Р?ми ?ариповты? Салауат батыр ???рен ?йр?не?


Тема: Рәми Ғариповтың “Салауат батыр” әҫәрен өйрәнеү.
Маҡсат: 1) Рәми Ғариповтың биографияһын иҫкә төшөрөп, өҫтәмә мәғлүмәт биреү, “Салауат батыр” әҫәрен тасуири уҡырға өйрәтеү, әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу;
2) һөйләү телмәрҙәрен, логик фекер йөрөтә белеү һәләттәрен үҫтереү, тел байлыҡтарын арттырыу, лингвистик анализ яһау тәртиптәрен нығытыу;
3) уҡыусыларҙы Рәми Ғарипов һәм Салауат Юлаев үрнәгендә илһөйәр, телһөйәр, батыр, көслө рухлы итеп, Тыуған ил яҙмышына битараф булмаған яҡлаусы, һаҡлаусы ил улдары, ил ҡыҙҙары тәрбиәләү.
Предмет-ара бәйләнеш: тарих, тел, йыр.
Йыһазлау: мультимедия проекторы, компьютер, презентация, дәреслек, Р.Ғарипов портреты, күргәҙмә өсөн китаптары, һәйкәл.
Дәрес үткәреү технологияһы: информацион- технологиялар менән үҫтерелешле
Дәреслек: Башҡорт әҙәбиәте:Дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек-хрестоматия / М.Б. Юлмөхәмәтов, М.Х.Иҙелбаев, Ә.М. Сөләймәнов, З.И. Яйҡарова. - Өфө: Китап, 2012.
Дәрес барышы
Ойоштороу мәле
Ориентлаштырыу – мативлаштырыу
а) сәләмләү
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һеҙгә Салауат районы Арҡауыл ауылынан ҡайнар сәләм!
- Мин, Иҙрисова Лилиә Марс ҡыҙы, бөгөн һеҙҙең менән дәрес үткәрәм. Дәресебеҙ ябай түгел, беҙҙә ҡунаҡта мәртәбәле комиссия ағзалары. Әйҙәгеҙ боролоп, уларҙы йылмайып сәләмләйек.
- Рәхмәт. Тыныс ҡына ултырышығыҙ.
Өй эшен тикшереү.
Һеҙ үткән дәрестә нимә тураһында һөйләштегеҙ, миңә лә әйтегеҙ әле.
Уҡыусылар: Беҙ үткән дәрестә“Төш” әҫәрен уҡыныҡ
Яҡшы!
Был әҫәрҙе кем яҙған?
Афариндар!
Әйҙәгеҙ тиҙ генә әҫәрҙе иҫкә төшөрөп телдән бер нисә тест һорауҙарына яуап биреп китәйек.
Әҫәр ни өсөн “Төш” тип атала?
1) Салауаттың өләсәһе төш күрә
2) төш ваҡыты була
Әҫәрҙә кемдәр тураһында һүҙ бара?
1) Юлай, Салауат, Мирас Иҙелбаев
2) Аҙналы, Юлай, Салауат, Гөлсафия, Көнбикә
Әҫәрҙә Салауаттың ... сағы бирелә.
1) бала сағы
2) яугир сағы
Әҫәрҙә Салауат нисек һүрәтләнгән?
1) яҫыусы Салауатта илһөйәрлек, халыҡтың ауыҙ - тел ижадына ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, һунарсылыҡ сифаттарын күрһәтә
2) дуҫтары менән уйнап ҡына йөрөүсе, ялҡау булғанын асыҡлай
- Афарин!
- Эйе, Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев был әҫәрендә Салауаттың бәләкәй саҡтан уҡ ҡыйыу, һиҙгер, зирәк, отҡор, ҡыҙыҡһыныусан булыуын күрһәткән.
Темаға инеш.
-Уҡыусылар, был һәйкәл тураһында нимә әйтерһегеҙ? Нимәләр беләһегеҙ?
Уҡыусылар: Салауат Юлаев һәйкәле.
-Тағы?
-Өфөнөң иң юғары нөктәһендә урынлашҡан
-Бик яҡшы. Кем тағы нимә әйтер?
-Бейеклеге 9,5 м, ауырлығы 40 т., суйындан эшләнгән.
-Авторы кем?
-Сосланбәк Тавасиев
-Уҡыусылар, Сосланбәк Тавасиев Салауат исемен һәйкәл менән мәңгеләштергән.
- Ә Салауат исеме тағы нисек мәңгеләштерелгән?
-Ә Салауат ҡайҙа тыуған?
-Салауат районында сыҡҡан тағы ниндәй шәхестәрҙе беләһегеҙ?
-Эйе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Рәми ағай Ғарипов.
-Тимәк, бөгөнгө дәресебеҙ темаһы ниндәй була? Кемдәр, ниндәй күренекле шәхестәр менән танышасаҡбыҙ?
-Дөрөҫ, Рәми Ғарипов, Салауат Юлаев тураһында
Яңы тема.
Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, бөгөнгө датаны, көндө, теманы яҙығыҙ.
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу
Уҡыусылар, дәрестә нимәләр эшләрбеҙ? Бөгөнгө дәресебеҙҙең маҡсаттары ниндәй булыр?
Уҡыусылар: Р.Ғариповтың биографияһын иҫкә төшөрөрбеҙ, әҫәрен тасуири уҡырбыҙ, өйрәнербеҙ, һорауҙарға яуаптар бирербеҙ, Салауат батыр тураһында һөйләшербеҙ.
