Тема: Р?ми ?арипов тормошо ??м ижады.
Тема: Рәми Ғарипов тормошо һәм ижады.
11 класс ( дәүләт теле )
Маҡсат: Р. Ғариповтың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу; талантлы шағир, оҫта тәржемәсе булыуына акцент яһап, ижадына байҡау яһау; шағирҙың шиғриәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү; уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен булдырыу; тасуири уҡырға өйрәтеү, һөйләү телмәрен үҫтереү.
Дәрес төрө: дәрес - әңгәмә
Дәрес тибы: яңы белем дәресе
Эш төрҙәре: дәреслек менән эш, ижади эш, көс һынашыу.
Йыһаҙландырыу: Р. Ғариповтың тормош юлын һәм ижадын сағылдырған слайдтар; шағирҙың китаптары күргәҙмәһе; газета – журнал материалдары; шағирҙың һүҙҙәренә композиторҙар яҙған йырҙар менән магнитофон таҫмаһы; шағирҙың тауышы яҙылған фонояҙма.
Һүҙлек:
Ҡобайыр (кубаир) – мөһим тарихи ваҡиғаға йәки батырҙарҙы данлауға бағышланған боронғо шиғри әҫәр.
Робағи (рубаи) – дүрт юллы шиғыр
Дәрес алдынан уҡ уҡыусылар ике төркөмгә бүленеп ултыра. Һәр төркөмгә темалар алдан бирелгән:
1-төркөм. Шағирҙың тормошона һәм ижадына ҡағылышлы материалдар.
2-төркөм. Шағирҙың шиғырҙары.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу мәле.
1. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, ултырығыҙ.
2. Телмәр үҫтереү.
Башланып китте дәрес,
Ултырабыҙ беҙ матур.
Китап дәфтәрҙәр әҙер,
Тотонабыҙ беҙ эшкә.
3. Дәрескә әҙерлекте тикшереү, уҡыусыларҙы барлау.
II. Яңы темаға инеш.
1. “Иртәнге томан” көйө уйнай.
( Ишек шаҡыйҙар. Дәрескә Рәми килеп керә. Ике уҡыусы сығыш яһай)
Рәми. Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
Киләсәк. Кем тупһамда? Кемде күрәм мин?
Рәми. Танымайһыңмы әллә?
Мин ҡайттым бит!..
Ас тиҙерәк!
Был мин – Рәми...
Киләсәк. Һаумы, Рәми ағай!
Рәми. Һаумы. Ни эш бөтөрәһең, туғаным?
Киләсәк. Һине көтәм, Рәми ағай?
Рәми. Мине көтәһең? Кем һин?
Киләсәк. Мин – һинең киләсәгең.
Рәми. Киләсәгем?.. (Шатланып) Аһ, киләсәгем!.. Йә хоҙай, һине күпме көттөм! Өнөммө был, төшөммө?
Киләсәк. Өнөң был, Рәми ағай, өнөң!
Рәми. (Ихлас йылмайып Киләсәкте ҡосаҡлап ала) Мин бик шат, туғаным!
Киләсәк. Рәми ағай, күрәһеңме, ана-а-а тегендә һине балалар, йәшлегең көтә, барабыҙмы яндарына?
Рәми. Әлбиттә, туғаным, әйҙә. (уҡыусылар үҙ урындарына ултыра)
Уҡытыусы. Уҡыусылар, был юлдар шағирҙың көндәлегенән.
Рәми исеме һеҙгә танышмы? Кем ул? (уҡыусыларҙың яуаптары)
Уҡытыусы. Ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ? (белгәндәрен әйтәләр).
Ә хәҙер, Р. Ғариповтың яҙған һәм үҙе уҡыған шиғырын тыңлап китәбеҙ.
Шиғыр тыңлау. Рәсүл Ғәмзәтовҡа. “Еңел түгел ерҙә шағирҙәргә”.
Уҡытыусы. Башҡорт халҡының күренекле шағиры Рәми Ғариповҡа был дәресебеҙҙе бағышлайбыҙ. Уның тормош юлы һәм ижады менән танышасаҡбыҙ. Р. Ғарипов беҙҙең аранан киткәнгә быйыл 34 йыл. Ләкин ошо ара йырағайған һайын, шағир беҙгә нығыраҡ яҡыная бара. Ә ҡайҙан килә һуң Рәми Ғариповҡа ҡарата халыҡтың шундай мөнәсәбәте? Был һорауға шағирҙың шиғыр юлдары үҙе яуап бирә:
(1932 – 1977)
“Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап сыҡтым, телем, һине лә”.
