Урок по башкирскому языку на тему Баш?ортостанды? йыл?а-к?лд?ре. ?ылымды? заман формалары. ?абатлау.(6 класс)


Тема: Башҡортостандың йылға-күлдәре. Ҡылымдың заман формалары. Ҡабатлау.
Маҡсат: Башҡортостандың йылға-күлдәре менән танышыу, экологик белемде киңәйтеү, ҡылымдың заман формалары тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу
Уҡыусыларҙың тасуири уҡыу күнекмәләрен, логик фекерләүен үҫтереү.
Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: дәреслек,тәбиғәтте, һыу ятҡылыҡтарын кәүҙәләндергән һүрәттәр, экран, мультимедиа проекторы.
Дәрес барышы:
I. Ойоштороу моменты.
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Балалар, бөгөн беҙҙә ғәҙәти дәрес түгел, беҙгә ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ улар менән иҫәнләшәйек. Ултырығыҙ!
Уҡыусылар, һеҙ мәктәпкә ниндәй кәйеф менән килдегеҙ? Кәйефегеҙҙе күрһәтегеҙ әле! (йылмаялар) ошо матур, күтәренке кәйеф менән дәресте артабан дауам итәйек.
Бөгөн дәрестә кем дежур? (Бөгөн ун өсөнсө март, кесаҙна. Дәрестә ... юҡ. Тышта йылы. Һау торошо -1С. Ҡар яуа/яумай. Ҡояш яҡтырта.)
II. Артикуляцион күнегеү.
- Уҡыусылар, әйҙәгеҙ телдәрҙе шымартып алайыҡ. Тәүҙә мин уҡыйым, аҙаҡ хор менән уҡырбыҙ. (Экранда шиғыр сыға)
1-се слайд.
- Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.
- уы-уы-уы - татлы шул шишмә һыуы,
уа-уа-уа - хуш еҫ бөркә ҡырҙа һауа,
уа-уа-уа - үҙе инде бер дауа,
уы-уы-уы - ялан буйлап атлауы.
- Афарин, уҡыусылар!
III. Өйгә эште тикшереү.
(Өйгә уҡырға бирелгән тексты һөйләтеү - 93-сө бит, 238-се күнегеүҙә бирелгән тексты 2 уҡыусы һөйләй)
Текст буйынса һорауҙарға яуап биреү.
- Башҡортостан тәбиғәте ниндәй?
- Ҡағыҙ нисә йыл серей? Быяла? Ә полиэтилен серейме?
Экранда һандары төшөрөп ҡалдырылған һөйләм яҙылған.
Уҡығаныбыҙҙы йомғаҡлау өсөн һөйләмде тултырып уҡыйбыҙ.
2-се слайд.
Ерҙә ҡағыҙ ... йыл серей, быяла ... йыл ята, полиэтилен бөтөнләй серемәй.
(Уҡыусылар һөйләмде руссаға ла тәржемә итәләр )
IV. Дәрескә проблемалы һорау ҡуйыу.
- Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһын асыҡлау өсөн мин һеҙгә бер видео өҙөк тәҡдим итәм. Ә һеҙ был сюжет нимә хаҡында икәнен билдәләргә тейеш. Экранға иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ.
3-сө слайд.
(экранда видео өҙөк)
- Был сюжет нимә хаҡында? (Башҡортостан тәбиғәте, йылға-күлдәре тураһында) Эйе, дөрөҫ.
- Афарин! Тимәк, беҙ бөгөн нимә хаҡында һөйләшәбеҙ тип уйлайһығыҙ? (Башҡортостан тураһында,йылға, күлдәр хаҡында).
V. Яңы тема өҫтөндә эш.
- Дөрөҫ, бөгөн беҙ Башҡортостан тураһында һөйләшеүебеҙҙе дауам итербеҙ, илебеҙҙең йылға-күлдәре менән танышырбыҙ. Тәбиғәтте һаҡлау өсөн ни эшләргә кәрәк? Бергәләп ошо һорауға ла яуап бирергә тырышырбыҙ. Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.
4-се слайд.
Ун өсөнсө март, кесаҙна.
Башҡортостандың йылға-күлдәре. Ҡылымдың заман формалары. Ҡабатлау.

Әңгәмә.
- Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Ҡалын урмандар, мул һыулы йылғалар, бейек тауҙар, зәңгәр күлдәр иле ул. Матур шул беҙҙең еребеҙ! (Таҡталағы Башҡортостан тәбиғәтен кәүҙәләндергән һүрәттәрҙе ҡарайбыҙ.)
Ләкин был матурлыҡ һаҡлауға мохтаж. Йыл һайын, бигерәк тә йәй көндәрендә, меңәрләгән туристар тәбиғәт ҡосағына юллана. Улар унда ял итә, күңел аса, саф һауаһын һулай, тәбиғәт менән һоҡлана, урмандарында еләк-емешен йыйып кинәнә, йылға-күлдәрендә һыу инә, балыҡ тота...
