?уянды? мажаралары телм?р ??тере? д?ресе
Тема: «Ҡуяндың мажаралары»
Маҡсат: балаларҙы һорауға тулы һөйләмдәр менән яуап бирергә өйрәтеү; әкиәт һөйләп сыгарыу һәләтен үҫтереү; иркәләү, яратыу һүҙҙәре төҙөргә өйрәтеүҙе дауам итеү; тереклеккә һөйөү тәрбиәләү.
Һүҙлек эше: етеҙ, ҡупшы.
Типик грамматик конструкциялар: Ҡуян аҡ мамыҡҡа, йомшаҡ йомғаҡҡа оҡшаған.
Йыһазландырыу: А. Игебаевтың «Аҡ ҡуян» шиғыры, ҡуян битлеге.
Дәрес барышы.
Тәрбиәсе шиғыр һөйләй:
Ҡолағым оҙон, Йылғыр тәпәйем
Ҡылыйҙыр күҙем. Иҫән – һау саҡта
Әммә белегеҙ: Төлкө лә мине
Ҡыйыумын үҙем! Тота алмаҫ хатта!
-Был шиғырҙа ниндәй хайуан тураһында һүҙ бара?
-Ҡуян тураһында.
-Ҡуян ниндәй хайуан?
-Ҡуян- ҡыр хайуаны.
-Ул ниндәй ?
-Ҡуян етеҙ,ҡурҡаҡ.
-Уның тиреһе ниндәй?
-Ҡуяндың тиреһе аҡ төҫтә,шыма,ҡупшы,йомшаҡ.
-Ҡолаҡтары ниндәй?
-Ҡуяндың ҡолаҡтары оҙон.
-Ҡуяндың аяҡтары ниндәй?
-Уның аяҡтары көслө.-Балалар ,ҡуяндың тиреһе нимәгә оҡшаған, уны ниндәй әйбер менән сагыштырырға була ?
-Ҡуян аҡ мамыҡҡа, йомшаҡ йомғаҡҡа оҡшаған.
-Ҡуян нимә эшләй?
-Ул һикерә, саба.
Ҡуян килеп инә, илай.
-Ҡуян һиңә нимә булды?
-Мине һоро бүре баҫтыра, шуға һеҙгә килдем. Тейендең өйө, айыуҙың өйө ,хатта төлкөнөң дә ояһы бар, ә минең өйөм юҡ. Мин өйһөҙ ҡуян.
-Илама , ҡуян! Әйҙәгеҙ,балалар,ҡуянды яратыу , иркәләү һүҙҙәре менән йыуатып алайыҡ.
-Ҡуянҡай , ҡупшыҡай, матурҡай....
-Рәхмәт , дуҫтарым! Һеҙ мине йыуаттығыҙ!
-Әйҙәгеҙ балалар,ҡуянға тағы ла күңелерәк булһын өсөн, “Ҡуян мажаралары” исемле әкиәт уйлап сығарайыҡ. Мәҫәлән:Бер көндө ҡуян урманға уйнарға сыҡҡан, шул ваҡыт....
Тәрбиәсе ярҙамында балалар әкиәтте дауам итәләр.
Ял минуты.
Танышайыҡ- мин ҡуян.
Урман эсендә оям.
Бары тик оямда ғына
Үҙемде батыр тоям. (Г. Юнысова.)
(Хәрәкәттәр ярҙамында эшләйҙәр.)
Йомғаҡлау.
-Балалар, әйҙәгеҙ, ҡуянға матур йорт эшләйек.(Балалар коллектив һүрәт төшөрәләр.)
Математика иленә сәйәхәт.