Уҡытыусы. Бына беҙ Р. Ғарипов тураһында белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрҙөк.
2. Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.
“Рәми Ғарипов тормошо һәм ижады”.
3. Телмәр үҫтереү.
Ниндәй матур көн!
Бөгөн ун бишенсе февраль.
Ниндәй шатлыҡлы иртә!
Ҡыуанып килдем мәктәпкә,
Уҡырға “4” кә, “5” кә.
4. Уҡытыусы. Хәҙер был слайдҡа күҙ һалығыҙ. Уның башын уҡығыҙ әле.
(Бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый. “Минең илһамым шишмәһе – тыуған еремдә”).
Слайд. “Минең илһамым шишмәһе – тыуған еремдә”.
(Шағирҙың тыуған яғы, ғаилә фотолары)
Уҡытыусы. Ни өсөн шағирҙың тыуған яғы тураһындағы слайдтан башланып китә?
Уҡыусылар. Сөнки шағирҙың ижад шишмәһенең башы уның тыуған яғынан башланған.
Уҡытыусы. Әлбиттә, тыуған еренән башлана. Шуға ла беҙ уның ауылына юл тотабыҙ. Рәми Ғариповты шағир итеп Арҡауыл ере үҫтерҙе. Тыуған еренең һәр биҙәген, һәр үләнен, һәр сәскәһен шиғырҙарында данланы ул. Өҙөлөп һөйөүен шағир шиғыр юлдары аша әйтеп бирҙе.
“Мин уларҙың моңон, һүҙен беләм
Үҙ телемдә улар һөйләшә.
Иҫ киткес һеҙ, ҡунаҡ булған ерҙәр,
Тик тыуған ер, йәшә, мең йәшә !”
III. Төп өлөш.
Р. Ғарипов тормошо (Видеояҙма ҡарау. 2 минут).
Слайд. “Минең ғаиләм”.
Атаһы Йғәфәр Әсәһе Гөлмәрйәм менән
Уртала Рәмиҙең атаһы Йәғәфәр.
Фронтҡа китер алдынан. Миәс ҡалаһы. 1942 йыл.
2. 12 февраль 1932 йыл.
Рәми Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районының Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы Йәғәфәр һәм әсәһе Гөлмәрйәм Арҡауылда колхозда эшләйҙәр. Бик тырыш, халыҡ менән эшләргә яратҡан кешеләр булалар.
Рәмиҙең атаһы бөйөк Ватан һуғышына китә һәм 1943 йылда Сталинград янында һәләк була.
Ғаиләлә дүрт бала тороп ҡала. Бөтә ауырлыҡ әсәһе Гөлмәрйәмгә һәм 11 йәшлек Рәмигә төшә.
Балалыҡ йылдары матур Йүрүҙән буйында үтте. Рәми аттар көтә, бесән саба, урып – йыйыу эштәрендә ҡатнаша, урман йыға, Йүрүҙән буйлап һал ағыҙа. Эштән бушаған арала китапҡа тотона, бер ваҡытын да бушҡа үткәрмәй. Тәүге шиғырҙарын яратҡан йылғаһы Йүрүҙән, бала сағына, әсәһенә, атаһына, туғандарына бағышлай.
Уҡыусы. Әсәм ҡулдары.
Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ
Һөҙөү генә тауҙың битендә.
Шул көн иҫеңдәме һинең әсәй?
Ул көн минең һәр саҡ иҫемдә.
Үҙ ҡулдарың менән күрһәттең һин:
“ Тарыраҡ ал, тинең, алдыңды,
Ипләп кенә өйөрөп сап шулай,
Йөҙөн йәнсеп ҡуйма салғыңдың!”
Руки моей матери.
Был светлый день –
Светла о прошлом память,
Траву косили мы с тобой вдвоем.
Ты помнишь ли тот день, родная мама?
Учила и уменью, и сноровке,
Подбадривала искренне меня:
«Коси не торопясь, бери поуже,
Держи повыше острые косы»
Слайд. “Белем баҫҡыстары”.
3.1941 – 1946 йылдар.
Арҡауыл ете йыллыҡ мәктәбе.