Үҙеңде урманда, яланда, йылға буйында нисек тәбиғәткә зыян итмәй генә тоторға һуң? (Уҡыусылар үҙҙәренең фекерҙәрен әйтә: йылға-күлдәрҙе бысратмау, быяла ватыҡтары, сүп-сар ташламау, полиэтилен тоҡсайҙарҙы йылғаға, диңгеҙгә ырғытмау - ҙур балыҡтарҙың, киттар, акулаларҙың үпкәһен ҡаплай, балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән осорҙа тауышланмаҫҡа, янғын сыҡмаһын өсөн костерҙар яндырмаҫҡа...)
- Афарин, уҡыусылар!
Башҡортостан картаһы менән эшләү.
- Башҡортостан ере буйлап 600-ҙән ашыу ҙур һәм ваҡ йылғалар аға. Иң ҙур йылғалар – Ағиҙел, Ҡариҙел, Әй, Дим, Йүрүҙән, Һаҡмар. Күлдәр ҙә күп беҙҙә. Иң ҙур күлебеҙ – Асылыкүл.
Карта буйынса йылғаларҙы, күлдәрҙе табабыҙ, исемдәрен дәфтәргә яҙып алабыҙ.
- Беҙҙең ҡала янында ниндәй йылғалар аға?
- Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим (Күгиҙел) (Картанан Ағиҙел йылғаһын табабыҙ.)
- Ағиҙел йылғаһы ниндәй? Уның һыуы таҙамы? Ағиҙел тәрәнме? Ә Ҡариҙел, Дим?
Әйҙәгеҙ, дәфтәргә был турала яҙып ҡуяйыҡ.
Ағиҙел йылғаһы матур, таҙа һыулы. Ул иң оҙон (1430 км.), киң, тәрән йылға. Ҡариҙел - ҡаты һыулы, һалҡын, ҡалын урмандар менән ҡапланған йылға. Был йылғалар балыҡҡа бай.
- Беҙҙең йылғаларҙа төрлө балыҡтар йәшәй. Ниндәй балыҡтарҙы беләһегеҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары. окунь-алабуға, плотва-сабаҡ, щука-суртан, налим-шамбы, ерш-шырт балыҡ, лещ-ҡорман, пескарь-ташбаш, хариус-бәрҙе, елец-бөгәрсә. Балыҡтарҙың һүрәттәрен ҡарап та иҫкә төшөрәбеҙ. )
- Балыҡтар ниндәй һыу ярата? Улар бысраҡ һыуҙа йәшәйме?
- Юҡ. Улар таҙа һыуҙа ғына йәшәй ала, бысраҡ һыуҙа үләләр.
- Эйе, Ерҙәге бөтә тереклек өсөн һыу - һауа кеүек үк иң кәрәкле нәмә. Шуның өсөн һыуҙағы йән эйәләренең күбеһе таҙа һыуҙа ғына йәшәй ала икән. Ер шарының картаһына ҡараһаң, донъяла ҙур-ҙур океандар һәм диңгеҙҙәр бар икәнен күрергә була. Улар Ерҙең иң күп өлөшөн алып тора. Диңгеҙ һыуы ниндәй?
- Тоҙло.
- Ысынлап та, диңгеҙ һыуы тоҙло, уны эсеп булмай. Эсергә яраҡлы һыу Ер шарында күп түгел, хәҙерге ваҡытта халҡы таҙа һыуға мохтажлыҡ кисергән илдәр, урындар бар. Шуға ла сөсө һыу ятҡылыҡтарын таҙа тоторға, бысратмаҫҡа кәрәк.
Нисек уйлайһығыҙ, йылғаларҙы, шишмәләрҙе, урмандарҙы ҡайһылай һаҡларға була? (сүп-сарҙы ҡалдырма, йылғаларҙы бысратма...)
Уҡыусылар менән урманды, һыуҙы һаҡлау мәсьәләһе тураһында әңгәмә ҡорабыҙ. Һәр кем үҙе уйлағанды урыҫса йәки башҡортса әйтә.
Ә хәҙер әйтелгән фекерҙәребеҙҙе йомғаҡлап, яҙып ҡуяйыҡ.
Экранда тамамланмаған һөйләмдәр бирелгән.
5-се слайд.
Походҡа барғанда ... (полиэтилен, быяла, ҡағыҙ
һәм башҡа сүп-сарҙы урманда ҡалдырма)!
Йылғаларҙы ... (бысратма, сүп-сарҙан таҙарт).
Бергәләп һөйләмдәрҙе тултырып әйтәбеҙ. Бер уҡыусы таҡтала яҙа бара.
- Дөрөҫ, уҡыусылар. Тәбиғәтте һаҡлау – бөтә кешенең бурысы. Йылға буйҙарын, урмандарҙы таҙа тотайыҡ, ағастар ултыртайыҡ. Йәнлектәрҙе, сәскәләрҙе һаҡлайыҡ.