Маҡсат:
Балаларҙы тигеҙ, берәүгә күберәк, берәүгә аҙыраҡ, аҙ, күп төшөнсәләре менән таныштырыуҙы нығытыу ;
Ҡағыҙ битендә йүнәлеште (уңда, һулда, аҫта, өҫтә, уртала) билдәләй белергә өйрәтеүҙе дауам итеү;
5-кә тиклем һанай белеү күнекмәләрен нығытыу;
Геометрик фигураларҙы таный , айыра һәм атамаларын әйтә белеүҙе нығытыу ;
Киң, тар төшөнсәләрен аңлау һәм айыра белеүгә күнекмәләр үткәреү;
Балаларҙың хәтерен , аңын , иғтибарлылығын үҫтереү , уларҙа бер- береһенә ярҙам итергә теләк һәм ынтылыш тәрбиәләү.
Һүҙлек эше: йомғаҡ , күк йөҙө, тәғәрәй, бойоҡ, нөктә һүҙҙәренең мәғәнәһен төшөндөрөү һәм уларҙы аңлы рәүештә телмәрҙә ҡуллана белерғә өйрәтеү.
Йыһазландырыу: уйынсыҡтар: тейен, ҡуян, төлкө, клоун һүрәте , йомғаҡ, киң һәм тар юл.
Таратма материал: шыршылар һәм тейендәр,аҡ ҡағыҙ бите, төҫлө 5-әр таҫма , сәтләүектәр, кәрзиндәр, таяҡсалар, балаларға күстәнәстәр.
Дәрес барышы.
Балалар ярымтүңәрәк яһап ултырғыстарҙа ултыралар.
Тәрбиәсе:
-Балалар , беҙ бөгөн математика иленә сәйәхәткә барабыҙ. Юлды беҙгә ошо тылсымлы йомғаҡ күрһәтә: ул ҡайҙа тәгәрәй , беҙ шунда барабыҙ. (Йомғакты тәгәрәтә , ул ҡуяндар яғына тәгәрәй.)
-Ни өсөн был ҡуяндар илап ултыралар икән? Ниңә илайһығыҙ? (Ҡуяндар ҡыш тураһында һүрәт эшләй алмағанлыҡтарын әйтәләр)
-Балалар, әйҙәгеҙ , ҡуяндарға ярҙам итәйек. Мин хәҙер һеҙгә аҡ ҡағыҙ биттәре һәм төрлө төҫтәге ҡағыҙ таҫмалар таратып бирәм. Аҡ ҡағыҙ битенә ҡыш һүрәтен эшләйбеҙ.(Тәрбиәсе балаларға ҡағыҙ бите һәм 5-әр төҫлө ҡағыҙ таҫма , таратма материалдар – һәр балаға етерлек һанда шыршы, тейен уйынсыҡтарын тарата .)
Тәрбиәсе:
-Күк йөҙө ниндәй төҫтә? (Күк ,зәңгәр төҫтә.) Күк төҫтәге таҫмаларҙы табабыҙ. Уны ҡағыҙ битенең ҡайһы урынына – өҫкө өлөшөнәме әллә аҫҡы өлөшөнәме – һалабыҙ?
-Дөрөҫ ,ҡағыҙ битенең өҫкө өлөшөнә һалабыҙ.
-Балалар, ҡыш көнө ер өҫтө нимә менән ҡаплана? (Ҡар менән.)
-Беҙҙең ҡағыҙ битендә ерҙе ҡайһы урында төшөрәбеҙ? (Аҫта.)
-Ҡар ниндәй төҫтә ? (Аҡ.) Хәҙер таҫмаларҙы табып , дәфтәр битенең иң аҫҡы өлөшөнә һалабыҙ. Был -ҡар.
Тәрбиәсе :
-Балалар,уңда 4шыршы үҫеп ултыра. Һулда 5 тейен сәтләүек яра.(Балалар һанап , уйынсыҡтарҙы дәфтәр битенә урынлаштыралар.)
-Балалар һүрәткә ҡарап әйтегеҙ әле: шыршылар күберәкме әллә тейендәр күберәкме?
-Һанап әйтәйек әле , нимә күберәк? Нисәүгә күберәк ?(Шыршыларга ҡараганда тейендәр күберәк.)
-Шыршылар һәм тейендәр һаны тигеҙ булһын өсөн, беҙ нимә эшләйбеҙ? (Предметтарҙы төрлөсә ҡуйып(алып йә ҡушып), балаларҙан бер шыршы өҫтәргә йәки бер тейенде алырга кәрәк, тигән һығымта яһатыргға кәрәк.)