Мәктәптә уҡыған йылдар. Интернатта
1946 йыл
1946 – 1950 йылдар. Өфө ҡалаһының 9 – сы мәктәп – интернаты. (Хәҙер ул уҡыған мәктәп – интернат Р. Ғарипов исемендәге 1 – се башҡорт республика гимназияһы).
Класташы Әминев менән. 1948 йыл
1950 – 1955 йылдар. Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты.
Рәми Ғарипов – М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты студенты
4. Слайд. “Интернатым пар ҡанатым”.
Уҡыусы. Рауил ҡустыһының иҫтәлегенән:
“1941 йылдың 1 сентябрендә Рәми мәктәпкә уҡырға бара. Арҡауыл ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 15 йәшлек Рәми Өфө ҡалаһының 9 – сы мәктәп – интернатында белем ала. Хәҙер ул уҡыған мәктәп – интернат Р. Ғарипов исемендәге 1 – се башҡорт республика гимназияһы. Мәктәпт – интернатта бик тырышып уҡый, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Күп уҡығаны һәм белгәне өсөн “Бабай” ҡушаматы тағалар”.
Уҡытыусы. Бала сағында осоусы булырға хыяллана. Осоу тураһында шиғырҙар яҙып ҡына ҡалмай, ә ысынбарлыҡта осоп та ҡараған.
Уҡыусы. “Интернатта 6 - 7 малай ныҡ дуҫлашып китә. Ошо иптәштәре менән Рәми осоусылар түңәрәгенә яҙыла.
Ул саҡта “У – 2” самолеты була. Тәүге йылда самолеттың төҙөлөшөн өйрәнәләр. Икенсе йылда оса башлайҙар. Осоу ваҡыты 10 – 15 минут була. Рәмигә дәрт өҫтәлә, үҙен ысынлап та осоусы итеп тоя “.
Уҡытыусы. Үкенескә күрә Рәми осоусы була алмаған, ләкин халыҡ күңеленә мәңгелеккә осоп инде.
Уҡыусы. “Осоу” (“Полет”) шиғыры уҡыла.
Осам, осам! Бала саҡтан бирле
Бер туҡтауһыҙ осам ҡайҙалыр.
Бар тормошом – осоу, ҡолау минең,
Үҙем – ерҙә, күҙем – айҙалыр...
Лечу, лечу!
Едва ль не от рожденья
Лететь куда – то требуется мне.
Вся жизнь моя – то взлеты, то паденья,
Сам на земле, а взор мой – на луне.
1962
Уҡытыусы. 1950 йылда Башҡортостан яҙыусылар союзы Рәмиҙе Мәскәүгә М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға ебәрә. 5 йыл уҡый. Ижад эше менән ныҡлап шөғөлләнә. Рус классиктарының әҫәрҙәрен, көнсығыш (восток) әҙәбиәтен бирелеп уҡый.
Мәскәүҙә уҡығанда Надя исемле украин ҡыҙын осрата.
Уҡыусы. Уҡыуын тамамлағас, Надяны Өфөгә алып ҡайта. Уларҙың өс балаһы тыуа, ике улы - Азамат, Салауат, бер ҡыҙы - Гөлнара. Хәҙер инде Надя яҡшы итеп башҡортса һөйләшә, башҡортса йырлай. Бөгөнгө көндә Р. Ғариповтың ижади мираҫын баҫтырыуҙа иң актив эшләгән кеше.
Слайд. “Надяма”
Уҡыусы. “Надяға” шиғырын уҡый.
Ауыр булыр һиңә минең менән
Уртаҡ яҙмыш бүлеп йәшәүе,-
Юлымда бар тау – таш, боролоштар,
Күк күкрәүе, йәшен йәшнәүе...
Ауыр булыр һиңә минең менән...
Тик булмаҫ һис һиңңә күңелһеҙ:
Һинең менән мин сабый ҙа булам
Һәм таба ла беләм көлкө һүҙ...
Наде.
Будет нелегко тебе со мною:
Ждут меня туманы впереди,
Молнии над крутизной ночною,
Долгие, постылые дожди.
Рассмешу тебя и успокою,
Пополам – и радость и беда.
Будет нелегко тебе со мною,
Но не будет скучно никогда.
1957
Слайд. “Тормош юлы”.
