Мастер класс Д?рест?р?? ерле материалдар аша у?ыусылар?а ил??й?рлек той?о?о т?рби?л??


Ҡолмөхәмәтова Гөлнара Зиннур ҡыҙының оҫталыҡ дәресе
-Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар!
Мин һеҙгә “Информацион технологиялар аша ерле материалдар ҡулланып уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү” тип аталған оҫталыҡ дәресемде тәҡдим итәм. (Оҫталыҡ дәресенең маҡсаты:...)
Дәресемде ябай ғына һорауҙан башлайым.
Әйтегеҙ әле, коллегаларым, нимә ул патриотизм ?
(Яуаптар: патриотизм – ул илгә булған яратыу хисе, Ватанға, Тыуған илгә булған һөйөү)
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө көндә уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү кәрәкме?
(Яуаптар: - Әлбиттә, кәрәк. Бөгөнгө көндә әҙәп, әхлаҡ бушағаныраҡ осорҙа һәр кемде үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреү мәсьәләһе борсой.)
- Мин һеҙҙең менән килешәм, коллегаларым.Тыуған илгә, ғаиләгә, мәктәпкә һөйөү, намыҫ, бурыс – бына ошолар уҡыусыларҙа патриотик рух тәрбиәләүҙең төп нигеҙен тәшкил итә.
Балалар – киләсәгебеҙ, уларға рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреү – беҙҙең бурыс. Әҙәбиәт дәрестәре, иң беренсе сиратта,- тәрбиә дәрестәре ул. Улар башҡа бер дәрескә лә оҡшарға тейеш түгел.
Шуның осөн дә мин оҫталыҡ дәресемдә бөгөнгө көндә бик актуаль булған ошо теманы һайланым. Дәресемде информацион технологияларға һәм Мәлих Харистың “Хат” шиғырына нигеҙләнеп үткәрәм.
Ә хәҙер үҙем уңайлы, ҡулайлы тип тапҡан дәресемдең ҡайһы бер этаптарына туҡталып китмәксемен.
Уҡыусыларҙан дәрестең темаһын билдәләтеү, маҡсатҡа сығыу өсөн Н.Нәжмиҙең “Йыр тураһында баллада” поэмаһынан өҙөк ҡулланам.
... Эй, Мәлих дуҫ! Беҙгә тигән баҡыр
Ҡасан әле ерҙән ҡаҙыла.
Шул баҡырға батыр мохтажмы ни,
Ҡомһоҙ булһаң, ул тиҙ табыла.
Һүҙҙәрҙән, тим, ҡойоп булһа икән
Янып торған һинең һыныңды,
Һәйкәл итеп мин күтәрер инем
Ғүмереңде, һинең йырыңды.
Беҙ компьютер технологиялары үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Интерактив технологиялар тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде. Белеүегеҙсә, электрон дәреслектәр, китаптар, электрон көндәлектәр, журналдар барлыҡҡа килде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән электрон дәреслектәр ҡулланыу – заман талабы.
Мәлих Харистың фото-һүрәте һәм биографияһы менән дә электрон дәреслек аша танышырға була.
Артабан электрон дәреслектән “Онотмаһын мине лә Тыуған ил” шиғырынан өҙөк тыңлайбыҙ. Өҙөктө тыңлағандан һуң класҡа проблемалы һорау ҡуям:
Онотманымы икән М.Харисты Тыуған ил?
Был һорауҙы бер уға ҡарата ғына әйтергә мөмкинме?
Проблемалы һорауға дәрес аҙағында әйләнеп ҡайтып, яуап алыу кәрәк. Ул саҡта яуаптар, әлбиттә, тулыраҡ буласаҡ.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә информацион технологиялар менән бер рәттән ерле материалдарҙы ҡулланыу отошло тип һанайым һәм дәрестәрҙә булған материалдарҙы ҡулланырға тырышам. Сөнки бөйөк педагог К.Ушинский, өйрәнелеүсе объект яҡын булһа, уҡыу уңышлы барыр, тигән.
Уҡыусыларҙа ассоцияциялар тыуҙырыу ярҙамында дәресте ошолайыраҡ башларға ла мөмкин.
Хөрмәтле коллегаларым, минең ҡулымда һеҙ нимә күрәһегеҙ?
(Яуаптар: -Хат. Өсмөйөшлө хат. Фронттан килгән хаттыр)
Эйе, был хат- 18 йәшендә һуғышҡа китеп, 19 йәшендә яу яланында ятып ҡалған ауылдашыбыҙ Фәтих Исхаковтың фронттан яҙған хаты. Был хат ябай түгел, шиғыр формаһында. (Документкамеранан хатты күрһәтеү).
Ошо урында уҡыусыларға Ф.Исхаков тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреп китәм. Йәки алдан уҡ уҡыусыларға сығыш әҙерләргә бирергә мөмкин. (Презентация күрһәтеү).
Ошо рәүешле беҙ уҡыусылар менән ике яугир-шағирҙың биографиялары менән танышабыҙ.
Артабан дәрестә билдәле яугир-шағир М.Харистың һәм ауылдашыбыҙ Ф.Исхаковтың “Хат” шиғырҙарын өйрәнәбеҙ.
Хөрмәтле коллегалар, хәҙер беҙ һеҙҙең менән төркөмдәрҙә эшләйәсәкбеҙ, бәләкәй генә тикшеренеү эше һәм ижади эш башҡарасаҡбыҙ.
1-се төркөмгә эш: М.Харистың шиғырын тасуири уҡырға һәм һорауҙарға яуаптар табырға.
2-се төркөмгә эш: Ф.Исхаковтың хат- шиғырын уҡырға һәм яуаптар әҙерләргә.
3-сө төркөмгә эш: ижади проект – яуап хат яҙырға (мөмкин булһа, шиғри формала).
Төркөмдәрҙең яуаптарын тыңлағас, иғтибарҙы экранға йүнәлтергә.
- Ике яугир-шағирҙың тормошондағы һәм шиғыр – хаттарындағы оҡшаш яҡтарын табайыҡ.
М.Харис “Хат” шиғыры Һорауҙар Ф.Исхаковтың “Хат” шиғри-хаты
хат Формаһы буйынса нимә? хат
әсәһенә Хат кемгә арнап яҙылған? ата-әсәһенә, туғандарына
1943 Хат нисәнсе йылда яҙылған? 1943
ябай һалдат(яугир) Һуғышта кем булған? ябай һалдат(яугир)
1944 й, һуғышта Ҡасан һәләк була? 1943 й, һуғышта

