Р?ми ?арипов Аманат ?обайыры. (8 класс)
Рәми Ғариповтың «Аманат» ҡобайыры.
8 класс башҡорт әҙәбиәтенән дәрес-конспект
Маҡсат: Р.Fариповтың тормошо һәм ижады буйынса үҙләштерелгән белемде системаға килтереү, йомғаkлау; уkьrусыларҙың фекерләү hәләтен, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү; халыk, тел, киләсәк тураhында уйланыу, хәҙергенең ҡәҙерен белергә сakьrpыу .
Йыhазландырыу: Шағирҙың портреты, китаптар күргәҙмәһе, гәзит-журнал материалдары, ноутбук, интерактив таҡта.
Дәрес барышы.
Һаумыhығыҙ, ултырығыҙ. Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән Р.Fариповтың биографияhы һәм “Урал йөрәге” хикәйәте менән танышып үттек.
Өйгә эште тикшереү.
Р.Fариповтың биографияhы һәм ижады буйынса тест һорауҙары.
1. Р.Fариповтың тыуған районы ниндәй?
а) Салауат. б) Ҡыйғы.
В) Өфө. г) Баймаҡ.
2. Р.Fариповтың тыуған ауылының исеме нисек?
а) Apkaуыл.
б) Мәсетле.
г) Ләмәҙтамак.
В) Салауат.
3. Р.Fарипов нисәнсе йылда тыуған?
а) 1930
б) 1932
1
в) 1935
г) 1931
4.1988 йылда Р.Fариповkа ниндәй арҙаҡлы шәхес исемендәге премия бирелә?
а) С.Юлаев
в) F.Сәләм
б) Ш.Бабич
г) Д.Юлтый
5. Тыуған яғындағы йылғаға дан йырлаған ниндәй шиғыры бар?
а) «Умырзая йыры»,
В) «Йүрүҙән»
б) «Урал йөрәге».
г) «Һағыш».
6.Өфөлә Р.Fарипов исеме менән бәйле нимә бар?
а) театр б) күргәҙмә
в) гимназия-интернат г) урам
“Урал йөрәге” хикәйәте
Иҫкә төшөрөп үтәйек. Башҡортостандың яулы һәм ғазаплы тарихын хәтерләү аша яуланған азатлыkтың һәм хәҙергенең kәҙерен белергә саkырыу.
Яңы теманы аңлатыу.
«Аманат» kобайыры /ятлау һәм анализ/
Ҡобайыр
Киң мәғәнәһендә, kобайыр - ул «Урал батыр», “Аҡбуҙат” ише шау шиғырҙан торған ҙур эпик әҫәрҙең жанр атамаhы. Тар мәғәнеһендә - kобайыр шиғыры менән бер генә күренеште йәки геройҙы hүрәтләп биргән кескәй жанр формаhы. Тыуған ил тураһынд а, батырҙар, тормош-көнкүреше тураhында kобайырҙар була.
2
Һорау: Кешегә һуң ни кәрәк?
Яуап: - ер, ут, hыу, haya.
Һорау: - Ил яҙмышын ир муйынына нимә бәйләй?
Яуап: - тел.
Һорау: - Инәбеҙ беҙҙе тел ярҙамында ни эшләткән?
Яуап: - кеше иткәи, хисле, көслө, нурлы, йырлы иткән.
Һорау: - Телде нимә менән сағыштыра?
Яуап: - күҙ өҫтөндә kаш менән, тел-kаш, күҙ-ил, телдән яҙһаң, илдән яҙырһың, ятып, kатып kалырhың.
Һорау:- Ниндәй булмаҫҡа өндәй?
Яуап: - таш булмаҫkа, имгәк, түңгәк булмаҫҡа.
Һорау: - Был юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?
Яуап: - тел төбө-тал төбө, тал төбөн сапһаң kорой, түмгәк булып kала.
Һорау: - Тал төбөндә ни үҫер?
Яуап: - тел булhа, ғөрөф-ғәҙәт алмашып, халkың ырыҫ таратыр, дуҫы булыр, әсә теле булhа, кәм-хур булмаҫ, йөҙө kыҙармаҫ, йыры булыр, телең барза-илең бар.
Һорау: - Нимә ул киләсәк?
Яуап: - хөр баkса-киләсәк.
Һорау: - Был юлдарҙы нисек аңлайһығыз?
Яуап: - телде яулап алдыk, hаkлап алдыk, халыk киләсәккә барасаk, телде hаkлаясаk.
Һорау:- Ниндәй юлдар менән тамамлана?