“Совет Башҡортостаны” газетаһы
“Әҙәби Башҡортостан” журналы
Башҡортостан китап нәшриәте
“Ағиҙел” журналы редакцияһы
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы
4. 1955 – 1958 йылдар. Рәми Өфөгә ҡайтҡас, “Совет Башҡортостаны” газетаһы редакцияһында, “Әҙәби Башҡортостан” журналында, Башҡортостан китап нәшриәтендә, “Ағиҙел” журналы редакцияларында эшләй.
Китап нәшриәтендә эшләгән йылдар
6. Слайд. “Ижади емештәре”.
“Йүрүҙән” 1954
“Таш сәскә” 1958
“Һабантурғай йырҙары” 1964
“Осоу” 1966
“Аманат” 1969
“Песня горицвета” 1969
“Возвращение” 1969
“Миләш – кәләш” 1974
“Йондоҙло уйҙар” 1979
10.“Умырзая йыры” 1981
11. “Минең антологиям” 1990
12. “Алырымҡош менән Бирмәмҡош” 1992
13. Ғ. Хәйәм “Робағиҙар” 1992
14. Ғүмәр Хәйәм тәржемәләре. 1993
15. Р. Ғарипов “Әҫәрҙәр”
I том 1996
II том 1998
6. Мәскәүҙә әҙәбиәт институтын тамамлағанда уның диплом эше булып “Йүрүҙән” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы сыға.
Үҙе иҫән саҡта бары һигеҙ бөртөк шиғырҙар китабы баҫылып сыҡты:
1. ”Йүрүҙән”
2. “Таш сәскә”
3. И. Франконың проза әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән “Яҡтыға таба” (“Навстречу свету”)
4. “Һабантурғай йыры”
5. “Осоу”
6. “Горицвет” “
7. Аманат” (“Завещание”)
8. “Миләш – кәләш” (“Рябинушка – невестушка”)
7. Слайд. ”Йырҙарыма ҡайтам”.
1959 – 1962 йылдар.
Арҡауылда комсомол секретары, район редакция газетаһы “Октябрь юлы” нда ( “Путь Октября” ) хеҙмәткәр булып эшләй.
7. Уҡыусы. “Йүрүҙән”, “Таш сәскә” исемле китаптар баҫтырып өлгөргән Р. Ғарипов тыуған ауылына ҡайта . Совхоздың комсомол секретары, район редакция газетаһы “Октябрь юлы” нда хеҙмәткәр булып эшләй.
Уҡытыусы. Ул шиғырҙарында үҙенең тыуған ауылы Арҡауылды, Йүрүҙәнде, Ҡаратауҙы, уның тәбиғәтен, ауыл халҡының хеҙмәтен, тормошон шашып йырланы.
Тыуып үҫкән Йүрүҙән буйҙарына ҡайтыуын “Йырҙарыма ҡайтам” тип атаны.
Уҡыусы. “Йырҙарыма ҡайтам” .
Ҡайтам!, Ҡайтам!
Йырҙарыма ҡайтам!
Ҡалып тор һин, гүзәл баш ҡалам.
Минһеҙ ҙә бит бер ни булмаҫ һиңә,
Һин шауларһың минән башҡа ла!
Возвращаюсь! Возвращаюсь!
Возвращаюсь к песням моим!
А тебя я оставлю, столица,
С тобой ничего не случится!
Будешь так же шуметь, как при мне...
Уҡыусы. Шағир яҡшылыҡ өсөн көрәште. Яманлыҡтарҙы күреп әрнене, нәфрәтләнде.
“Аманат” ( “Завещание” ) исемле ҡобайырын ижад итте. Был ҡобайырҙа туған телде белергә, ҡәҙерләргә, һаҡларға саҡырҙы. Бөгөн уның бөтә ижады – беҙгә еребеҙҙе, телебеҙҙе һаҡларға әйҙәүсе аманат.
8. Слайд. “Өфөгә ҡайтыу”.
Уҡытыусы. 1962 – 1974 йылдар.
”Ҡайтыу”, “Ауылдаштар”, “Һаумы, ерем минең!”, “Ҡолон” һәм башҡа өр яңы шиғырҙары менән Өфөгә ҡайта. “Совет Башҡортостаны” газетаһында, “Башҡортостан ҡыҙы” журналында яуаплы сәркәтип булып эшләй.
Кәтибә Кинйәбулатова менән. “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләгәндә. 1968 йыл.