Маҡсаттарға ирешер өсөн тырышып эшләүегеҙҙе, һорауҙарға яуап биреүегеҙҙе, дәрестә актив ҡатнашыуығыҙҙы һорайым.
Уҡыусылар, һеҙгә Рәми Ғарипов исеме танышмы?
Әйҙәгеҙ хәҙер уның тормошон, ижадын иҫкә төшөрөп ярыш үткәреп алайыҡ. Ҡайһы рәт шағир тураһында күберәк белә икән? (слайдтар күрһәтелә, өҫтәлмә мәғлүмәттәр бирелә)
Һеҙ уның ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?
Афарин!
Китабығыҙҙың 134 – се битен асығыҙ, Рәми Ғариповтың тағын бер матур, рухлы әҫәре менән танышырбыҙ. Был әҫәрен шағир бөйөк осетин скульпторы Сосланбәк Тавасиевҡа – яҡташтары, тыуған иле исеменән 1972 йылда яҙған.
Мин уҡыйым, иғтибар менән генә, матур итеп күҙәтеп барығыҙ.
Әҫәрҙә ниндәй аңлашылмаған, яңы һүҙҙәр осраны?
Яңы һүҙҙәр өҫтөндә эш.
Айбарланған – ярһып, көс, ғәйрәт сәсеү (мужественный, отважный, бесстрашный);
айҡау – алыш-һуғышта дошмандарҙы ҡырыу (размахивать);
ажар сәсеү – ғәйрәтләнеү, дәртләнеү (проявлять энергию);
бығау – тотҡондағы кешенең аяҡ – ҡулына кейҙерә торған тимер ҡоршау (оковы, кондалы, путы(железные));
даръя – сиге күренмәгән ҙур йылға (большая река);
ҡуй (курдючная овца);
алғасҡы - ғәскәрҙең алдан барған сафы йәки төркөмө (авангард);
тыу – байраҡ (флаг, знамя).
Сылбырлап (4 юллап) уҡыйбыҙ, аңлатабыҙ.
Рәми Ғарипов был әҫәрендә ил-йорт ирке өсөн яуҙар сапҡан, ут-һыуҙарға ингән, еңеүҙәр яулаған яугир ир-егеттәрен Салауат, Ҡаһым түрә, Шәһит батыр, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары йөҙөндә күҙ алдына баҫтыра. Тыуған халҡының азатлығы өсөн көрәштә барыһын да кисергәндәр, әммә башын эйеп ҡол хәленә төшмәгәндәр. Шағирҙың иле, халҡы, ир-егеттәре хаҡындағы уйҙары шулай йыш ҡына үткәндәргә, тарихҡа әйләнеп ҡайта, бөгөнгөгә ялғана, киләсәккә йүнәлә.
Уҡыусылар, әҫәрҙе уҡығанда һеҙҙең күңелегеҙҙә ниндәй хис-тойғолар уянды? (Был әҫәр һеҙҙе ниндәй уйҙарға һалды?)
Бик яҡшы.
Ял минуты
Уҡыусылар, әйҙәгеҙ хәҙер беҙ ҙә һүҙҙәр ярҙамында һәйкәл төҙөп ҡарайыҡ. Салауат образы һеҙҙең күҙ алдығыҙға нисек килеп баҫты?
Бына бында өс төркөмгә бирелгән терәк һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәр яҙырға.
I – се төркөм
зирәк
киң яурынлы
оратор
батыр
оҫта һунарсы II – се төркөм
аҡыллы
илһөйәр
оҫта һыбайлы
дәртле
шағир
III - сө төркөм
ҡыйыу
телһөйәр
ҡурҡыу белмәҫ
фекер йөрөтә белеүсән
ғорур
Һөйләмдәрҙе тикшерәбеҙ.
Эйе, ысынлап та, Салауат Юлаев – беҙҙең легендар батырыбыҙ. Ул ҡыйыу, зирәк булған. Илен, телен һөйгән, халҡы өсөн йәнен аямаған. Ул беҙҙең күңелебеҙҙә. Башҡорт батыры мәңге онотолмаҫ ( слайд - кластер).
Бына беҙ милли батырыбыҙ, Салауатҡа, һүҙҙәр ярҙамында һәйкәл төҙөнөк.
Һәйкәлебеҙ нимәгә оҡшаған?
Эйе, Салауат беҙҙең бөгөнгөбөҙҙө, киләсәгебеҙҙе яҡтыртып тороусы, йылылыҡ биреүсе ҡояш ул.
Өйгә эш
Әҫәрҙе тасуири уҡырға
Салауат батыр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатларға, өҫтәлмә мәғлүмәттәр табырға
Йомғаҡлау.
Уҡыусылар, бөгөнгө дәрескә тиклем һеҙ нимәләр белә инегеҙ?
Нимәләр белдегеҙ?
Дәрестә уйландыҡмы?
Ғорурландыҡмы?
Шатландыҡмы?
Кем нисек эшләне? Кемгә ниндәй баһалар ҡуябыҙ?
Афариндар!
Уҡыусылар, композитор булһағыҙ һеҙ Р.Ғариповтың беҙ бөгөн өйрәнгән әҫәренә ниндәй көй яҙыр инегеҙ?
Р.Ғариповтың “Салауат батыр” әҫәре беҙгә йыр булып ҡайтты, Артур Туҡтағолов уға көй яҙҙы. Мин һеҙгә йырлап ишеттерәм, белһәгеҙ ҡушылып, бергәләп йырлайыҡ.
Салауат образы беҙҙең күңелдәрҙә йыр булып һаҡланыр, алға әйҙәр.
Дәресебеҙ тамам. Рәхмәт.