Конспект урока по башкирскому языку для 6 класса на тему Рами Гарипов. Салауат батыр
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф Министрлығы
Муниципаль ҡаҙна учреждениеһы
“Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы
муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге”
“Рәми Ғариповтың “Салауат батыр” шиғырын өйрәнеү”
Башҡарҙы: Ҡолмөхәмәтова Гөлнара Зиннур ҡыҙы, Ейәнсура районының Ғ.Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Өфө – 2015.
Тема. Рәми Ғарипов “Салауат батыр”
Маҡсат: 1.Танып-белеү: шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү; йөкмәтке буйынса фекер йөрөтә белеү; автор тураһында белешмә алыу;
2.Регулятив: дәрестең маҡсатына ярашлы эш алып барыу; төҙәтмәләр индереү; үҙ-үҙеңде баһалау;
3.Коммуникатив: әңгәмә ҡора белеү; үҙ фекереңде сағылдыра алыу; башҡаларҙың фекерен тыңлай белеү.
Ойоштороу моменты.
Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа
Уяналар ауыл, ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмәтләйем,
Хәйерле көн һеҙгә, балалар.
- Кәйефтәр яҡшы, күңелдәр көр булһын өсөн бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, хәйерле көн теләйек һәм урындарыбыҙға ултырайыҡ.
Мин Ейәнсура районының Ғ.Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡолмөхәмәтова Гөлнара Зиннур ҡыҙы булам. Бөгөн һеҙгә дәрес бирәм. Бер-беребеҙҙе аңлап хеҙмәттәшлек итербеҙ тип уйлайым.
Теманы билдәләү.
Дәресебеҙҙе йыр тыңлауҙан башлайыҡ. (1 минут йыр)
Был йыр кем тураһында, уҡыусылар?
Ә кем һуң ул Салауат Юлаев?
Уның тураһында һеҙ тағы ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ?
Шулай итеп, бөгөн беҙ дәрестә Рәми Ғариповтың “Салауат батыр” шиғырын өйрәнәбеҙ ( число һәм теманы дәфтәрҙәргә яҙҙыртыу)
Уҡыусылар , һеҙҙең өҫтәлегеҙҙә “эшмәкәрлек картаһы” ята. Картабыҙға дәресебеҙҙең маҡсатын яҙып үтәйек. (Бөгөн дәресебеҙҙә нимәләр эшләйәсәкбеҙ?)
1-2 уҡыусынан маҡсаттарын уҡытыу.
Проблемалы һорау: Ә ни өсөн Салауат туған халҡымдың ҡото ла, даны ла?
Нисә быуаттар элек йәшәгән Салауат ни өсөн бөгөн дә үлемһеҙ?
2. Уҡыусылар, иғтибарығыҙҙы экранға йүнәлткем килә. Был фотола ниндәй таныш кешене күрәһегеҙ?
- Эйе, Рәми Ғарипов бар был фотола. Ул 1932 йылда Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Был фото-һүрәтте уның класташы Мәрйәм апай Шафиҡова бирҙе. Ул – беҙҙең ауылдаш. Мәрйәм апай мәктәбебеҙгә осрашыуҙарға йыш килә, шағир тураһында бик күп ҡыҙыҡлы иҫтәлектәр һөйләй.
Улар Өфөләге 9-сы һанлы интернат-мәктәптәбендә ( хәҙерге Р.Ғарипов ис.) бергә уҡығандар .Шағир Мәрйәм апайға башҡорт һәм рус телдәренән иншалар яҙырға ярҙам итһә, Мәрйәм апай уға математика фәненән өйрәткән. Рәми Ғарипов иншаларҙы бик оҫта һәм бер темаға бер дәфтәр итеп яҙа торғайны, тип хәтерләй Мәрйәм апай. Ни өсөн Рәми Ғариповты интернатта Бабай тип йөрөткәндәр.
Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, был китаптарҙы мин ни өсөн алып килдем икән? ( уҡыусылар фекере).
Бөгөн дәрестә беҙ уның шиғыры менән танышасаҡбыҙ.
Әҫәрҙе уҡырҙан алда һүҙлек эше үткәрәйек. ( экранда)
Саптар – ялы,ҡойроғо сал булған ерән ат.