1971 йыл. Аҙаҡҡы тапҡыр Башҡортостан телевидение алдында сығыш яһай.
1973 – 1974 йылдар. Башҡорт Академия ғилеменең филиалында ғилми сотрудник булып эшләй.
9. Слайд. “Минең антологиям”.
9. Уҡытыусы. 1975 йылдар. Р. Ғарипов тәржемә эшенә барлыҡ һәләтен һәм ғүмерен арнаған. Иң яҡшы тәржемәләре тупланған йыйынтыҡ “Минең антологиям” (1990) тип атала. Бында 22 телдән тәржемә ителгән шиғырҙар ингән. Ғүмәр Хәйәм, Сергей Есенин, Рудаки, Байрон, Гейне, Пушкин, Шекспир, Блок, Твардовский, Рәсүл Ғамзатов, Дудин, Шевченко, Франко.
1975 йыл. Р. Ғарипов Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙарын тәржемә итер өсөн Урта Азияға Ташкент ҡалаһына (Үзбәкстан) оҙаҡҡа командировҡаға китә.
Р. Ғарипов тәржемәһендә Ғүмәр Хәйәмдең башҡорт телендә шиғырын тыңлағыҙ.
Уҡыусы.
Ахырызаман етеп, көнө байығанда,
Күк ҡыйралып, Ҡош юлы ла юҡ булғанда,
Һаҡалынан һелкеп тотоп Тәңренең мин:
“Шулмы эшең, - тип һорармын, - был Йыһанда?”.
Когда вселенную настигнет день конечный,
И рухнут небеса, и Путь померкнет Млечный,
Я, за полу схватив создателя, спрошу:
“За что ж ты меня убил, владыка вечный?”.
Уҡыусы. ( Рәмиҙең Надяға хатынан өҙөк уҡый)
“ Надя, дорогая!
Наконец – то я сел писать тебе! Наверное ты спишь. Уже поздно – ночь. А Москва еще поет – передают отрывки из оперы “Садко”. А вот бой часов Кремлевской башни... Читаю и пишу, перевожу Лермонтова. Вчера перевел “Утес”. Настроение такое. Дай – ка я его перепишу для тебя, и ты поймешь мои дни без тебя и Салаватки”.
Уҡытыусы. М. Лермонтовтың “ Ҡая ” шиғырын тыңлап ҡарағыҙ.
Уҡыусы. Ҡая
Төн үткәрҙе кескәй алтын болот
Күкрәгендә мәғрүр ҡаяның,
Һәм ашығып таңдан юлға сыҡты
Күңелле ел менән шаярып.
Тик дымлы эҙ ҡалды йөҙ һырында
Ҡарт ҡаяның. Әллә шунлыҡтан,
Тора яңғыҙ,тәрән уйға сумып,
Һәм тын ғына илай бушлыҡта.
Утес
Ночевала тучка золотая
На груди утеса – великана,
Уторм в путь она умчалась рано,
По лазури весело играя,
Но остался влажный след в морщине Старого утеса. Одиноко
Он стоит, задумался глубоко,
И тихонько плачет он в пустыне.
10. Слайд. “Йыр булып йәшәне һәм йәшәй”.
Композиторҙар Рафиҡ Сәлмәнов, Абрар Ғабдрахманов, Урал Иҙелбаев, Роза Сәхәүетдиновалар көйҙәр ижад иттеләр.
Композитор Рафиҡ Сәлмәнов менән
Йырҙары:
1. “Салауат батыр”.
2. “Сыңрау торна”.
3. “Уйҙарым”.
4. “Кәкүк”.
5. “Бәхет – һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ”.
6. “Үтте лә китте йәшлегем”
7. “Туй йыры”.
8. “Таңғы йыр”.
9. “Минең йондоҙом”
10. Уҡытыусы. Р. Ғарипов шиғырҙарына хәҙер йырҙар сығарыла, композиторҙар Рафиҡ Сәлмәнов, Абрар Ғабдрахманов, Урал Иҙелбаев, Роза Сәхәүетдиновалар көйҙәр ижад иттеләр, йырсылар Ф. Килдейәрова, Ф. Сиражетдинова, Х. Бигичев, Ғ. Хамзин, “Ҡаруан – һарай” фольклор ансамбле репертуарында Р.Ғарипов һүҙенә яҙылған йырҙар яңғырай.