Тәрбиәсе:
-Хәҙер ҡуянды алып , ҡағыҙ битенең уртаһына ултыртайыҡ. Ул һеҙҙең һүрәтегеҙгә ҡарап шатланһын.
(Һәр бер бала ҡуянды алып, ҡағыҙ битенең уртаһын табып, шунда ҡуянды урынлаштыра. Тәрбиәсе ҡуяндарҙың балаларға рәхмәт әйтеүен һәм улар менән уйнарға теләүҙәрен белдерә.)
Физкультминутка.
Ҡуяндар һикерәләр (балалар ике аяҡлап һикерәләр),
Бик бейек һикерәләр (балалар бейегерәк итеп һикерәләр),
Сүкәйеп тә алалар (балалар сүкәйәләр).
Уңға ҡарайҙар (уңға боролалар),
Һулға ҡарайҙар (һулға боролалар),
Аҫҡа ҡарайҙар (баштарын аҫҡа эйеп,аяҡтарға ҡарайҙар),
Өҫкә ҡарайҙар (ҡулдарҙы өҫкә күтәреп,ҡулдарға ҡарайҙар),
Тағы һикереп алалар (һикерәләр).
Тәрбиәсе:
-Йомғаҡ тәгәрәй ҙә тәгәрәй.Беҙ юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Бына беҙ ике юл сатына килеп еттек. Был ике юл нимәләре менән айырыла?
Балалар:
-Юлдың береһекиң,ә икенсеһе –тар.
Тәрбиәсе:
-Ҡайһы юлдан үтеүе ауыр,ни өсөн?(тар юлдан).
-Шулай булгас , балалар, беҙгә киң юлдан үтергә кәрәк ,- тип тәрбиәсе балаларҙы киң юлдан алып сыга.
-Йомғаҡ тәгәрәй, беҙ юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.Ҡарағыҙ әле , тейен ултыра, тик ниңәлер ул бойоҡ күренә.
-Тейенкәй , һин ниңә бойоҡ?
-Ул сәтләүектәрен йыя алмай. Балалар тейенгә ярҙам итәйек!(Тәрбиәсе һәр балаға бәләкәй генә кәрзиндәр таратып бирә. Кәрзиндәрҙә нөктәләр (түңәрәктәр) ярҙамында һандар бирелгән. Нисә нөктә булһа, шунса сәтләүек йыйырға кәрәк.)
Балалар сәтләүек йыялар , аҙаҡ тәрбиәсе һәр баланың нисә сәтләүек йыйғанын тикшереп сыға :
-Гөлфиә ,һинең кәрзинеңдә нисә нөктә (түңәрәк)? Һин кәрзингә нисә сәтләүек һалдың?
Тәрбиәсе:
-Балалар , бер һүрәт ,ҡарағыҙ әле ! Унда нимә төшөрөлгән ? (Клоун.) Уның һүрәте ниндәй геометрик фигураларҙан эшләнгән? (Балалар квадрат, өсмөйөш, овал,тура дүртмөйөш фигураларын күрһәтетп әйтеп сыгалар.)
Тәрбиәсе:
-Йомғаҡ тәгәрәй ,беҙ юлды дауам итәбеҙ .
Төлкө килеп сыга ,ул балаларҙан үҙенә өй эшләргә ярҙам һорай. Балалар өҫтәл артына ултырып , таяҡсаларҙан төлкөгә өй эшләйҙәр. Төлкө ҡыуана, баларга рәхмәт әйтә.
Тәрбиәсе:
-Балалар,һеҙ бөгөн бигерәк зирәк , аҡыллы булдыгыҙ. Бөтә һынауҙарҙы ла бик матур итеп башкарып сыҡтыгыҙ. Йомгак та һеҙҙең өсөн бик шат. Ул һеҙгә тәмле күстәнәстәр алып килгән. (Йомғаҡ балаларға күстәнәс тарата.)