Рабочая программа по башкирской литературе для 1-4 классов


РАБОЧАЯ  ПРОГРАММА ПО БАШКИРСКОЙ ЛИТЕРАТУРЕ
Предмет Башкирская литература
Учебник «Туан тел»
АвторыМ.С.Дәүләтшина, С.В. Атнағолова,
Издательство «Китап» Уфа - 2010
Планирование составлено на основе программы по курсу «Родная речь» для 1 - 4 классов общеобразовательной школы. Авторы Ф.Ш.Сынбулатова, «.Т.Мәүлийәрова, М.С.Дәүләтшина. Издательство «Китап» Уфа - 2007
Аңлатма яҙыу.
Илдәге социаль-экономик күтәрелеш һөҙөмтәһендә социаль шарттарҙың тамырынан үҙгәреүе мәғариф өлкәһенә яңы талаптар ҡуя. Баланы яңы социаль шаттарҙа бөтә яҡтан гармониялы үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләү, нигеҙҙә, мәктәпкә йөкмәтелә. Был үҙ аллы фекерләгән, йәшәйешен тейешле кимәлдә ойоштора алған, стандарт булмаған шарттарҙа тормош проблемаларын оптималь хәл итә белгән, ғаиләһе, яҡындары, йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интеллектуаль шәхес итеп тәрбиәләү бурысын ҡуя.
Юғарыла бәйән ителгән бурыстарҙы хәл итеүгә тейешле шарттар булдырыу зарур. Иң төп шарттарҙың береһе – телде өйрәнеү өсөн мөмкинселектәр тыуҙырыу, сөнки тел аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә йәмғиәттең йәшәйешен үҫешен көйләүсе сара булып тора. Шуға күрә туған телде өйрәнеү, белеү юғары кимәлгә ҡуйылырға тейеш.
Бала үҙ телендә һөйләшә,фекер йөрөтә,уның аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә,тәбиғәт,йәмғиәт һәм сәйәси күренештәрҙе танып белә,улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә.Туған тел балаға туранан-тура йоғонто яһай: туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра,көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта ала.Туған телде өйрәтеү уҡыусының үҙ аллы фекер йөрөтөү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереүҙе,байытыуҙы,камиллаштырыуҙы,баланың үҙен шәхес итеп үҫтереүҙе,формалаштырыуҙы күҙаллай.
Уҡыу дәрестренә дөйөм ҡылыҡһырлама.
мәҙәниәтле уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, тексты аңлау, китапҡа һәм китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү:
һөйләү эшмәкәрлегенә, яҙыу – аралашыу культурағына эйә булырға өйрәтеү;
әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл – ваҡиғаларға ҡарата әхлаҡи – эстетик тойғолар һәм зауыҡ тәрбиәләү;
әхләҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу,әҙәбиәт менән танышыуҙан йәм табырға, әҙәби әҫәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү.
Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре
Уҡыусы:
- тексты тулы һүҙҙәр менән аңлап, эстән һәм ҡысҡырып уҡый белергә
- өҙөк таба һәм исемләй белергә
- төп фекерҙе билдәләргә
- тасуири уҡый белергә
- тексты һөййләй белергә
- шиғырҙар6ы яттан һөйләй белергә
- төрлө әхләки төшөнсәләргә эйә булырға тейеш.
- тыуған ер именлеге һәм уны һаҡлау
- яҡын кешеләргә ихтирам күрҙәтеү
- кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләү
«Башҡорт әҙәбиәте» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.
Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;
уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;
ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;
уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.
Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;
уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;
телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);
мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);
һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;
анализлай һәм синтезлай белеү;
сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;
фекерләй белеү;
Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге
Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;
телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы беле;
үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;
башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;
дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;
һорауҙар бирә белеү.
«Башҡорт әҙәбиәте» курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора:
әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;
уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;
уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;
аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып уҡыу;
текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.
таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;
тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;
текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;
текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;
тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;
геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;
телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;
уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;
уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;
асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;
проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;
нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;
уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.
Уҡылғанды аңлау алымдарын формалаштырыу
Әҫәрҙең исеме менән эшләү оҫталығы (уның тура һәм күсмә мәғәнәһен аңлау, исемен йөкмәткеһе, төп фекере менән тиңләштереү,төрлө текст атамалары араһынан бер авторҙыҡын таныу). Әҫәрҙең йөкмәткеһен исеме, иллюстрациялар, терәк һүҙҙәр ярҙамында күҙалларға өйрәтеү, тексҡа үҙ аллы исем уйлау.