Текст өҫтөндә эш.
- Уҡыусылар, китаптан «Ағиҙел буйында» тигән тексты табығыҙ. Тәүҙә мин уҡып сығам, һеҙ иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ.
Һүҙлек эше.
- Хәҙер текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе тәржемәһе менән һүҙлек дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып алығыҙ. Был һүҙҙәр һеҙгә тексты тәржемә итергә ярҙам итер.
6-сы слайд.
Ағиҙел буйына ултырған - расположена на берегу Агидели
ҡуҙғалаҡ- щавель
бөрлөгән - ежевика
гөлйемеш - шиповник
өлгөрә - созревает
аръяҡ ярында - на том берегу
Ағиҙел һайыға - Агидель мелеет
(беренсе тапҡыр мин уҡып сығам, аҙаҡ руссаһын уҡыйым, балалар башҡортсаһын уҡыйҙар)
Тексты уҡыу, тәржемә итеү. Уҡыусылар берәр һөйләм уҡып, тәржемә итәләр.
Йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап биреү.
-Ағиҙел буйы нисек һүрәтләнгән?
- Яҙ, йәй, көҙ көндәре Ағиҙел йылғаһы нисек үҙгәрә?
- Тағы ниндәй йылға-күлдәр беләһегеҙ? Улар тураһында һөйләгеҙ.
Ял минуты.
7-се слайд.
Аҡҡоштарҙай йөҙәйек,
Бөркөт кеүек осайыҡ.
Ҡуян кеүек һикерәйек,
Айыу кеүек атлайыҡ,
Болан кеүек еләйек,
Арыҫландай һуҙылайыҡ
Һәм урынға ултырайыҡ.
(Музыка аҫтында эшләнелә, уҡыусылар уҡытыусының хәрәкәттәрен ҡабатлай).
Проект эше.
- Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә алған белемдәрегеҙҙе нығытыр, тикшерер өсөн мин һеҙгә проект эше тәҡдим итәм. Класс өс төркөмгә бүленә. Беренсе төркөм «тәбиғәтте һаҡлау» тураһында, икенсе төркөм Ағиҙел йылғаһы тураһында(ҙур ҡағыҙ битендә һүрәт төшөрөү), өсөнсө бәләкәй төркөм Ҡариҙел йылғаһы тураһында (компьютерҙа презентация) белгәндәрегеҙҙе беҙгә еткерерһегеҙ.
- Афарин, уҡыусылар!
Грамматика. Ҡабатлау.
- Балалар, беҙ һеҙҙең менән ҡылымдың заман формаларын үтә башлағайныҡ. Әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп үтәйек, ҡылымдың ниндәй заман формалары бар икән? (хәҙерге заман: -а,-ә,-й; үткән заман: -ҙы,-ҙе,-ны,-не -де,-ды киләсәк заман: -ыр,-ер, -асаҡ,-әсәк)
- 242-се күнегеүҙән ҡылымдарҙы табып, заманын билдәләйбеҙ, дәфтәргә яҙабыҙ.
- өҫтәлмә эш:
-Уҡыусылар, мин һеҙгә карточкалар таратып бирәм. Ундағы ҡылымдарҙы 3 заманда яҙырға кәрәк. Фамилияларығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ. (һаҡларға, ташламаҫҡа, бысратмаҫҡа, таҙартырға, ултыртырға)
8-слайд.
VI. Өйгә эш биреү.
1. Һүҙҙәрҙе ятларға. Тексты һөйләргә өйрәнергә.
2. Тексты тәржемә итергә. Тәбиғәтте һаҡлау темаһына һүрәт төшөрөргә, төшөргән һүрәт буйынса һөйләргә әҙерләнергә.
3. Йылға-күлдәр тураһында мәҡәл-йомаҡтар табырға, кроссворд яһарға.
VII. Дәресте йомғаҡлау.
- Балалар, бөгөн дәрестә беҙ нимәләр тураһында үттек?
- Һеҙ нимәләр белдегеҙ?
- Балалар, тәбиғәтте һаҡлау өсөн һеҙ ниҙәр эшләй алаһығыҙ?
Уҡыусылар дәрес башында ҡуйылған һорауға яуап бирәләр.
Дәрестә өйрәнелгән һүҙҙәрҙең әйтелешен, тәржемәһен ҡабатлайбыҙ.
Экрандағы слайдта һөйләмдәр яҙылған.
Бергәләп уҡыйыҡ әле. Һеҙ бындағы һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?
8-се слайд.
Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа - һауа,
йәнлеккә урман, дала, тау кәрәк.
Ә кешегә тыуған ил кәрәк!
- Миңә дәфтәрҙәрегеҙҙе йыйып бирегеҙ
Алдағы дәрестә беҙ тәбиғәт тураһында һөйләшеүҙе дауам итербеҙ.

VIII. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау.
- Дәресебеҙ бик матур үтте. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Һау булығыҙ!