гөлғәйшә инәй: “Нимә бешерһәм күңелеңә хуш килер икән?”- тип һорағас, Фәрит :”Һөтләп, мәтрүшкә сәйе эскем килә”,- тигәйне. Гөлғәйшә инәй ҡаланы бер итеп эҙләп тә, мәтрүшкә таба алмағас, ауылға сығып ките. Килененең:”Әсәй, бындай йонсоу көндә яфаланып йөрөмә, көндәр аҙыраҡ асылғас барырһың”,- тиеүен лә ҡолаҡ һаланы.
Икенсе көндө аш үтмәй йонсоған улы мәтрүшкә сәйе менән бер картуф бәрәмәсен ашағас:”Ярай әле, ауылға барып, табып алып ҡайттым”,- тип шатланды.
Өсөнсө көн Лира ҡәйнәһенә:”Хәҙер бөйөрө шешкән ауырыуҙарға икенсе кешенең бөйөрөн күсерәләр икән”,- тип ысҡындырғайны, шуны Гөлғәйшә инәй ауыҙынан һис төшөрмәй. “Мин инде ашын ашаған, йәшен йәшәгән. Фәриткә минең бөйөрөмдө алып ҡуйһындар. Врач менән һөйләш әле”,- тип ялына ул килененә.
(Ф.Әсәнов)
Контроль изложение “Минең ҡолоном бар”
Ҡолон, ысындан да ғәжәп матур ине.
Уның боттары нисектер еңел атлай. Бәкәлдәре оҙон, шундай нескә оҙон, бындайҙар тик сабышҡы аттарҙа ғына була, тиҙәр. Ҡойроғо менән ялы әҙ генә, ҡыҫҡа ғына булһалар ҙа, үреп, ҡабартып яһалған ебәк бәйләме кеүек, үҙенән-үҙе тулҡынланып торалар, түп-түңәрәк һырты өҫтөнән тап арҡа үҙәге тураһынан, бармаҡ ҡалынлығы ҡара таҫма кеүек булып, ҡойроғонан ялға еткәнсе ҡара ебәк йөн һуҙылған.
Оҙонса баштың киң маңлайындағы оҙон ерән ҡашҡа был ҡолондо иптәштәре араһында бөтөнләй айырып күрһәтә.
Бөтә кәүҙәһе, әйтерһең дә, тигеҙләп, матур итеп, ҡойолоп яһалған. Шундай һылыу, шундай аҫыл һөйәк булып яратылған! Төҫө бөтөнләй аптырашта ҡалдырҙы. Ҡара түгел, күк тип тә булмай. Инәһе кеүек саф бурыл да түгел – нисектер күгелйем аҡ сәскә кеүегерәк булып ялтырап тора.
Бер самауыр ҡайнарлыҡ ваҡыт үтмәгәндер, йортҡа бала-саға йыйыла башланы. Барыһы ла, ауыҙҙарын асып, хайран булып, был аҫыл һөйәк ҡолонға ҡарап ҡата. Ҡайҙандыр ишетеп, беҙҙең Сафа бабай ҙа аҡ һаҡалын елберләтеп килеп керҙе. Ул бөтә тирә-яҡта ат таныу менән дан тотҡан кеше. Атайым, миңә белдермәйсә генә, әллә ҡасандан бәләкәй генә көмөш ҡыңғырау алып ҡуйған ине. Әсәйем ҡыҙыл таҫма тағып бирҙе.
Ҡарт, аҡрын ғына, оҫта ғына килеп, минең ҡолономдо ҡосаҡлап алды ла муйынына шул ҡыҙыл таҫма менән ҡыңғырауҙы таҡты.
Тағы ла бер аҙ ситкәрәк китеп ҡараны ла:
-Был тап ағалары кеүек булыр, төҫө лә тиҙ аралар алмасыбарға әйләнер. Ағаһы кеүек аҫыл һөйәктәрҙән. Күҙ теймәһен, был сабышҡы булыр,- тип һөйләнә-һөйләнә сығып китте.
Мин ҡайҙа баҫҡанымды белмәйем. Бер көндө әллә ни саҡлы үҫкән кеүек булдым. Уйынмы ни? Минең ҡолоном бар! Ул айғыр! Төҫө алмасыбарға әйләнәсәк! Тирә-яҡта дан тотҡан ике ағаһы кеүек сабышҡы буласаҡ! Ана күрегеҙ: ул нисек көмөш тауышын яңғыратып кешнәй! Ниндәй аҫыл һөйәкле кәүҙәһе менән матурлап һикереп уйнай! Шул көндән алып Алмасыбар минең тормошомдоң үҙәге булды. Шатлыҡтарым, ҡайғыларым шунан сыға, шуға ҡайталар. Төшөмдә уны күреп һаташам.
(Ғ.Ибраһимов)