Һығымта: (Уҡытыусылар яуап биргәс кенә экранға табл. сығарырға)

Һығымта: (Уҡытыусылар яуап биргәс кенә экранға табл. сығарырға)
- Афарин, хөрмәтле коллегалар! Мин тағы ла уларҙың икеһе лә үлемһеҙ, беҙ уларҙы онотманыҡ тип өҫтәр инем. Сөнки М.Харис ижады барыбыҙға ла таныш, кл. тыш уҡыу дәреслегенә ингән, беҙ уны өйрәнәбеҙ һәм өйрәнәсәкбеҙ,
ә беҙҙең ауылдашыбыҙ Фәтих Исхаковтың да хат- шиғыры ябай хат ҡына түгел, был шиғырға күренекле композитор Х.Әхмәтов көй яҙған һәм йөрәктәргә үтеп инерлек “Һалдаттың һуңғы хаты” тигән йыр тыуған.

Дәресемде Ф.Исхаков һүҙҙәренә Х.Әхмәтов яҙған “Һалдаттың һуңғы хаты” йыры менән тамамлағым килә. Йырҙы беҙҙең мәктәп сығарылыусыһы, хәҙерге көндә филармонияла эшләп йөрөүсе С.Юлдыбаев башҡара.
Был йыр - алыҫ 1943 йылдар, утлы, шанлы, данлы йылдар сәләме булып яңғыраһын.

Йомғаҡлау:
- Информацион технологиялар ярҙамында үткәрелгән дәрестәр уҡыусыларҙа тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләй. Ә инде дәрестәрҙә ҡулланылған заманса технологияларҙы ерле материалдар менән үреп алып барыу предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу ғына үҫтереп ҡалмай, ә уҡыусыларҙа тыуған яғыбыҙға, тыуған төйәгебеҙгә һөйөү, уның күренекле шәхестәре менән ғорурланыу тойғоһо уята, ижади эштәргә дәрт бирә.
Ошо йүнәлештә тәрбиәләнгән уҡыусыларым данлыҡлы, батыр яҡташтар өлгөһөндә киләсәктә Тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр генә ҡылырҙар, үҙ төйәгенең ҡәҙерен белерҙәр һәм тормошта үҙ урындарын табырҙар тип ышанам.
Рефлексия.
Шулай итеп, хөрмәтле уҡытыусылар, һеҙ был дәрестән үҙегеҙгә нимәләр алдығыҙ?
Ошо рәүешле эшләү уҡыусыларға нимә бирә тип уйлайһығыҙ?
Үҙегеҙҙең дәресегеҙҙә ниндәй элементтарын ҡулланыр инегеҙ?
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!