Суйын - тимер менән углерод ҡушымтаһы.
Хөр – үҙ аллы, азат, ирекле, хөр тормош.Ырыҫ – бәхет.
Ғәйәр - ҡыйыу, батыр, бик көслө.
Есем – йән эйәһенең матди сифаты, тән.
Тыу,әләм – байраҡ
Ошо һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр төҙөгөҙ.
2. Шиғырҙы уҡытыусы уҡыуы.
3. Һеҙҙең алдығыҙҙа шиғырҙан шиғырҙан өҙөктәр ята. Хәҙер үҙ аллы уҡыйһығыҙ, уҡыу барышында тамғалар ҡуяһығыҙ. Был алым тамғалы уҡыу йәки инсерт алымы тип атала. Әгәр
+ -миңә билдәле мәғлүмәт
! -минең өсөн яңылыҡ
? -миндә һорау тыуҙы.
Уҡыр өсөн һеҙгә 1 минут ваҡыт.
- Уҡыусылар, шиғырҙа кем тураһында һүҙ бара?
4. Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, иғтибарыбыҙҙы шиғырҙың тәүге юлдарына йүнәлтәйек.
- Кем тәүге строфаны уҡый?
- Нимә ул суйын саптар?
Саптар – ат, ә бында суйын ат тураһында һүҙ бара. Суйын ат ниндәй ат ул?
Салауат ни эшләп суйын атҡа атланған? ( сөнки ул һәйкәл)
Салауатҡа иң ҙур һәйкәл ҡайҙа ҡуйылған?
Уның скульпторы кем? (шиғыр кемгә арналған)
Осетин улы С.Тавасиев ни өсөн башҡорт батырына һәйкәл ҡуйҙы икән? (Уҡытыусының өҫтәүе)
1-се төркөм менән эш.
Һеҙгә бирелгән өҙөктә нимә тураһында һүҙ бара? (Салауат һәйкәле). Салауат һыны беҙгә нисек ҡайтты? Салауат һынында нимә һынлана?
2‐се төркөм.
Һеҙгә бирелгән өҙөктә кем тураһында һүҙ бара? (Салауат батыр).
3‐сө төркөм.
Әҫәрҙә тағы ла кемдәр тураһында әйтелә? Кем ул Ҡаһым түрә? Кем ул Шәһит? Кемдәр Бөйөк Ватан һуғышында Волганан Одерға тиклем барып еткән?
Физминутка. (“Шайморатов генерал” йырын йырлау).
- Әйҙәгеҙ, балалар, төркөмдәрҙә эште дауам итәбеҙ. Һәр төркөм үҙегеҙгә бирелгән өҙөктән образдарҙы һәм һүрәтләү сараларын табаһығыҙ.
Образдарҙы табыу.
Һүрәтләү сараларын табыу.
Был әҫәр менән Р.Ғарипов нимә әйтергә теләгән?
Бәлки был юлдарҙы шиғырҙың үҙенән табырһығыҙ.
( Батыр данын юлдар юя алмай,
Ел- дауылға ул бит ҡарамай).
Төркөмдәрҙә эште дауам итәбеҙ.
Автор фекерен асығыраҡ һәм образлылыҡ еткереү өсөн бик матур һүрәтләү сараларын ҡулланған. Шул урындарҙы табығыҙ.
- Салауаттың исемен мәңгеләштереү өсөн республкабыҙҙа тағы ла нимәлә эшләнгән? ( Салауат ҡалаһы, Салауат районы, Малаяҙҙа Салауаттың йорт музейы, Салауат проспекты, “ Салауат Юлаев” хоккей командаһы һ.б.)
Өй эше биреү.
“ Эш дәфтәре”нең 66-67 – се биттәрен тултырырға.
Салауат исеме менән бәйле урындарҙы белергә.
Йырҙы өйрәнергә.
Йомғаҡлау.
Бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы?
Дәрестә нимәләр белдегеҙ?
Үҙегеҙгә ниндәй яңы мәғлүмәт алдығыҙ?
Баһалау.
Дәресте йыр менән тамамлау.