Р?шит Назаров ижады буйынса д?ресте? технологик карта?ы


Дәрестең технологик картаһы
Уҡытыусы:
Уҡыу предметы: башҡорт әҙәбиәте
Дата: 15.11.2015Класс: 8
УМК (уҡытыусы өсөн, уҡыусылар өсөн): Р.Назаров “Йәшен” китабы, Өфө: Китап, 1994.
Дәрес темаһы: Р.Назаровтың “Йөрәк” шиғыры
Дәрестең маҡсаттары: 1)Уҡытыу: Шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләшетереү һәм концептуаль анализ яһыу.
2)Үҫтереү: Телмәрҙе, фекерләүҙе, хәтерҙе, иғтибарҙы үҫтереү, коллективта
аралаша белергә өйрәтеү
3)Тәрбиәүи: Шағир шәхесенә ихтирам, ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, һүҙ
ҡәҙерен белергә өйрәтеү
Дәрес төрө: кластан тыш уҡыу дәресе
Предмет-ара бәйләнеш: география, тарих, музыка, мәҙәниәт
Йыһазландырыу: презентация, видеофильм, аудиояҙма, китаптар күргәҙмәһе
Дәрестең этаптары Уҡытыусының эшмәкәрлеге Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге Универсаль уҡыу
эшмәкәрлеге
Эшмәкәрлеккә мотивация

Психологик инеш Эш атмосфераһы булдыра. Уҡыусыларҙы дәрескә көйләй, уҡыу эшмәкәрлегенә йәлеп итә. Дәрескә әҙерләнә. Шәхси, коммуникатив
2. Өйрәнелгән белемде актуалләштереү
Маҡсат:Яңы белемде үҙләштереү өсөн үтелгән теманы ҡабатлау, яңы теманы асыҡлап, маҡсаттар билдәләү Үтелгән теманы үҙләштереү кимәлен асыҡлай
Типик хаталарҙы таба, улар өҫтөндә эшләй.
Яңы темаға йүнәлеш бирә.
Кроссворд ярҙамында нимә тураһында һүҙ алып барыласағы тураһында мәғлүмәт бирә.
“Йөрәк- тере йән эйәләре өсөн иң кәрәкле орган. Иң мөһим булғаны өсөн дә уны әҙәби әҫәрҙәрҙә метафора булараҡ бик күп ҡулланалар. Мәҫәлән, ил йөрәге, тау йөрәге.Бөтә шағирҙарҙың ижадында ла был образ бар. Әммә шуларҙың берәүһе “йөрәк” тип әйтеү менән күҙ алдына баҫа. Ул –Рәшит Назаров ”.
Маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итә Өй эшен һөйләй. Хаталарҙы таба, төҙәтә. Кроссворд ярҙамында яңы теманы асыҡлай (“йөрәк” һүҙе килеп сыға),
дәрескә маҡсаттар билдәләй.
Коммуникатив: уҡытыусы
менән хеҙмәттәшлек итә.
Регулятив: планлаштырыу.
Танып-белеү, белгәндәрен
анализлау
3. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. Уҡыусыларҙа уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация формалаштырыу.
Яңы темаға йүнәлеш бирә.Проблемалы ситуация тыуҙыра.
Р.Назаровтың ижадын өйрәнеүсе шағир Риф Мифтахов уны “атылған йондоҙ” тип атай. Ни өсөн? Ошо һорауға беҙ дәрес аҙағында яуап бирербеҙ, фекер алышырбыҙ.
Яңы теманы аңлата.
Р.Назаров- башҡорт әҙәбиәтендә иң фажиғәле, аяныслы яҙмышлы шағир.
(һ.б. биографияһы менән таныштыра- прзентация ярҙамында, әгәр уҡыусылар үҙҙәре эшләһә- эшләгән кеше йәки төркөм һөйләй, йәки тормошоноң төрлө этаптарын, сыҡҡан китаптарын- күргәҙмәгә таянып алмашлап һөйләйҙәр.)
Икенсе вариант:
Класты төркөмдәргә бүлә:
Географтар- тыуған яғы тураһында,
Социологтар – уның ғаиләһе,
Сәйәсмәндәр –ул йылдарҙағы әрме хеҙмәте,
Табибтар – йән ауырыуы,
Әҙәби тәнҡитселәр –ижады тураһында мәғлүмәт бирә.
Һәр төркөмгә ҡулланыр өсөн алдан китаптар, гәзит мәҡәләләре, интернет материалдары бирелә. Улар үҙ аллы иң кәрәкле, мөһим өлөштәрен генә һайлап 1-2 минутлыҡ сығыш әҙерләп һөйләй.
Уҡытыусы тасуири яттан “Йөрәк шиғырын һөйләй”.
Вилдан Яруллин башҡарыуында “Йөрәк” йырын тыңлата
Проблемалы һорау менән таныша
Презентация ярҙамында шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән таныша.
Үҙ аллы һөйләй, китаптары менән таныша, тотоп ҡарай, ҡайһы бер шиғырҙарына күҙ йүгертә һ.б.
Икенсе вариант:
Төркөмдәргә бүленеп шағирҙың тормош юлы һәм ижады буйынса әңгәмәләшә, фекер алыша, сығыштар әҙерләй.
Шиғырҙы һәм йырҙы тыңлай Шәхси: әхлаҡи нормаларҙы
белеү, шәхес-ара мөнәсәбәт
тәрҙе дөрөҫ ҡороу.
Регулятив: танышты әлегәсә
таныш булмағандан айыра
белеү, үҙ-үҙеңде көйләү,
ихтыяр көсөңдө туплау.
Танып-белеү: төрлө сығанаҡтар,
текст менән эш итә белеү,
проблеманы хәл итеү, үҙ аллы
тапҡан белемде башҡалар
менән бүлешеү, иң мөһимде
айыра белеү

4. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. Яңы белемде беренсел, йәғни тәүге тапҡыр үҙләштереү. 1 вариант: Шиғырға концептуаль анализ яһата
Ниндәй ваҡиға, лирик геройҙың нимәләр эшләүе түгел, ә шағирҙың күңел кисерешен, донъяға ҡарашын, шиғыр юлдарындағы йәшерен фекерҙәрҙе асырға тырышыу Шағирҙың тел-стиль сараларына күҙәтеү яһау.
2 вариант: “йөрәк” һүҙенә концептуаль анализ яһай (төркөмдәрҙә йәки парлап)
Был һүҙ телдә (һүҙлектә), халыҡ ижадында (Мәҡәлдәр, мәҫәлән, “Әсә йөрәге” әкиәте), медицинала 1-се вариант:Шиғырға концептуаль анализ яһай.
2-се вариант: һүҙгә концептуаль анализ
(төркөмдәрҙә йәки парлап) Регулятив: контроль баһалау,
танып белеү: эффектлы эш
юлдарын һайлау, аңлы рәүеш
тә фекер йөрөтә белеү;
коммуникатив: иптәштәренең
эшмәкәрлеген төҙәтеү һәм
баһалау
5.Материалды аңлау кимәлен тикшереү, нығытыу, ғәмәли эштәр, ебәрелгән хаталарҙы коррекциялау Бер-береһенең сығыштарына баһа бирергә, хаталарын табырға ҡуша.
Бер-береһенең сығышын тыңлай, хаталары булһа, әйтә, төҙәтә, өҫтәмәләр индерә Регулятив: контроль, коррекция,
белгәнде-белмәгәнде айыра белеү,
үҙеңдең белемеңдең сифатын,
кимәлен билдәләү.
Шәхси: үҙеңде баһалау.
6. Өйгә эш биреү. Аңлатыу. Күп кимәлле эш төрҙәрен бирә, ҡайҙан табып уҡырға икәнен әйтә.
1)Теләк буйынса шиғырҙы ятларға.
2)Шағирҙың тормош юлы һәм ижады буйынса терәк-схема төҙөргә (атылған йондоҙ йәки йөрәк формаһында мөмкин)
3)“Шоңҡар” журналы ойошторған интернет-бәйгене ҡарарға (“Бәйләнештә” сайтында, “Йыртып астым күкрәгемде” төркөмөндә) һәм үҙ фекерҙәреңде әйтергә, Күгәрсен районынан ҡатнашыусыларҙы әйтергә.
Үҙенә оҡшаған эш төрөн һайлап ала. Шәхси: үҙеңде көйләү,
маҡсатлы эш эшләү
7.Рефлексия (йомғаҡлау, баһалау) Рефлексияны ойоштора. Дәрескә йомғаҡ яһай. Баһалар ҡуя.
Проблемалы һорауға яуап ала, фекерҙәрен тыңлай Һығымталар яһай, маҡсатҡа ирешеү кимәлен билдәләй, үҙенең эшмәкәрлеген үҙе баһалай.
Проблемалы һорау буйынса үҙ фекерҙәрен белдерә:
-йондоҙ атылыу бер мәл генә,
-шағирҙың ижади ғүмере бик ҡыҫҡа,
-ул әҙәбиәт күгендә яҡты йондоҙ,
-төҫһөҙ янған, сағыу булмаған йондоҙҙар оҙаҡ йәшәй,
-дөрләп янған әйбер (усаҡ, утын, йондоҙ һ.б.) тиҙ янып бөтә Коммуникатив: үҙ фекереңде
дөрөҫ, тулы итеп әйтеп биреү,
Танып-белеү: рефлексия
эшмәкәрлегеңә анализ,
шәхси: фекереңде яҡлау.
Йәшлек
Ҡөрьән
Ер
Әйтеш
Кинйә
1.Йәштәр өсөн гәзит
2.Мосолмандарҙың изге китабы.
3.Б.Бикбайҙың поэмаһы.
4.Ике сәсәндең шиғри телмәре, үҙ-ара һөйләшеүе, фекер алышыуы, бәхәсләшеүе.
5.Ихтилал башлығы, Ғ.Ибраһимовтың романы геройы.