Йырҙары:
1. “Салауат батыр”.
2. “Сыңрау торна”.
3. “Уйҙарым”.
4. “Кәкүк”.
5. “Бәхет – һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ”.
6. “Үтте лә китте йәшлегем”
7. “Туй йыры”.
8. “Таңғы йыр”.
9. “Минең йондоҙом”
“Үттелә китте йәшлегем” йырын Рәфисә Шәймиева башҡарыуында тыңлау.
Уҡытыусы. Үҙенең тыүған телен, ерен яратҡаны өсөн генә “милләтсе”лектә (“Туған тел” шиғыры, “Табыныу” поэмаһы) ғәйепләнеләр, ләкин ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәне, ижад эшенән айырылманы. Ул уҙғандар менән ғорурланып, киләсәккә ҡарап өмөтләнеп йәшәне. Р. Ғарипов үҙенең ижад мәктәбен булдырған шағир.
11. Слайд. “Хуш Рәми!”.
20 февраль 1977 йыл. Шағирҙың йөрәге тибеүҙән туҡтай.
12. Слайд.
“Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаттары“.
Уҡытыусы. Рауил Бикбаев, Таңһылыу Ҡарамышева, Факиһа Туғыҙбаева, Тимер Йосопов, Тамара Ғәниева, Рәшит Шәкүр, Сафуан Әлибаев, Ирек Кинйәбулатов һәм тормош иптәше Надежда Гариповалар лайыҡ булды.
13. Слайд.
Исемен мәңгеләштереү өсөн нимәләр эшләнелде?
1 – уҡыусы. Исемен мәңгеләштереү өсөн
тыуған ауылы Арҡауылда йорт – музей асылды һәм бюст ҡуйылды.
2 - уҡыусы. Үҙе вафат булғандан һүң уның әҫәрҙәре (“Табыныу” поэмаһы, “Умырзая йыры”) 1988 йылда С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булды
3 – уҡыусы. 1990 йылда Рәми Ғарипов исемендәге премия булдырылды.
Бындай маҡтаулы исемгә шағирҙар араһынан Рауил Бикбаев, Таңһылыу Ҡарамышева, Факиһа Туғыҙбаева, Тимер Йосопов, Тамара Ғәниева, Рәшит Шәкүр, Сафуан Әлибаев, Ирек Кинйәбулатов һәм тормош иптәше Надежда Гариповалар лайыҡ булды.
4 – уҡыусы. 1992 йылды 4 февралендә уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелде.
5 – уҡыусы. Өфөлә гимназия – интернат мәктәбендә музей асылды һәм бюст ҡуйылды, уның исемен йөрөткән Арҡауыл ауылында, Өфө ҡалаһында урамдар бар.
6 – сы уҡыусы. Документаль публистик фильм төшөрөлдө.
7 - се уҡыусы. Драматург Наил Ғәйетбаев Рәми Ғарипов тормошона арнап “Әлдә күктә йондоҙ бар” (Төн) тигән трагедия яҙҙы, уны Сибай театры сәхнәләштерҙе.
2. Ял минуты (Для глаз. Учащиеся следят за содержанием стишка только глазами).
Посмотрите вверх, налево,
Вниз, направо посмотри.
И еще кружочек смело.
И обратно поверни.
Уң күҙеңде ҡыҫып ал да
Һул күҙеңде ҡыҫып ал,
Ике күҙеңде йомоп ал.
Уңға, һулға башың сайҡа,
Бер минуттай йоҡлап ал.
Для пальцев и рук. Ладонь – кулак.
14. Слайд.
3. Дәреслек менән эш ( 136 – cы бит, 66 – сы күнегеү).
“Һүҙем бар” шиғыры өҫтөндә эш:
Һүҙлек эше,
Шиғырҙы уҡытыусының тасуири итеп уҡыуы.
Рус телендә уҡыу.
Когда лечу, то светром в лад,
Когда цвету – цвету как сад.
Когда теку – теку рекой,
Когда стою – стою горой.
Как ветер, мой певучий стих,
Огни цветов в глазах моих,
И мысль, как быстрая река,
И воля, как скала, крепка.
Тепло зари в крови моей,
А в сердце – голоса земли.
И песней я бужу людей,
Чтоб люди радость в ней нашли.
1966
Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы.
Сылбырлы уҡыу.