Оҫталыҡты үҫтереү:
Текста йәки текстың өлөштәрендә терәк һүҙҙәрҙе айырырға өйрәтеү, төп фекер менән терәк һүҙҙәр араһында бәйләнеш булдырыу;
Тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләү;
Ябай план төҙөү(текстың һөйләмдәренән төҙөлгән план);
Текстың структураһын уҡытыусы тәҡдим иткән план менән тиңләштереү;
Герой тураһындағы хикәйәнең планын үҙ аллы төҙөү;
Тексты уҡыу алдынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү;
Тексҡа үҙ аллы һорауҙар төҙөү. Уҡыу барышында уның йөкмәткеһен күҙаллау;
Ниндәйҙер фекерҙе иҫбатлау өсөн һайлап уҡыу;
Бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү.
Өйрәтеү:
Тексты план буйынса тулы һәм ҡыҫҡартып һөйләү;
Текстың төрлө өлөштәрен һайлап һөйләү;
Тексҡа телдән һүрәтләмә төҙөү;
Бер герой исеменән телдән хикәйә төҙөү;
Шиғырҙарҙы һәм проза әҫәрҙәрен тасуири уҡыу, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән, логик баҫым ҡуйып яттан һөйләү.
Һәр бүлек аҙағында ижади характерҙағы яҙма эштәр үткәреү. Ижади эштәр: иншалар, хикәйәләр, шиғырҙар яҙыу.
Программа йөкмәткеһе.
2 – се класс. Аҙнаға 2 сәғәт.
Программала 2-се кластағы уҡыу материалдары тематик принципҡа нигеҙләнеп ҡоролған:
Белем байрамы – 1 сәғәтУҡытыусыға, мәктәпкә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Тырышып бебел алыу – төп маҡсат икәнен иҫкә төшөрөү.
Халыҡ ижады – 7 сәғәтБашҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады менән танышыу, әҙәп, әхләҡи ҡағиҙәләрҙе өйрәтеү, ҡасан ҡулланылыуын төшөндөрөү.
Әкиәттәр донъяһында – 7 сәғәт
Әәкиәт тураһында төшөнсә биреү, башҡа жанр төрҙәрнән айырырға өйрәнеү.Ыңғай һәм кире образдарҙы өйрәтеү. Әкиәтте уҡыу, һөйләү, тыңлау нескәлектәре менән танышыу.
Шиғыр уҡыу – 6 сәғәтШиғри телмәр менән таныштырыу, ритм, рифма, баҫым, күренештәрен күҙәтеү, ижад итеп ҡарау. Күренекле яҙыусыларҙы белеү.
Тәбиәғт балалары – 10 сәғәт
Тирә – яҡ мөхит, тормош хаҡындағы белмдәрен киңәйтеү, иғтибарҙы үҫтереү, тәбиғәткә мөнәсәбәтте күҙәтеү, уға баһа биреү, ер-һыу байлыҡтарын һаҡларға өйрәтеү.
Әҙәп төбө-ғәҙәт – 16 сәғәт
Балалар, өлкәндәр араһында булған хәл-ваҡиға, улар эшләгән эштәр, геройҙарҙың ҡылыҡтары тураһында уйландырыу, фекер алышыу, баһа биреү, насар күренештәрҙе булдырмау тураһында һөйләшеү.
Беҙ хеҙмәтте, тыуған ерҙе һөйәбеҙ – 17 сәғәт
Тыуған-төйәк, ер-һыу, республикабыҙ тураһында уҡыу. Балалар араһында дуҫлыҡ, туғанлыҡ һәм башҡа кешелек сифаттары трбиәләү.
Кластан тыш уҡыу – 6 сәғәтБашҡорт, рус сит ил классиктарының балалар өсөн яҙған күренекле әҫәрҙәре менән танышыу. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири итеп, тулы һүҙҙәр менән ҡысҡырып минутына 35-55 һүҙ уҡыу. Эстән уҡығанда минутына 45-65 һүҙ уҡыу.
Календар - тематик планлаштырыу.
№ Тема с/һ Уҡыусы эшмәкәрлеге. ү/в фактик ү/в
1 Инеш дәрес. Белем байрамы. 1 Көҙгө тәбиғәт, сентябрь башын һүрәтләү. Уҡыуҙың тәүге көнө, 1 сентябрь – Белем байрамы тураһында һөйләшеү. Уҡытыусыға, мәктәпкә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Тырышып белем алыу – төп маҡсат икәнен иҫкә төшөрөү.
Башҡорт халҡының ауыҙ – тел ижады ҡомартҡылар менән таныштырыу. Улар нигеҙендә етеҙ һәм аңлы уҡыу оҫталығын шымартыу. Һөйләмдәрҙе һәм тексты, таныш билдәләре ҡуйылған пауза яһап, тейешле интонация менән уҡыу. Шыбырлап , эстән уҡыуға күнегеү.