3
Яуап: - аманат әйтә, аманат- ул васыят мәғәнәhендә- телде hаkлау.
Төп тема - шағирҙың киләсәк быуынға әйткән аманат hүҙe.
Төп идея - телде hаkлау, киләсәк быуынға еткереү. Проблемаhы - тел төбө- тал төбөн үҙеңә үк kopотмаҫka, төп бурысыбыҙ -балаларға телде өйрәтеу, оноттормау.
Цитата - Жәлил Кейекбаев-телсе, ғалим, башkорт телен тел белгесе булараk өйрәнеүсе.
Һүҙлек эше:
Аманат - һаҡлауға ҡушып бирелгән нәмә.
Бағып торғаи - kарап торған.
Имгәк- бәлә, михнәт.
Тумырыу - ике яҡлап сабып ҡырҡыу.
Тарбаk- тармаҡ.
Түңгәк- һаҙлыҡта, түбән урында сурайып торған, өҫтө үләнле бәләкәй генә урын, ер.
Ырыҫ – бәхет.
Йомғаkлау.
Ҡобайыр бит был. Салауаттан һуң башkорт әҙәбиәтендә hирәк осрар kобайыр. Халыk күңеленә еткерер hүҙҙәpҙe сәсәндәрсә ҡобайырһыҙ әйтеп буламы ни?
Халыkтың тарихы, фажиғәле яҙмышы, киләсәге тураhында уйланыуҙар менән һуғарылған әҫәрҙәре беҙҙең быуынға аманат булып ҡалған. Шағирҙың аманаты ни тиклем kыйыу, тормошсан, тәрән йөкмәткеле булғанлығын беҙ йылдан-йыл нығыраҡ аңлайбыҙ.
4
Из писем жене: «Надя! Если бы ты знала, как гордо и мощно звучит это на башкирском! Почти каждая строчка - пословица, рожденная в моем сердце - для сердец. Все остальные мои стихи можно позабыть, но это - всем, кому дорог родной язык. Я не говорю как Тургенев о русском языке, я только говорю, что он, башкирский отнюдь не низок. А кто считает его таковым, тот низок сам ... »
Халkым тел тыуҙырған.
Бөйөк бер тел!
Теле үлмәҫ, күрер киләсәкте,
Yҙен-үҙе әгәр күммәһә ...
Тик ниңә һуң kай бер ул - kыҙҙары
Ғәмһеҙ kарай уның юлына?
Шул ғәмһеҙлек
күҙгә күренмәгән
Көрәк тотмағанмы kyлына?
Туған телем туған еремде
Яңғыраһа мәңге йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем, ғүмеремдә
Ятkанда ла kapa ер булып.
5
Р.Fариповтың, тел тураhында яҙған шиғырын иҫкә төшөрәйек.
«Туған тел»
Мин халkымдың, сәскә күңеленән
Бал kортондай ынйы йыямын,
Йыям да- йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ kоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел! ..
Халkым теле миңә - хаkлыk теле,
Унан башkа минең илем юk;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юkтың, ғына теле юk!
Әсәм теле миңә- сәсән теле,
Унан башkа минең халkым юk,
Йөрәгсндә халkы булмағандың
Кеше булырға ла хаkы юk!
6
Йомғаkлау.
Башkорт халкының рухи хазинаhына, теленә, моңона тоғролоk, уның киләсәге өсөн шәхестең оло яуаплылығы тураhында сәсән мәргәнлеге, мәҡәл тапkырлығы менән әйтеп бирелгән шиғыр юлдары бөгөн беҙгә ҙyp бурыстар йөкмәй, ер, халыk, ил, тел өсөн туҡтауһыҙ көрәш ораны булып яңғырай. Шағирҙын «Йөрәгендә халkы булмағандың кеше булырға ла хаkы юk!» - тигән hүҙҙәpe милләте өсөн битараф булмаған һәр башҡорттоң күңелен әле ле тулkынландыра. «Башkорт халkын Рәми Ғарипов ҙyp дәүләт - Рәсәй-әсәй янындағы үгәй бала түгел, ә тиңдәр араhында тиң, итеп күрергә теләне һәм шуның өсөн янды», -тип яҙа Ҡәҙим Аралбаев. Ә беҙ, киләсәк быуын башҡорттары, остазыбыҙҙың йөрәк ялkынын, hүндермәйенсә, балаларыбыҙға тапшырырға тейешбез. Был беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Йыр “Башkорт телендә һөйләшәм”
Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә,
Башkорт телендә һөйләшәм, башkорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым - башkорт ерендә.
Минең йәшәү тамырҙарым - башkорт ерендә.
7