Һорауҙарға яуаптар алыу:
- Шиғыр һеҙгә оҡшанымы?
- Нимә тураһында һүҙ бара? ( тәбиғәт һәм кеше)
- Ни өсөн шағир ел, сәскә, йылға, тау һүҙҙәрен ҡуллана? (Үҙенең күңел торошон тәбиғәттең һәр хәрәкәте менән бер итеп тоя. Кешеләр менән дә ул шундай бәйләнештә йәшәне)
- Кем генә был шиғри юлдарҙы яҙа ала? (Тәбиғәтте һөйгән һәм аңлаған, тыуған еренең ҡәҙерен белгән, үҙенең халҡын яратҡан кеше генә шиғыр яҙа ала. Шағирҙы аңлар өсөн тыуған ерендә генә түгел, уның заманында ла булырға кәрәк).
15. Слайд. “Ижад минуттары”.
4. Ижад минуттары.
Шиғыр килеп сыҡһын өсөн ниндәй шарттар үтәлергә тейеш (ритм, рифма). Хәҙер уҡыусылар, Рәми Ғариповҡа эйәреп (в подражание), шиғыр яҙып ҡарайыҡ әле.
(Уҡыусыларға ваҡыт бүленә, әҙер шиғырҙарҙы уҡыусылар уҡып күрһәтә. Автор ижад иткән юлдарҙы уҡыусылар яҙған менән сағыштырыу).
Со мной – ............,................, и всходы,
Со мной – ...................................река.
Со мной – ...................................годы,
Со мной – ................,.................тоска.
Со мной – луна, и звезды, и всходы,
Со мной – светло бегущая река.
Со мной – незабываемые годы,
Со мной – тревоги, радость и тоска
16. Слайд. Көс һынашыу “Мин - һиңә, һин – миңә”
4. Алған белемде нығытыу.
(Көс һынашыу формаһында үткәрелә “Мин – һиңә, һин – миңә”. Уҡыусылар сиратлап бер береһенә һорауҙар биреп, яуап алалар)
Һорауҙар:
Р. Ғарипов ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? (1932 йылдың 12 февралендә Салауат районының Арҡауыл ауылында)
Р. Ғарипов ҡайҙарҙа уҡыған? (Арҡауыл ете йыллыҡ мәктәбендә, Өфөлә 9 – сы мәктәп – интернатында, Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтында)
Мәктәптә уҡыған саҡта Рәмигә ниндәй ҡушамат тағалар? Һәм нии өсөн? (Күп уҡығаны өсөн “Бабай” ҡушаматы тағалар)
Тәүге китабы нисек атала? (“Йүрүҙән”)
Ниндәй китаптары донъя күрҙе? Исемдәрен әйтегеҙ.
Туған телгә арналған ҡобайыры нисек атала? (“Аманат”)
Тәүге шиғырҙарын ниндәй темаға арнаған? (Яратҡан йылғаһы Йүрүҙән, бала сағына, әсәһенә, атаһына, туғандарына)
Ниндәй әҫәрҙәре өсөн С. Юлаев исемендәге премия лауреатына лайыҡ булды? (Умырзая йыры”, “Табыныу”)
Р.Ғарипов исемендәге премия лауреаттарын һанағыҙ?
Шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы һанап сығығыҙ?
Р. Ғарипов ниндәй шағирҙарҙың әҫәрҙәрен тәржемә иткән? Тәржемәләр китабының исемен әйтегеҙ?
Р. Ғариповтың исмен мәңгеләштереү өсөн нимәләр эшләнелде?
V. Дәресте йомғаҡлау.
1. Р. Ғарипов тураһында йомғаҡлап нимәләр әйтеп була? (Р.Ғариповтың тормошо һәм ижады беҙҙең тормошто тәрән аңларға, ҡәҙерен белеп йәшәргә, халыҡҡа ихлас күңелдән хеҙмәт итергә өйрәтә. Уның рухы беҙҙең арала йәшәй. Халҡы булған шағир, киләсәктә лә йәшәй).
2. Өй эше: Р. Ғариповтың “Табыныу”, Туған тел” әҫәрҙәрен уҡырға ( уларҙы өйрәнеү , ҡуйылған проблеманы асыҡлау, уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә өйрәтеү).
3.Уҡыусыларҙың яуаптарын баһалау, билдәләр ҡуйыу һәм һаубуллашыу.