Әкиәтте һөйләү, уҡыу, тыңлау нескәлектәре менән танышыу. Уҡыу техникаһын камиллаштырыу. Хәл – ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле тасуирлап , ике – өс әкиәтте матур итеп һөйләргә өйрәнеү. Әкиәттән өҙөктәрҙе ролләп уҡыу, сәхнәләштереү, йәғни тасуири уҡыу.
Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнеү, яттан һөйләү.
Уҡыусыларҙы шиғри телмәр үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Шиғри әҫәрҙең ҡыҫҡа юлдар менән бирелешен һәм ритм, рифма, баҫым күренештәрен күҙәтеү
Етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу. Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙе тәьҫирләнеп уҡыу. Уҡыған буйынса фекер алышыу, уҡығанды тасуирлап һөйләү.
Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙә уҡыусыларҙың тирә-яҡ мөхит, тормош хаҡындағы белемдәрен киңәйтеү. Тәбиғәт миҙгелен һүрәтләгән әҫәрҙәрҙә тәбиғәт күренештәренең нескәлектәрен иғтибар итеү, матурлығын тоя белеү, һоҡланыу һәм тәбиғәттән алған уй-фекерҙәрҙе белгертеү, хис – тойғоларҙы тасуирлап һөйләү күнекмәләрен биреү
Уҡылған әҫәрҙә балалар, өлкәндәр араһында булған хәл-ваҡиға, улар эшләгән эштәр, геройҙарҙың холоҡ-фиғеле, ҡылыҡтарын тураһында уйландырыу, фекер алышыу һәм баһа биреү.
Әҫәрҙәрҙәге балалар араһындағы мөнәсәбәткә күҙәтеү яһау. Ыңғай геройҙар өлгөһөндә мәҙәни аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү һәм ғәҙәти етешһеҙлектәр, насар күренештәргә ҡарата ҡарашыңда белдереү, баһа биреү, уларҙы булдырмау йәки бөтөрөү өсөн ниндәй саралар күреү тураһында уйланыу
Уҡыу дәрестәрендә хеҙмәт тәрбиәһе, тыуған ил һәм тыуған төйәк , ата-бабалар ере тигән тәрән мәғәнәгә эйә булған төшөнсәләр биреү әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Бирелгән әҫәрҙәрҙә тыуған ергә , йәшәгән төйәккә, тирә-яҡ мөхиткә ҡарата кеше мөнәсәбәте мәсьәләләре күтәрелә. Бала дәрестә уҡыған шиғыр, әкиәт, хикәйә һәм башҡа жанрҙар аша кешенең тыуған еренә булған мөхәбәтте тырыш хеҙмәте һәм файҙалы эштәре менән билдәләүенә инана.
Тыуған төйәк, ер – һыу, республикабыҙ. Ҡош – ҡорт, хайуандар, үҫемлектәр, уларҙы ҡайғыртыу һәм кешеләрҙең, шулай уҡ балаларҙың, уларға мөнәсәбәте. Балалар һәм өлкәндәр , бала һәм уның тиҫтерҙәре. Улар араһындағы мөнәсәбәт. 2.09 2 Бишек йырҙары. 1 4.09 3 Бармаҡтар менән уйындар. 1 9.09 4 Һамаҡтар. 1 11.09 5 Йомаҡтар. 1 16.09 6 Мәҡәлдәр. 1 18.09 7 Фәстереүҙәр. 1 23.09 8 Йомғаҡлау дәресе. «Халыҡ ижады» 1 25.09 9 Кластан тыш уҡыу «Тел асҡысы-халыҡта» 1 30.09 10 Инеш дәрес. Әкиәттәр донъяһында. 1 2.10 11 Халыҡ әкиәттәре. 1 7.10 12 Халыҡ әкиәттәре. 1 14.10 13 Автор әкиәттәре. 1 16.10 14 Автор әкиәттәре. 1 21.10 15 Легендалар. 1 23.10 16 Йомғаҡлау дәресе. «Әкиәттәр донъяһында» 1 28.10 17 Кластан тыш уҡыу «Әкиәттә ҡунаҡта» 38-117 1 30.10 18 Инеш дәрес. Шиғыр тыңлайбыҙ. 1 6.11 19 Йәнлектәр хаҡында шиғырҙар. 1 11.11 20 Рифма. 1 13.11 21 Тәбиғәт хаҡында шиғырҙар. 1 18.11 22 Мимика. 1 25.11 23 Йомғаҡлау дәресе. «Шиғыр тыңлайбыҙ» 1 27.11 24 Кластан тыш уҡыу«Беҙ ши4ыр яратабыҙ» 262-283 1 2.12 25 Инеш дәрес. Беҙ тәбиғәт балалары. 1 4.12 26 Урман китабы Б. Ноғоманов.
Ҡарҙағы яҙыуҙар Ф. Фәтҡуллина. 1 9.12 27 Ҡунаҡ беснәк М. Кәрим. 1 11.12 28 Тыңлағыҙ, мин нисек уҡыйым. 1 16.12 29 Ярҙам С.Кәрим. 1 18.12 30 Ролләп уҡыу. 1 23.12 31 Ролләп уҡыу. 25.12 32 Сәнскеле күлдәк А.Йәғәфәрова 1 30.12 33 Дарыу үләндәре хаҡында. 1 13.01 34 Йомғаҡлау дәресе. «Беҙ тәбиғәт балалары» 1 15.01 35 Кластан тыш уҡыу «Тәбиғәт һәм кеше» 137-193 1 20.01 36 Инеш дәрес. Кешеләр нисек аралаша. 1 22.01 38 Ҡунаҡ табыны Ф. Фәтҡуллина. 1 30.01 39 Ҡыҙҙар менән уйнароға яраймы Ф.Иҫәнғолов. 1 4.02 40 Кем маҡтансыҡ С. Яҡупов. 1 6.02 41 Күркә менән әтәс Н Фазлыева
Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар А. Йәғәфәрова 1 11.02 42 Йылан менән балыҡ .Әкиәт.
Ҡәләм кемгә булырға тейеш Ф. Иҫәнғолов 1 13.02 43 Рәхмәт яуғанда Г. Яҡупова 1 18.02 44 Дөйә менән ҡошсоө А. Йәәғфәрова 1 20.02 45 Батырҙар Ф. Иҫәнғолов 1 25.02 46 Оморҙаҡ бабай Ж.Кейекбаев 1 27.02 47 Мин батыр Ф. Фәтҡуллина 1 4.03 48 Ҡобайырҙар. 1 6.03 49 Уҡытыусы ни өсөн шелтәләмәне Ф.Иҫәнғолов.
Буяуҙар С.Сурина 1 11.03 50 Айыубикә таң ҡаршылай Ф. Фәтҡуллина 1 13.03 51 Һөҙөшкөм килә С.Михалков
Рәссам Г. Юнысова 1 18.03 52 Йомғаҡлау дәресе. «Кешеләр нисек аралаша» 1 20.03 53 Кластан тыш у7ыу «Әҙәп төбө-матур ғәҙәт» 226-260 1 1.04 54 Инеш дәрес. Беҙ хеҙмәтте, тыуған ерҙе һөйәбеҙ. 1 3.04 55 Иң матур бөжәк Н.Мырҙаҡаева 1 8.04 56 Өфө хаҡында уҡыйым. 1 10.04 57 Бөркөтлө ауылы М Кәрим 1 15.04 58 Ҡайһылай көрәшергә Ф.Иҫәнғолов. 1 17.04 59 Әсә рәхмәте « Ихсан 1 22.04 60 Үҙем хаҡында шиғырҙар. 1 24.04 61 Күҙлек Г Ситдиҡова 1 29.04 62 Һин ни эшләр инең Ф.Иҫәнғолов. 1 6.05 63 Поезда В Сухомлинский 1 8.05 64 Көтөлмәгән осрашыу А.Ғарифуллина 1 13.05 65 Урман дауаһы В.Исхаков 1 15.05 66 Бесәнгә барғанда В Исхаков 1 20.05 67 Йомғаҡлау дәресе.
«Беҙ хеҙмәтте, тыуған ерҙе һөйәбеҙ» 1 22.05 68 Кластан тыш уҡыу «Тыуған ерем-алтынбишек»3-9 1 27.05 69 Йәйгегә эштәр. 1 29.05 70 1 8.03 Байрам
Уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге өсөн файҙаланылған әҙәбиәт:
Дәреслек «Туған тел» Авторы М.С.Дәүләтшина, С.В. Атнағолова, «Китап» )ф0 - 2010
«Туған тел» дәреслегенә методик ҡулланма Ф.Ш. Сынбулатова
«Башланғыс мәктәптә телмәр мәҙәниәтен үҫтереү дәрестәре» Т.Х.Аслаев, С.В.Атнағолов
«Телмәр үҫтереү дәрестәре» З.М.Ғәбитова
Балалар әҙәбиәте антологияһы. 1-2 китап
Балалар фольклоры 1-2 китап. И.;.Ғәләүетдинов
Башҡорт халыҡ ижады
«Алтын ҡумта» Ф.Нәҙершина
Уҡыу китабы 2 класс Ә.Т.Мәүлийәрова